Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Халыҡтар Дуҫлығы ордены — Советтар Союзының дәүләт наградаларының береһе. СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Совет дәүләте ойошторолоуҙың 50 йыллығы уңайынан 1972 йылдың 17 декабрендә булдырылған. СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 18 июлендәге указы менән ордендың статуты өлөшләтә үҙгәртелә. Ордендың эскиз авторы РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975) рәссам Александр Борисович Жук. Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләү 1991 йылда туҡтатыла.

Ордендың статуты

undefined


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә