СССР гербы
СССР гербы (рус. Герб СССР) — СССР-ҙың рәсми дәүләт символы, флаг һәм гимн менән бер рәттән, тәүге социалистик гербтарҙың береһе. Герб СССР Конституцияһында нығытыла (143 статья) һәм Ер шары фонында, ҡояш нурҙарында һәм башаҡтар уратыуында ураҡ һәм сүкеш һүрәтенән ғибәрәт, союздаш республикалар телдәрендә: «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән яҙыуы бар. Гербтың өҫкө өлөшөндә — һары ситле биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙ.
СССР гербы эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең берҙәмлеген, Союз дәүләтендә тиң хоҡуҡлы союздаш республикаларҙың ирекле берләшеүен, бөтә милләттәрҙең тиңлеген символлаштыра һәм СССР халыҡтарының Ер шарының бөтә илдәре хеҙмәтсәндәре менән халыҡ-ара теләктәшлеге идеяһын сағылдыра.
Гербта материктар асыҡ көрән төҫтә, девиз — ҡыҙыл таҫмаға алтын хәрефтәр менән яҙылған. Башаҡтар дәүләттең йәшәү һәләтен, сәскә атыуын символлаштыра; ҡояш — коммунистик идеялар яҡтылығы, яҡты киләсәк.
Тарихы
СССР-ҙың беренсе дәүләт гербы СССР Үҙәк башҡарма комитеты тарафынан 1923 йылдың 6 июлендә раҫлана. Уның тасуирламаһы СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһыда нығытыла. 1923—1931 йылдарҙа «Бөтә илдәрҙең пролетарҙары, берләшегеҙ!» девизы бойҙай башаҡтары уратҡан алты ҡыҙыл таҫмаға (таҫмаларҙың һәр береһенә СССР-ҙың рәсми телдәре булған дүрт нигеҙ һалыусы союздаш республикаларҙың үҙ телендә (урыҫ, украин, белорус, әрмән, грузин һәм әзербайжан теле) яҙылған. 1937—1946 йылдарҙа гербта 11, 1946—1956 йылдарҙа 16, 1956 йылдан 15 таҫма була[1].
Галерея
Шулай ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- ↑ Герб СССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2022. Архивировано 19 апрель 2021 года.
Әҙәбиәт
- Поцелуев В. А. Гербы Союза ССР: Из истории разработки / Редактор М. А. Романова, художник В. И. Примаков. — М.: Политиздат, 1987. — 166 с.
| Алдан килеүсе: РСФСР гербы, ЗСФСР гербы, УССР гербы, БССР гербы |
Герб СССР 1922—1991 |
Һуңынан килеүсе: Рәсәй Федерацияһы гербы |