СССР Юғары Советы
- "ВС СССР" бите бында йүнәтелә.
| Верховный Совет Союза Советских Социалистических Республик ru:Верховный Совет Союза Советских Социалистических Республик | |
|---|---|
|
|
|
| Тип | |
| Тип |
ике палаталы совет (1938—1989) ике палаталы парламент (1989—1991) |
| Палаты | Союз Советы и СССР Юғары Советының Милләттәр советы[1] |
| История | |
| Нигеҙләнгән ваҡыты | 1936 йыл |
| Бөтөрөлгән ваҡыты |
1991 йыл (СССР тарҡалыуы) |
| Алдан килеүсе | СССР Советтары съезы һәм СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты |
| Дауамсы |
|
| Руководство | |
| СССР Юғары Советы рәйесе |
Анатолий Лукьянов (һуңғыһы), КПСС с 15 март 1990 по 4 сентябрь 1991 |
| Союз Советы Рәйесе |
Константин Лубенченко (һуңғыһы) с 28 октябрь 1991 по 2 ғинуар 1992 |
| Милләттәр Советы Рәйесе |
Рафик Нишанов (һуңғыһы) с 6 июнь 1989 по 21 октябрь 1991 |
| Структураһы | |
| Ағзалар | 542-тән (12 саҡырылыш) 1556-кә тиклем (9 сағырылыш) |
| Һуңғы һайлауҙар |
тура йәшерен альтернативаһыҙ тауыш биреү(1937—1989), СССР халыҡ депутаттары съезы ағзалары йәшерен тауыш биреү (1989—1991) |
Советтар Союзы Юғары Советы (СССР Юғары Советы) — 1938—1989 йылдарҙа Совет Социалистик Республикалар Союзының юғары дәүләт органы, вәкәләтлек һәм закон сығарыу органы . 1938 — 1991 йылдарҙа эшләй. 1938—1989 йылдарҙа сессияларға йылына ике тапҡыр икешәр көнгә йыйылған [2]), 1989—1991 йылдарҙа СССР-ҙың даими эшләүсе закондар сығарыу власть органы булып тора.
Юғары Советтың закондар сығарыу, өлөшләтә башҡарма һәм контроль итеү хоҡуғы ла булған. СССР Юғары Советы тарафынан сығарылған закондар хоҡуҡ сығанағы булып торған; Юғары Совет коллектив дәүләт башлығы булып иҫәпләнгән ( сессиялар араһында Юғары Советтың закон сығарыу, вәкәләтлек һәм башҡа функцияларын Юғары Совет Президиумы үтәгән). 1989 йылдан СССР Юғары Советы рәйесе бер үҙе илдең башлығы булып иҫәпләнә башлай [3],1990 -1991 йылдарҙа — СССР президенты.
1930-се йылдарҙа СССР Юғары Советы өсөн « Советтар һарайы» төҙөргә йыйынғандар,тик ул төҙөлмәй ҡала. СССР Юғары Советы Мәскәүҙә Кремлдә урынлаша.СССР Юғары Советы Президиумы рәсейенең ҡабул итеү бүлмәһе Мәскәүҙә Моховая урамы (Карл Маркс проспекты) менән( 4/7 һанлы йортта) Воздвиженка урамы ( Калинин проспекты) киҫелешендә була.
Тарих
СССР Юғары Советы 1936 СССР Конституцияға ярашлы ойошторола. Ул ошоғаса эшләп килгән СССР Советтар съезы менән СССР Үҙәк башҡарама комитетын алмаштыра. 1938 йылдың 12 ғинуарынан уларҙың вәкәләте бөтә.
СССР Юғары Советы депутаттарын халыҡ дөйөм, тигеҙ, тура һайлауҙар аша һайлай .
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Совет Национальностей 5 сентября 1991 года сменил Совет Республик. Однако в Конституцию СССР не были внесены соответствующие изменения, и де-юре Совет Национальностей действовал до момента распада СССР
- ↑ 09011. www.knowbysight.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2019.
- ↑ Закон СССР от 1 декабря 1988 г. N 9853-XI "Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) СССР". constitution.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2019.
Һылтанмалар
- СССР ТВ Сессия Верховного Совета СССР 1985 г.
- Положение о выборах в Верховный Совет СССР 1937 года
- Положение о выборах в Верховный Совет СССР 1945 года
- Закон о выборах в Верховный Совет СССР 1978 года
- Регламент Съезда народных депутатов СССР и Верховного Совета СССР 1989 года / Глава 4. Избрание Верховного Совета СССР
Ҡалып:Государственные институты власти СССР
Ҡалып:Депутаты Верховного Совета СССР Ҡалып:Парламенты России