Литературная газета
«Литературная газета» — СССР һәм Рәсәй Федерацияһының әҙәби һәм ижтимағи-сәйәси аҙналығы. 1929 йылдан сыға.
Тарихы
Гәзит логотибын А. С. Пушкин һәм М. Горький профилдәре биҙәй. Бөгөнгө «Литературная газета» үҙенең сыға башлауын рәсми рәүештә[1] А. С. Пушкиндың «Литературная газета»һына алып барып бәйләй. Элегерәк гәзит үҙенең тарихын XIX быуаттың шул уҡ исемле баҫмаларынан алмай ине: 1990 йылға тиклем гәзиткә нигеҙ һалыу датаһы итеп 1929 йыл күрһәтелеп килде.
1929—1967
Гәзит тәүге тапҡыр 1929 йылдың 22 апрелендә Максим Горький башланғысы менән һәм яҙыусы Иван Катаев ҡатнашлығында Совет яҙыусылары берләшмәләре федерацияһы органы булараҡ сыға.
1932—1934 йылдарҙа гәзит СССР һәм РСФСР Совет яҙыусылары союзының ойоштороу комитеты органы, совет яҙыусыларының 1934 йылдағы 1-се съезынан һуң — СССР Яҙыусылар союзы идараһы органы була.
1942 йылдың ғинуарынан «Советское искусство» гәзите менән берләшеү һөҙөмтәһендә «Литература и искусство» исеме менән нәшер ителә, 1944 йылдың ноябрендә элекке исеме кире ҡайтарыла.
1947 йылдан әҙәби һәм ижтимағи-сәйәси гәзит итеп үҙгәртелә. Баҫылып сығыу нисбәте һәм күләме үҙгәрә.
1967—1990
1967 йылдың 1 ғинуарынан (мөхәррире Александр Чаковский) гәзит яңы төҫ ала һәм аҙнаһына бер тапҡыр шаршамбы көндә (элек йышыраҡ сыҡҡан була) ун алты битле булып баҫыла башлай, илдә беренсе ҡалын гәзит була. Уның логотибына Пушкиндың, ә һуңынан Горькийҙың профиле ҡуйыла. Пушкиндың һүрәте уның билдәле автопортретына нигеҙләнә, ә Горькийҙың профилен махсус рәүештә логотип өсөн Валерий Красновский төшөрә, ул артабан ун йыл дауамында яңы форматта сыҡҡан гәзиттең баш рәссамы була.
Гәзит публицистика өсөн ҡыҙыҡ булған — әҙәбиәт, сәнғәт, сәйәсәт, йәмғиәт, әхлаҡ һәм хоҡуҡ, фән, көнкүреш темаларын әүҙем яҡтырта башлай. Уның биттәрендә РСФСР-ҙың һәм башҡа союздаш республикаларҙың, сит илдәрҙең иң билдәле һәм күренекле яҙыусылары баҫыла. Гәзиткә яҡын кешеләр раҫлауынса, уның ижтимағи-сәйәси темаға арналған мәҡәләләрендә ул ваҡыттағы барлыҡ совет гәзиттәренә лә тиерлек ҡарағанда күберәк фекер һәм тәнҡит ирке рөхсәт ителә. «Литературная газета» донъяла иң күп цитаталар алынған совет, ә һуңынан Рәсәй ваҡытлы баҫмаларының береһе була[2][3]. Нәҡ шул осорҙа гәзиттә сағыу совет журналистары «түңәрәге» барлыҡҡа килә, уға А. З. Рубинов, Ю. П. Щекочихин, Ю. М. Рост, А. И. Ваксберг, О. Г. Чайковская, Е. М. Богат инә.
Гәзиттең һуңғы, 16-сы битен биләгән «Клуб 12 стульев» юмор бүлеге айырыуса популярлыҡ яулай. «Клуб 12 стульев» менән Виктор Веселовский һәм Илья Суслов етәкселек итә[4]. Был биттә баҫылған юмористар араһында күптәр артабан билдәлелек яулай, шул иҫәптән Аркадий Арканов, Григорий Горин, Зиновий Паперный, Михаил Жванецкий, Эдуард Успенский, Михаил Задорнов, Игорь Иртеньев, Виктор Шендерович, Виктор Коклюшкин, Лион Измайлов, Евгений Шатько һәм башҡалар. «Клуб 12 стульев» битендә даими рәүештә билдәле совет пародисы Александр Иванов баҫылып тора, популяр карикатуристар Виталий Песков (тап "Литературная газета"ла эш башлап, Ватан карикатураһының лидеры булып китә), Вагрич Бахчанян, Владимир Иванов һәм Игорь Макаров, Олег Теслер, Василий Дубов, Михаил Златковский, Андрей Бильжо, Сергей Тюнин, Игорь Копельницкий һәм башҡалар эшләй.
1970 йылда гәзит редакцияһы йыл һайын бирелә торған «Золотой телёнок» премияһын булдыра, ул редакция ҡарары менән «Клуб 12 стульев» рубрикаһында баҫылған иң яҡшы сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр өсөн бирелә[5].
1967—1971 йылдарҙа билдәле демограф Виктор Переведенцев гәзиттең күҙәтеүсеһе була, уның мәҡәләләре 1990 йылға тиклем даими баҫылып тора. 1970 йылда, уҡыусылар аудиторияһы араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, Виктор Переведенцев, профессиональ журналист булмаһа ла, гәзит авторҙары араһында популярлығы буйынса икенсе урынды яулай[6]. Редакцияла Аркадий Ваксберг эшләй.
Александр Чаковский 1988 йылдың 16 декабренә тиклем «Литературная газета»ның баш мөхәррире була. Уның урынбаҫары Виталий Сырокомскийҙың хәтирәләренә ярашлы, баш мөхәррир «редакцияла йылына уртаса ете ай булмай: өс ай — СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары отпускыһы, тағы өс ай — үҙ иҫәбенә ижади отпуск, кәм тигәндә бер ай — Мордовияға һайлаусыларға депутат сәфәрҙәре һәм сит илгә командировкалар»[7].
1990—2001
1990 йылда «Литературная газета» «Матбуғат тураһында»ғы яңы законға ярашлы бойондороҡһоҙ баҫмаға әйләнә. Гәзит логотибынан А. М. Горькийҙың профиле алына[8] һәм редакция 1830 йылды гәзиткә нигеҙ һалыу йылы тип иҫәпләй башлай. 1997 йылда «Литературная газета» редакцияһы «„Литературная газета“ нәшриәт йорто» асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Уның директорҙар советы рәйесе итеп Константин Костин тәғәйенләнә.
1991 йылдан «Литературная газета»ны Аркадий Петрович Удальцов етәкләй. 1998 йылдан баш мөхәррир — Н. Д. Боднарук, 1999—2001 йылдарҙа — Л. Н. Гущин.
2001 йылдан һуң
2001 йылдың 19 апрелендә баш мөхәррир итеп яҙыусы Юрий Поляков тәғәйенләнә, ул быға тиклем гәзиттә социологик һәм сәйәси тематикалы мәҡәләләрен бер нисә тапҡыр баҫтырып сығарған була. Баҫманың идеологияһы ныҡ үҙгәрә, «Литературная газета» консерватив-патриотик йүнәлеш ала.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Ленин ордены (1971)
• Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1979)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Историческая справка
- ↑ Борин А. Моя «Литературка».
- ↑ «Литературная газета»: Историческая справка Архивная копия от 28 октябрь 2021 на Wayback Machine.
- ↑ И битвы, где вместе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2020. Архивировано 10 декабрь 2020 года.
- ↑ Литературная премия «Золотой телёнок». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2015. Архивировано из оригинала 1 июль 2015 года.
- ↑ Виктор Иванович Переведенцев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2009. Архивировано 31 май 2009 года.
- ↑ Цит. по: Васькин А. «В чужом глазу соринку видим»: Ответ Чаковскому С. А. // «Литературная газета», № 8 (6773) (24-02-2021)
- ↑ Поляков Ю. До прихода в Кремль Путина моё назначение в «Литгазету» было бы невозможно Архивная копия от 11 октябрь 2020 на Wayback Machine
Һылтанмалар
- lgz.ru — «Литературной газеты» рәсми сайты
- РНБ-ның «Гәзиттәр селтәрҙә һәм унан ситтә» «Литературной газеты» белешмәһендә электрон күсермәләр
- Историческая справка
- Старые номера ЛГ (1937—1987)
- Статья «Литературная газета» в Литературной энциклопедии (1929—1939)
- Две статьи о разных «Литературных газетах» в БСЭ: [1] [2]
- «Литературная газета» / Н. Ю. Богатырёва // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Открытое письмо владельцам «Литературной газеты»