Кутузов ордены

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кутузов ордены
Дәүләт
Лауреаттар категорияһы Категория:Кутузов ордены кавалерҙары
Нигеҙләү датаһы 29 июль 1942
Изображение орденской планки
Хөрмәтенә аталған Михаил Илларионович Кутузов[d]
...дән бүләк СССР хөкүмәте[d]
Уровень выше Ушаков ордены
Уровень ниже Нахимов ордены
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кутузов ордены — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда булдырылған совет наградаһы, Михаил Кутузов хөрмәтенә аталған. Орден Рәсәй Федерацияһының наградалар системаһында һаҡланып ҡалған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кутузов ордены — булдырыу ваҡытынан һәм өҫтөнлөгө буйынса Суворов орденынан һуңғы икенсе «полководец» ордены. Был орден — төрлө дәрәжәләре төрлө ваҡытта булдырылған берҙән-бер совет ордены. СССР Юғары Советы Президиумының хәрби ордены — III дәрәжә Кутузов орденын булдырыу һәм Суворов ордены статуына өҫтәмәләр тураһындағы 1943 йылдың 8 февралендәге Указы менән III дәрәжә Кутузов ордены булдырыла һәм уны бүләкләнеүселәрҙең вазифалары буйынса Суворов орденына тап килтерә. Суворов орденынан айырмалы рәүештә Кутузов ордены «оборона» һәм «штаб» төшөнсәләре менәнбәйле була һәм был айырма уның Статутында сағылдырыла. Орден Сталиндың 1942 йылдың 28 июлендәге (ғәскәрҙәрҙә «Ни шагу назад!» бойороғо булараҡ билдәле) бойороғонан һуң киләһе көндө 1942 йылдың 29 июлендәге Указға ярашлы булдырыла.

Суворов ордены, Кутузов һәм Александр Невский полководец ордендарын булдырыу тураһында ҡарар 1942 йылдың июнь айы башында ҡабул ителә. Яңы ордендар эскиздары өҫтөндә Ҡыҙыл Армияның Баш интендант идаралығының Техник комитеты шөғөлләнә. Ордендарҙы проектлау буйынса конкурста Баш интендант идаралығының рәссам-архитекторы И. С. Телятников, рәссамдар Дмитриев С. И., Москалев Н. И, Кузнецов А. И., Каретников Н. А., архитекторҙар Руднев Л. В., Жолтовский И. В., Скокан П. И., МХАТ рәссамы Гремиславский И. Я. Һөҙөмтәлә 1943 йылдың 13 июлендә ҡабул итеү комиссияһы рәссам Н. И. Москалевтың проекты раҫлай. Москалев киләсәктә Богдан Хмельницкийҙың һәм Дан ордендары, шулай уҡ ҡалаларҙы азат итеү өсөн миҙалдар проекттарын ижад итә.

1943 йылдың 28 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы I дәрәжә Кутузов орденының тәүге кавалерҙары — 17 хәрби етәксеһе бүләкләнә.

Ҡайһы бер совет хәрби начальниктары I дәрәжә Кутузов ордены менән ике һәм хатта өс тапҡыр бүләкләнә. I дәрәжә Кутузов ордены менән биш кеше бүләкләнә: Советтар Союзы Маршалы Соколовский В. Д. (шулай уҡ ул I дәрәжә Суворов ордены менән 3 тапҡыр бүләкләнгән була),; генерал-полковник Коротеев К. А., генерал-полковник Штыков Т. Ф., авивция генерал-полковнигы Никитин А. В., генерал-лейтенант Владимирский А. В.

II дәрәжә Кутузов ордены менән Советтар Союзы Маршалдарыы Гречко А. А., Захаров М. В. Москаленко К. С., армия генералдары Лелюшенко Д. Д., Малинин М. С., Попов М. М., Колпакчи В. Я., , Федюнинский И. И., генерал-полковниктар Галанин И. В., Громадин М. С., Желтов А. С. һәм башҡалар.

I дәрәжә Кутузов ордены менән наградланғандар араһында генерал званиеһына эйә булмаған офицерҙар була, мәҫәлән, подполковник Ванякин А. В., полковниктар Вайсбанд Д. С., Прутков С. Д. (I дәрәжә Кутузов ордены менән наградланған араһында иң йәше).

I дәрәжә Кутузов ордены менән наградланған берҙән-бер адмирал — Горшков С. Г.

1943 йылдың 28 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы II дәрәжә Кутузов ордены менән 4 генерал бүләкләнә: генерал-лейтенант В. Герасименко Ф., генерал-майорҙар Козлов П. М., Мельник К. С. һәм Селиванов А. Г.

II дәрәжә Кутузов ордены менән ике тапҡыр бүләкләү осраҡтары һирәк күҙәтелә.

Үҙенең статуты буйынса Кутузов ордены менән хәрби операция үткәргән саҡта ҙур уңыштарға өлгәшкән командирҙар ғына бүләкләнергә тейеш булыуына ҡарамаҫтан, был орден менән Ҡыҙыл Армияның оборона һәләтлегенә билдәле өлөш индергән өсөн бүләкләү осраҡтары күп булған. I дәрәжә Кутузов орденына юлдар наркоматының, авиация, танк һәм миномет сәнәғәте ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре, бер нисә өлкә башҡарма комитеттары етәкселәре лайыҡ була.

Үҙенең статуты буйынса Кутузов ордены менән хәрби операция үткәргән саҡта ҙур уңыштарға өлгәшкән командирҙар ғына бүләкләнергә тейеш булыуына ҡарамаҫтан, был орден менән Ҡыҙыл Армияның оборона һәләтлегенә билдәле өлөш индергән өсөн бүләкләү осраҡтары күп булған. I дәрәжә Кутузов орденына юлдар наркоматының, авиация, танк һәм миномет сәнәғәте ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре, бер нисә өлкә башҡарма комитеттары етәкселәре лайыҡ була.

I дәрәжә Кутузов ордены менән НКВД-ның һәм конттрразведканың 20-нән ашыу хеҙмәткәре бүләкләнә. Мәҫәлән, «Смерш» начальнигы, 2-се ранг дәүәләт хәүефһеҙлеге комиссары Абакумов, 1-се Белоруссия фронты контрразведкаһы идаралығы начальнигы Вадис, ССС эске эштәр наркомы урынбаҫары генерал-майор Сафразьян. Нквд хеҙмәткәрҙәре булған 20-нән ашыу i дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары һәм контрразведка. Миҫал өсөн начальнигы тип атарға мөмкин ГУКР «Смерш» комиссар именлек 2-се ранг Абакумов, контрразведка идаралығы начальнигы 1-се белоруссия фронтында генерал-лейтенант Вадис, СССР эске эштәр халыҡ комиссары урынбаҫары, генерал-майор Сафразьян.

Шулай уҡ 100-ҙән ашыу сит ил армиялары офицерҙары, төрлө дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә.

I дәрәжә Кутузов орденын үҙенең байрағына беркеткән дүрт берләшмәнең береһе — 1-се гвардия Пролетар Мәскәү-Минск, Ленин орденлы, Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов һәм I дәрәжә Кутузов ордендары мотоуҡсылар дивизияһы. Был берләшмә — Ҡыҙыл Армияла иң титуллыларҙан. Шулай уҡ бындай наградаға Кубань-Баранович һәм Кубань-Слуцк кавалерия дивизиялары.

Сәнәғәт предприятиеһын полководец ордены менән бүләкләү — тәбиғи булмаған күренеш. Шуға ҡарамаҫтан, 1945 йылда Ленин исемендәге Силәбе трактор заводы, шулай уҡ Кузнецк металлургия комбинаты (дүрт тапҡыр орденлы) танкылар төҙөүселәрҙең һәм металлургтарҙың ҙур өлөш индергән өсөн I дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә.

Рәсәй федерацияһы оборона министрлығы үҙәк архивы мәғлүмәттәре буйынса 2014 йылдың аҙағына ҡарата бүләкләнеүселәргә 311 орден тапшырылмаған(һылт).

Орден статуты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кутузов ордены өс дәрәжәнән тора: I, II һәм III дәрәжә. Ордендың юғары дәрәжәһе -I дәрәжә.

Кутузов ордены менән бүләкләү (III дәрәжнән башҡа) СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән генә башҡарыла.

I дәрәжә Кутузов ордены менән фронт һәм армия командующийҙары, уларҙың урынбаҫар һәм штаб начальниктары бүләкләнә.

II дәрәжә Кутузов ордены менән корпустар, дивизиялар, бригадалар командирҙары һәм штабтар начальниктары бүләкләнә.

III дәрәжә Кутузов ордены менән полктар, батальондар, роталар командирҙары һәм полктар штабтары начальниктары бүләкләнә.

Кутузов ордены күкрәктең уң яғында йөрөтөлә. I дәрәжә Кутузов ордены I дәрәжә Ушаков орденынан һуң урынлаштырыла; II дәрәжә Кутузов ордены II дәрәжә Ушаков орденынан һуң урынлаштырыла; III дәрәжә кКутузов ордены III дәрәжә Суворов орденынан һуң урынлаштырыла.

Ордендың тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марка СССР, 1944

I дәрәжә Кутузов ордены алтындан эшләнә һәм ҡабарынҡы биш осло йондоҙ һүрәтенән тора, йондоҙҙоң өҫтө таралған нурҙар рәүешендә эшләнгән. Йондоҙҙоң уртаһында — аҡ эмаль менән ҡапланған түңәрәк, уны түңәрәк буйлап алтын лавр-имән таж менән уратылған, аҫҡы өлөштә та таждың остары ҡыҙыл эмаль таҫмаһы менән ҡушып үрелгән. Түңәрәктең үҙәгендә көмөш төҫтәге Кремль башняһы фонында — Кутузовтың алтын рельефлы һүрәте. Кремль башняһы түбәһендә — рубин-ҡыҙыл эмаль менән ҡапланған биш осло йондоҙ. Кутузов һүрәте тирәләй аҡ эмаль таҫмала — «МИХАИЛ КУТУЗОВ» яҙыуы. Таҫма ҡатарҙары һәм яҙыу — алтын төҫөндә. Алтын йондоҙ остарының аралары биш көмөш нур шәлкеме менән ҡапланған, улар аҡ эмаль таҫма аҫтынан күренеп тора.8skn/

Беренсе дәрәжә орденда алтын миҡдары — 19,976±г 0.76 грамм, көмөш — 18,952±0.734 грамм. Ордендың дөйөм ауырлығы — 42,0±1,8 грамм.

Икенсе һәм өсөнсө дәрәжә ордендары тулыһынса көмөштән эшләнелгән. II дәрәжә Кутузов ордены көмөштән эшләнә, түңәрәк буйлап таж эшләнмәй. Кутузовтың һүрәте, «МИХАИЛ КУТУЗОВ» һәм аҫтағы биш осло йондоҙ — көмөш, оксидланған.

Икенсе дәрәжә орденында көмөш күләме — 36,161±1.391 грамм. Ордендың дөйөм ауырлығы — 37,3±1,7 грамм.

III дәрәжә Кутузов ордены билдәһенең урталағы түңәрәгендә һәм Кремль манараһындағы йондоҙҙа эмаль юҡ. Кутузов һүрәте, түңәрәкте уратҡан таҫма һәм таҫмалағы яҙыу оксидатланған.

Өсөнсө дәрәжә орденында көмөш күләме — 24,189±1.369 грамм. Ордендың дөйөм ауырлығы — 26,2±1,5 грамм.

I һәм II дәрәжә ордендарының размеры йондоҙ осонан һәм уға ҡаршы ятҡан нурҙар шәлкеме осона тиклем  — 50 мм. III дәрәжә ордендың размеры — 44 мм.

Билдәнең артҡы яғында кейемгә орденды беркетеү өсөн гайка менән ҡырлы штифт бар.

Орден таҫмаһы һарғылт буйлы ҡарағусҡыл-күк төҫтәге ебәк муар:

  • I дәрәжә өсөн — таҫма уртаһынан 5 мм киңлеге бер буй үтә;
  • II дәрәжә — таҫманың ситтәренән һәр береһе 3 мм киңлектәге буйҙар үтә;
  • IIIдәрәжә — таҫма уртаһынан һәм ситтәренән һәр береһе 2 мм киңлегктәге буйҙар.

Таҫма киңлеге — 24 мм.

Рәсәй Федерацияһы ордены[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Орден Рәсәй Федерацияһының наградалар системаһында Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 20 мартындағы 2557-1-се һанлы Ҡарарына ярашлы һаҡланып кала, әммә Рәсәй Федерацияһы наградаһы булараҡ 2010 йылға тиклем уның статуты һәм рәсми рәүештә тасуирламаһы булмай.

2010 йылдың 7 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының «Рәсәй Федерацияһы наградалар системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» Указына ярашлы ордендың статуты һәм тасуирламаһы раҫлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дуров В. А. Русские и советские боевые награды. Государственный ордена Ленина исторический музей. — М.: Внешторгиздат, 1990. — С. 53—60.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 38—40.
  • Малинкин А. Н. Символика орденов СССР. Исследование по социологии награды. — М.: Фонд «Новое тысячелетие», 2005. — 136 с. — ISBN 5-86947-958-7.
  • Потрашков С. В. Награды СССР, России и Украины. — Белгород: Клуб семейного досуга, 2011. — С. 146—151. — ISBN 978-5-9910-1393-2.
  • Потрашков С. В., Лившиц И. И. Награды Второй мировой войны. — М.: Эксмо, 2008. — С. 178—179. — ISBN 978-5-699-29296-7.
  • Смыслов О. С. Награды Великой Победы. — М.: Вече, 2010. — С. 100—109. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-4637-5.
  • Суржик Д. В. Награды Второй мировой войны. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2011. — С. 65. — ISBN 978-5-373-03798-3.
  • Царёва Т. Б. Все награды Второй мировой войны. Ордена, медали и нагрудные знаки. — Ростов н/Д: Владис, 2010. — С. 51—53. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-9567-0859-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:СССР ордендары