Совет символдары
Совет символдары (рус. Советская символика) — Совет дәүләтен һәм Октябрь революцияһын кәүҙәләндергән дәүләт һәм революцион айырыу билдәләре һәм һүрәттәре ҡатламы[1]. Улар коммунистар[1]] һәм һулдар демонстрацияларында, ҡыҙылармеецтарҙың хәрби сығыштарында ҡулланыла, шулай уҡ Советтар Союзының дәүләт символдары ролен үтәй.
Ҡыҙыл йондоҙ
Совет символикаһының тәүге билдәләре булып крәҫтиәндәр һәм эшселәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек символдары: ураҡ һәм сүкеш һәм биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙ һанала. Улар Ҡыҙыл Армияла 1917—1918 йылдарҙа барлыҡҡа килә[1] һәм донъяла иң танылған социалистик символдарҙың береһе була[1]. Һуңынан Советтар Союзының һәм уның составына ингән республикаларҙың дәүләт символына әүерелә.
Ҡыҙыл йондоҙ — геральдик билдә, Ҡыҙыл Армия символы була[2], РФ Ҡораллы көстәрендә ҡулланыла, СССР флагында һәм гербында, Варшава килешеүе илдәренең флагтарында һәм гербтарында, һул ойошмаларҙың һәм хәрәкәттәрҙең символдары булып тора. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре байрағы, Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәре[3], Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡораллы Көстәре һәм Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһы эмблемаларында элементтарҙың береһе була. Ҡайһы бер дәүләттәрҙең һәм уларҙың административ берәмектәренең рәсми символдарында элемент булып тора. Ул шулай уҡ ЦСКА кеүек бер нисә спорт клубының һәм Heineken кеүек ҡайһы бер компанияларҙың эмблемаларында һүрәтләнгән (XIX быуаттан). 1917 йылдың майына тиклем ҡыҙыл төҫтәге биш мөйөшлө йондоҙ АҠШ хәрби авиацияһының тәүге таныу билдәһе була[4].
Герб
СССР гербы — СССР-ҙың рәсми дәүләт символы, флаг һәм гимн менән бер рәттән, тәүге социалистик гербтарҙың береһе. Герб СССР Конституцияһында нығытыла (143 статья) һәм Ер шары фонында, ҡояш нурҙарында һәм башаҡтар уратыуында ураҡ һәм сүкеш һүрәтенән ғибәрәт, союздаш республикалар телдәрендә: «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән яҙыуы бар. Гербтың өҫкө өлөшөндә — һары ситле биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙ[5].
Флаг
СССР флагы — ҡыҙыл тура мөйөшлө туҡыма, уның өҫкө мөйөшөндә алтын ураҡ һәм сүкеш һүрәте, улар өҫтөндә алтын ҡайма менән уратып алынған биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙ. Флагтың оҙонлоғона нисбәте — 1 : 2[5].
Гимн
Советтар Союзының дәүләт гимны СССР Юғары Совет Президиумы ҡарары менән 1977 йылдың 27 майында ҡабул ителгән. Авторҙар: көйө — С. В. Михалков һәм Эль-Регистан һәм һүҙҙәре — А. В. Александров
СССР тарҡалғандан һуң
СССР тарҡалғас, уның символдарының юридик көсө юғала[1] һәм элекке союздаш республикаларҙың береһендә лә рәсми рәүештә дәүләт йәки халыҡ-ара вәкиллек билдәһе сифатында ҡулланылмай.
Шулай уҡ Европа суды СССР гербы төшөрөлгән сауҙа маркаларын теркәүҙе тыя[6].
Әҙәбиәт
- Альбом флагов и вымпелов Российской Социалистической Федеративной Советской Республики, союзных советских республик и иностранных государств / К. Дунин-Борковский. — М.: издание Народного Комиссариата по иностранным делам РСФСР, 1923.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Советская символика. Как серпом по Западу. www.km.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2019. Архивировано 7 ғинуар 2014 года.
- ↑ Красная Звезда — символ Красной Армии
- ↑ Детям об армии › Плац › Геральдические символы Вооруженных Сил Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2008. Архивировано из оригинала 13 ноябрь 2016 года.
- ↑ As seen on the 1st Aero Squadron Curtiss JN-3s (инг.)
- ↑ 1 2 ГОСУДАРСТВЕННЫЕ СИМВОЛЫ СИМВОЛЫ СУБЪЕКТОВ РФ ИСТОРИЯ РОССИЙСКИХ СИМВОЛОВ ПРАВИТЕЛЬ - СИМВОЛ ГОСУДАРСТВЕННОЙ ВЛАСТИ ПАТРИОТИЧЕСКИЕ МЕЛОДИИ - СИМВОЛЫ ВРЕМЕНИ. simvolika.rsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2019. Архивировано 7 июль 2020 года.
- ↑ Европейский суд запретил делать герб СССР торговой маркой. РБК (21 сентябрь 2011). Архивировано из оригинала 5 июнь 2016 года.