«Еңеү» ордены
«Еңеү» ордены | |||
---|---|---|---|
«Еңеү» ордены | |||
|
|||
Ил |
![]() |
||
Төр | юғары хәрби орден | ||
Кемгә тапшырыла | Ҡыҙыл Армияның юғары хәрби командалығына | ||
Статус | бирелмәй | ||
Статистика | |||
Параметрҙар |
йондоҙҙоң ҡапма-ҡаршы ике осҡоно остарының араһы — 72 мм, дөйөм ауырлығы — 78 г: платина — 47 г, алтын — 2 г, көмөш — 19 г, рубиндар — 25 карат, бриллианттар — 16 карат. |
||
Беренсе бүләкләү | 10 апрель 1944 йыл | ||
Һуңғы бүләкләү |
9 сентябрь 1945 йыл (1978 йылдың 20 феврале)[1] |
||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе | 20 (19)[1] | ||
Сиратлылыҡ | |||
Өлкәнерәк награда | юҡ | ||
Кесерәк награда | юҡ | ||
![]() |
«Еңеү» ордены (рус. Орден «Победа») — Бөйөк Ватан һуғышы выҡытында булдырылған орден. Был орден менән Оло еңеүгә мөһим өлөш индергән юғары хәрби етәкселәр бүләкләнгән. 1944—1945 йылдарҙа был юғары хәрби орденға 16 кеше 19 тапҡыр лайыҡ булған. Шулар араһында 10 Советтар Союзы Маршалы, бер армия генералы һәм 5 сит ил кешеһе бар.
«Еңеү» ордены менән бүләкләү тәртибе бер тапҡыр тупаҫ рәүештә боҙола. Үкенесле хәл 1978 йылдың 20 февралендә КПСС ҮК Генераль сәркәтибе, СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе, СССР оборона Советы рәйесе, Советтар Союзы Маршалы Л. И. Брежневҡа СССР Юғары Совет Президиумы тарафынан сираттағы бүләк итеп тапшырыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Был ваҡиға кешеләрҙең, бигерәк тә яугирҙәрҙең, хәтерен ныҡ ҡалдыра. СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачёвтың 1989 йылдың 21 сентябрендәге ҡарары менән үрҙә әйтелгән тарихи хата төҙәтелә. СССР Юғары Совет Президиумы ҡарары юҡҡа сығарыла.
«Еңеү» ордены Рәсәй Федерацияһының рәсми хөкүмәт бүлектәре исемлегенә индерелмәгән. Был орден менән башҡа бер кем дә бер ваҡытта ла бүләкләнмәйәсәк.
Орден[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Платинанан эшләнгән биш осло йондоҙ. Диаметры 72 мм. Дөйөм ауырлығы 16 карат (3,2 г) булған 150 алмаз менән биҙәлгән. Йондоҙҙоң нурҙары рубиндан эшләнгән. Йондоҙ уртаһында урынлашҡан зәңгәр төҫтәге медальонға Кремль стенаһы, Спас манараһы, В. И. Ленин мавзолейы рәсеме төшөрөлгән. Медальондың өҫкө өлөшөндә «СССР», аҫҡы яғында «ПОБЕДА» тип яҙылған.
Планка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Орден планкаһы башҡа совет ордендарының планкаларына ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ. 6 совет орденының төҫөн үҙ эсенә алған, һәр төҫ араһы ярты миллиметр киңлегендә аҡ һыҙыҡтар менән бүленгән.
- Ҡыҙғылт һары, уртаһында ҡара — Дан ордены
- Зәңгәр — Богдан Хмельницкий ордены
- Ҡара ҡыҙыл — Александр Невский ордены
- Күм — күк — Кутузов ордены
- Йәшел — Суворов ордены
- Ҡыҙыл (урталағы өлөш) — Ленин орден
Орден менән бүләкләнгәндәр исемлеге
Ике тапҡыр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Василевский Александр Михайлович: 1944 йылдың 10 апрелендә, 1945 йылдың 8 сентябрендә
- Жуков Георгий Константинович: 1944 йылдың 10 апрелендә, 1945 йылдың 30 мартында
- Сталин Иосиф Виссарионович: 1944 йылдың 29 июлендә, 1945 йылдың 26 июнендә
Бер тапҡыр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Конев Иван Степанович: 1945 йылдың 30 мартында
- Рокоссовский Константин Константинович: 1945 йылдың 30 мартында
- Малиновский Родион Яковлевич: 1945 йылдың 26 апрелендә
- Толбухин Фёдор Иванович: 1945 йылдың 26 апрелендә
- Говоров Леонид Александрович: 1945 йылдың 31 майында
- Тимошенко Семён Константинович: 1945 йылдың 4 июнендә
- Антонов Алексей Иннокентьевич: 1945 йылдың 4 июнендә
- Мерецков Кирилл Афанасьевич: 1945 йылдың 8 сентябрендә
- Брежнев Леонид Ильич (1978 йылдың 20 февралендә бирелгән, 1989 йылдың 21 сентябрендә ғәмәлдән сығарылған)
Сит ил кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бернард Монтгомери (Бөйөк Британия): 1945 йылдың 5 июнендә
- Дуайт Эйзенхауэр (АҠШ): 1945 йылдың 5 июнендә
- Михай I (Румыния короле): 1945 йылдың 6 июлендә
- Михал Роля-Жимерский (Польша): 1945 йылдың 9 авгусында
- Иосип Броз Тито (Югославия): 1945 йылдың 9 сентябрендә
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Ионина Н. А. Сто великих наград. — Киев: Вече, 2003. — 432 с. — ISBN 5-7838-1171-8.
- Савичев Н. П. Символы трудовой и ратной доблести. — Киев: Радяньска школа, 1987. — 233 с.
- Смыслов О. С. Загадки советских наград. — Киев: Вече, 2005. — 352 с. — ISBN 5-9533-0446-3.
- Цыпленков Кирилл. Орден Победа. Архивная находка к 60-летию учреждения // Цейхгауз : журнал. — М., 2003. — Вып. 21. — С. 42—44.
- Цыпленков Кирилл. «Победа» меняет владельца. Опыт идентификации орденов: от Жукова до Брежнева // Старый Цейхгауз : журнал. — М., 2014. — Вып. 2(58). — С. 60—72.
Һылтанмалар
- Кавалеры ордена Победа 2010 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- Грамота к Ордену Победы 2014 йылдың 20 июль көнөндә архивланған.