Публицистика

Публицистика (лат. publicus; башҡортсаға тәржемәлә «ижтимағи» тигән мәғәнә бирә) — йәмғиәттең ағымдағы тормошононоң көнүҙәк проблемаларына һәм күренештәренә арналған әҫәрҙәр төрө; йәмәғәт фекеренең плюрализмын, шул иҫәптән тормоштоң киҫкен проблемалары тирәләй формалашҡан плюрализмды (күп фекерлекте) сағылдырыу сараһы булараҡ мөһим сәйәси һәм идеологик әһәмиәткә эйә.

Публицистиканың асылы

Публицистика, технология тәбиғәт белеменә ҡараған кеүек, йәмғиәт һәм дәүләт тураһындағы фәнгә ҡарай тип әйтергә була: ул фәндән дөйөмләштереүҙәр ала һәм уларҙы өгөт-нәсихәттәргә әйләндерә. Публицист фән һығымталарын популярлаштырамы әллә үҙ тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен хәбәр итәме, ул быны уҡытыу-өйрәтеү, белем биреү өсөн түгел, ә «йәмәғәт фекере» тип аталған сәйәси көскә йоғонто яһау өсөн эшләй. Шуға күрә публицистика өлкәһенә бары тик ағымдағы тормош йүнәлешендә хәл иткес әһәмиәткә эйә көнүҙәк мәсьәләләр генә инә; башҡа шарттарҙа бары тик фәнни әһәмиәткә эйә булған теоретик һорауҙың да ниндәйҙер бер ваҡытта көнүҙәккә әйләнеүе мөмкин. Йәмәғәт тормошоноң тиҙләтелгән пульсы, етәкселәренән һәр ваҡыт билдәле һәм әҙер фекер талап итеп, публицистикала шикләнеүгә һәм икеләнеүгә урын ҡалдырмай. Ижтимағи-сәйәси үҫештең теге йәки был йүнәлеше өсөн көрәш барышында фәндә билдәле предметты теүәл тикшереү тамамланғанмы-юҡмы икәнен асыҡлап тороу мөмкинлеге юҡ. Публицистика һаҡлыҡ менән эш иткән фән һығымталарын уҙып китә һәм бөгөн үк хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итә; һәр ваҡыт субъектив булараҡ, публицистика үткәнде өйрәнеүгә ҡарағанда күберәк киләсәк идеалына ориентир тота. Ҡаршы яҡ менән бәхәсләшкәндә, ул, кәрәк булһа, уны яңылышҡан теоретик тип түгел, ә йәмғиәттә таралыуы зыянлы булған ҡарашты яҡлаусы һәм ошо ҡарашты йөрөтөүсе тип күрә; был нигеҙҙә ҡаршы яҡтың ҡарашынан уның шәхесенә еңел генә күсеүгә лә алып килә; шуға күрә публицистиканың бөтә йәшәү осоронда уның иң сағыу өлгөләрен памфлет формаһында табабыҙ.

Әҙәби тәнҡитсе Игорь Дедков фекеренсә,

« Публицистика — журналистиканың юғары төрө. <…> Ул һәр ваҡыт бәхәстәр, яңы идеялар өсөн көрәшкә әҙер булыуы менән айырылып тора. Публицист ижады менән уй-фекерҙең оялсанлығы һәм трафаретлығы, иллюстративлығы һәм ҡараштың үҙаллылыҡһыҙлығы тап килмәй
Краткая литературная энциклопедия, т.6, стлб.73. — М.: Сов. энциклопедия, 1971.
»

Тарихы

Публицистиканың башланғысын әҙәбиәттең алыҫ үткәнендә күрергә тырышыуҙар бар; Эрнест Ренан хатта изге яҙмалағы пәйғәмбәрҙәрҙе боронғо публицистар тип атай. Игорь Дедков был фекерҙе хуплай, «рус публицистик әҙәбиәте Илариондың «Слово о Законе и Благодати» әҫәренә Һәм Максим Гректың ғәйепләүсе әҫәрҙәренә барып тоташа» тип өҫтәй[1]. Әммә, һис шикһеҙ, публицистиканың хәҙерге формаһы — ул яңы тарих булдырыу. Был тарихтың бөтә ағымы публицистиканың ҡеүәтле үҫеше менән билдәләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. Краткая литературная энциклопедия, т.6, стлб.72. — М.: Советская энциклопедия, 1971.

Әҙәбиәт

  • Публицистика // Литературная энциклопедия терминов и понятий / Под ред. А. Н. Николюкина. — Институт научной информации по общественным наукам РАН: Интелвак, 2001. — Стб. 837—838. — 1596 с. — ISBN 5-93264-026-X.
  • Публицистика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Категориялар