РСФСР Коммунистар партияһы

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының Коммунистар партияһы, РСФСР Коммунистар партияһы (рус. Коммунистическая партия Российской Советской Федеративной Социалистической Республики; КП РСФСР) — КПСС-тың структур өлөшө. 1990 йылдың 19 июнендә ойошторола һәм РСФСР территорияһында урынлашҡан партия ойошмаларын берләштерә. «РСФСР Коммунистар партияһы үҙаллы партия түгел, уның үҙ уставы һәм программаһы юҡ, теркәлеүгә мохтаж булмай, юридик шәхес хоҡуғына ла эйә түгел»»[2]. Быға тиклем РСФСР Советтар Союзында компартияһыҙ берҙән-бер республика була. РСФСР Коммунистар партияһын (йәки «рус компартияһын») ойоштороу ынтылыштар 1990 йылға тиклем дә эшләнә, әммә улар һәр ваҡыт үҙәк властың ҡаты ҡаршылығына осрай.

Ойошторолоу тарихы

1925 йылда РКП(б)-ның 12-се съезында рус коммунистар партияһын ойоштороу тураһындағы бәхәс һөҙөмтәһендә компартия ВКП(б) тип үҙгәртелә. Рус партия ойошмаһын булдырыу тәҡдимен Г. К. Орджоникидзе индерә, уны М. И. Калинин яҡлап сыға. Шулай уҡ К. Е. Ворошилов та уны «логик яҡтан дөрөҫ» тип әйтә. Әммә был идеяға И. В. Сталин ҡаршы сыға һәм уны «партияның федералистик тарҡалыуына килтерәсәк иң ҙур хәүеф» тип атай»[3].

РСФСР компартияһын ойоштороу

РСФСР-ҙа башҡа союздаш республикалар партияларына оҡшаш айырым Коммунистар партияһын булдырыу идеяһы КПСС-тың үҙәк етәкселегенә төрлө позициялар буйынса ҡаршылыҡ тулҡынында барлыҡҡа килә. Оппозиция бында КПСС Үҙәк Комитеты үткәргән реформаларҙы артабан ҡайтанан ҡарау мөмкинлеген күрә.

Үҙәк етәкселек был башланғыстарҙы туҡтатыу йәһәтенән яңы партия булдырмай ғына альтернатив партия-ойоштороу структураларын тәҡдим итергә ынтыла. 1989 йылдың декабрендә КПСС Үҙәк Комитеты пленумында 1956-1966 йылдарҙа эшләгән КПСС Үҙәк Комитетының РСФСР буйынса бюроһын «КПСС-тың РСФСР бюроһы» итеп һәм КПСС Үҙәк Комитеты аппаратындағы башҡа ҡайһы бер Рәсәй структураларын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[4]. КПСС-тың Рәсәй бюроһы рәйесе итеп Михаил Горбачёв һайлана.

Бындай бюро, әлбиттә, оппозицияны ҡәнәғәтләндермәй. Түбәнге ойошмаларҙың да ризаһыҙлығы арта. 1990 йылда «Коммунистик инициатива» хәрәкәте ойошторола, уның маҡсаты - КПСС етәкселегенә альтернатива итеп «РСФСР Коммунистар партияһы»н булдырыу. Уны ойоштороуға «СССР хеҙмәтсәндәренең берләшкән фронты»ның 1990 йылдың ғинуарында уҙған II съезы этәргес була.

Был идеяны КПСС-тың XXVIII съезының ҡайһы бер төбәк партия ойошмаларын һәм үҙәк етәкселектең бер өлөшөн тәшкил иткән оппозицион ҡарашлы делегаттары ла хуплай, улар «РСФСР коммунистарының инициатив хәрәкәте»нә берләшә.

1990 йылдың 19 июнендә РСФСР партия конференцияһы саҡырыла, ул 23 июнгәсә эшләй һәм үҙен РСФСР Компартияһының (КПСС составында) ойоштороу съезы итеп иғлан итә[5]. Конференция-съезда РСФСР партия ойошмаларынан КПСС-тың XXVIII съезына һайланған 2 768 делегат ҡатнаша. Съезда Михаил Горбачёв РСФСР компартияһын ойоштороу тәҡдимен хуплай.

1990 йылдың 19 июнендә КПСС Үҙәк Комитетының РСФСР бюроһы үҙ вәкәләттәрен туҡтата, артабан РСФСР Компартияһының Үҙәк Комитеты һайлана. 22 июндә РСФСР Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп Иван Кузьмич Полозков һайлана[6], ул КПСС ағзаларының консерватив өлөшөндә быға тиклем популярлыҡ яулаған була[7].

РСФСР Коммунистар партияһының I съезы үҙенең эшен 1990 йылдың сентябрендә дауам итә, унда етәкселек составы тулыһынса формалаша.

Эшмәкәрлеге

КПСС-тың структур өлөшө һаналған партияның айырым үҙ Уставы булмай. Шулай итеп, КПСС-тың РСФСР территорияһындағы беренсел ойошмаларында иҫәптә торған барлыҡ ағзалар бер үк ваҡытты РСФСР Коммунистар партияһы ағзалары һанала. Был партия ойошторолған ваҡытта уның ағзалары 10 миллион самаһы кеше булған тигәнде аңлата. Әммә 1991 йылдың 1 авгусына партияла 6 800 мең ағза ғына ҡала[8].

РСФСР Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Иван Кузьмич Полозков 1990 йылдың 22 июнендәге ойоштороу съезында һайлана.

РСФСР Компартияһы Үҙәк Комитеты Политбюроһы һәм РСФСР Компартияһы Үҙәк Комитеты секретариаты 1990 йылдың 7 сентябрендә Үҙәк Комитеттың 1-се Пленумы тарафынан һайлана.

Политбюро ағзалары:

  • Ильин Алексей Николаевич — РСФСР Компартияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, халыҡ депутаттарының Псков өлкә Советы рәйесе, КПСС-тың Псков өлкә комитетының беренсе секретары,
  • Антонович Иван Иванович — Үҙәк Комитеттың йәмәғәт ойошмалары буйынса секретары),
  • Зюганов Геннадий Андреевич — Үҙәк Комитеттың идеология буйынса секретары,
  • Кашин Владимир Иванович — Үҙәк Комитеттың социаль-иҡтисади сәйәсәт буйынса секретары), халыҡ депутаттарының Серебряно-Прудский район советы рәйесе,
  • Мельников Александр Григорьевич — Үҙәк Комитеттың эшселәр хәрәкәте буйынса секретары, КПСС-тың Кемерово өлкә комитетының беренсе секретары,
  • Силкова Нина Прокопьевна — Үҙәк Комитеттың ҡатын-ҡыҙҙар эштәре буйынса секретары, СССР мәҙәниәт министры урынбаҫары,
  • Соколов Александр Сергеевич — Үҙәк Комитеттың Советтар эше буйынса секретары, КПСС-тың Мәскәү өлкә комитеты секретары,
  • Брячихин Алексей Михеевич — Мәскәү ҡалаһының Севастополь районы халыҡ депутаттары советы рәйесе, КПСС район комитетының беренсе секретары,
  • Енина Вера Нестеровна — Орел өлкәһе Кромский районының «Победа колхозы рәйесе,
  • Калинин Николай Васильевич — Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы,
  • Давид Кугультинов — шағир,
  • Любимов Николай Холевич — Иркутск авиация производство берекмәһенең клепальщик-йыйыусыһы,
  • Прокопьев Юрий Николаевич — КПСС-тың Яҡут өлкә комитетының беренсе секретары,
  • Степанов Виктор Николаевич — Карел АССР-ы Юғары Советы Рәйесе,
  • Фролов Константин Васильевич — СССР Фәндәр академияһының вице-президенты,
  • Чикин Валентин Васильевич — «Советская Россия» гәзитенең баш мөхәррире,
  • Яшин Валерий Васильевич — КПСС-тың Ленинград өлкә комитетының икенсе секретары.

РСФСР Компартияһы Үҙәк Контроль комиссияһы рәйесе Николай Сергеевич Столяров 1990 йылдың 5 сентябрендә Ойоштороу съезы тарафынан һайлана.

Бөтә Союз Белем йәмғиәтенең идара рәйесе итеп һайланыу менән бәйле К. В. Фролов 1991 йылдың 13 майында РСФСР Компартияһы Үҙәк Комитеты Пленумында Политбюро ағзаһы вазифаһынан бушатыла.

КПСС-тың структур өлөшө булғанлыҡтан, РСФСР Коммунистар партияһы һайлауҙарҙа үҙ аллы ҡатнаша алмай. РСФСР халыҡ депутаттары съездарында КПСС (тимәк, РСФСР Коммунистар партияһы ла) ағзалары төрлө депутат төркөмдәренә инә. Мәҫәлән, РСФСР Коммунистар партияһының беренсе секретары Полозков «Ватан» депутат төркөмөндә була. РСФСР Президентын һайлауҙа (1991) РСФСР Коммунистар партияһы рәсми рәүештә РСФСР Президенты һәм вице-президенты вазифаларына кандидаттар Н. И. Рыжковты һәм Б. В Громовты яҡлай.

Иҫкәрмәләр

  1. Запрет частично отменен 30 ноября 1992 года в отношении первичных организаций КП РСФСР
  2. Постановление Конституционного суда Российской Федерации N 9-П от 30 ноября 1992 года
  3. Плюсы и минусы политики «Коренизации» СССР в 1920-е годы – тема научной статьи по истории и археологии читайте бесплатно текст научно-исследовательской работы в электронной
  4. Медведев Вадим Андреевич. В команде Горбачёва: взгляд изнутри. М.: Былина, 1994 (проверено 20.03.2020)
  5. Российский государственный архив новейшей истории. Официальный сайт. Российская партийная конференция и Учредительный съезд Коммунистической партии РСФСР (КП РСФСР) (1990 г.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2024)
  6. Политбюро и Секретариат ЦК КП РСФСР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2016. Архивировано 5 март 2017 года.
  7. Краткий курс истории КПРФ
  8. Жизнь партии: события и факты «Правда» о юбилее партии: Валентин Купцов вспоминает события, связанные с созывом II чрезвычайного съезда КПРФ (проверено 19.08.2008)

Категориялар