Континент

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Континент моделдәре

Континент (лат. continens — күләмле, өҙлөкһөҙ) — ҙур өлөшө океан менән ҡапланмаған, ситтәре океан кимәленән түбән урынлашҡан ер ҡабығының ҙур массивы.[1]

Геологик мәғәнәлә континент материк ситен, шельф һәм тирә-яҡтағы утрауҙарҙы үҙ эсенә ала. Уның формаһы геологик ваҡыт арауығында үҙгәрә. Ерҙәге элекке дәүерҙәге континенттар палеоконтиненттар тип атала.

Континент[2] төшөнсәһенә яҡын мәғәнәлә «матери́к»[3] һүҙе лә ҡулланыла.

Терминология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Материк — диңгеҙ һәм океандар менән йыуылыусы ҙур ҡоро ер өлөшө[4]. Материк — геология төшөнсәһе. Материктар сиге ҡоро ерҙә муйын (ҡоро ерҙәрҙе йәки ярымутрау менән материкты тоташтыра торған ҡоро ер) аша үтә: Панама муйыны — Төньяҡ һәм Көньяҡ Американы, һәм Суэц муйыны Африканы һәм Евразияны бүлеп тора.

Геологияла йыш ҡына уртауҙарҙы ла иҫәпләп материктың һыу аҫты өлөшөн дә материкка керетәләр. Тектоник күҙлектән ҡарағанда, ул — континенталь төҙөлөшлө ер ҡабығының литосфера өлөшө[5].

Ҡитға һәм донъя тарафтары тигән тарихи-мәҙәни төшөнсә лә бар. Евразияла ике ҡитға — Европа һәм Азия, ә Америка тигән донъя тарафы Көньяҡ һәм Төньяҡ Американы берләштерә. Донъя алты ҡитғаға бүленә:

Ҡайһы берҙә Океания һәм Арктиканы айырым ҡитғаға бүләләр.

Европа менән Азия араһындағы сик төньяҡтан көньяҡҡа Урал тауҙары аша үтә, артабан Эмба йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем, Кавказдың төньяғынан Кума һәм Маныч йылғалары буйылап Аҙау диңгеҙенә тиклем, артабанҠара, Мәрмәр һәм Урта диңгеҙҙере буйлап үтә. Юғарыла әйтелгән сик бәхәсле — был сик билдәләүҙең бер генә варианты.

Континент моделе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяла ерҙе материк һәм донъя тарафтарына бүлеүҙең бер нисә юлы бар.

Төрлө традициларҙа континенттар һаны
Continents vide couleurs-automatedvector.svg
Төрлө мәҙәниәттә континент тип иәпләнгән ҡоро ер өлөшө төҫ менән билдәләнгән
4 континент[6]     Афроевразия    Америка   Антарктида   Австралия
5 континен
[7][8]
  Африка    Евразия    Америка   Антарктида   Австралия
6 континент   Африка   Европа   Азия    Америка   Антарктида   Австралия
6 континент
[9]
  Африка    Евразия   Төньяҡ Америка   Көньяҡ Америка   Антарктида   Австралия
7 континент   Африка   Европа   Азия   Төньяҡ Америка   Көньяҡ Америка   Антарктида   Австралия
  • Ҡытай, Һиндостан, көнбайыш европа һәм өлөшләтә инглиз телле илдәрҙә ете континент моделе популяр.
  • Американы берләштергән алты контитентлы модель («донъя киҫәктәре») испан телле илдәрҙә[10] һәм көнсығыш европала популяр, Грецияла биш континеталь модель (биш кеше йәшәгән континент)[11].
Майҙанын һәм халҡын сағыштырыу
Континент Оҙонлоғо (км., араһынан көнбайыштан көнсығышҡа, көньяҡҡа һәм төньяҡҡа, периферик буйынса) Ҡоро өлөшө Халыҡ Халыҡ өлөшө Халыҡ тығыҙлығы
Афроевразия 1644,9x822,45. 58 %. 71 %. 95.
Америка 833,2х416,6. 29 %. 12 %. 22,1.
Океания 491,2х245,6 8 %. 8 % 3.2

Континенттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евразия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евразия глобуста

Евразия — Ерҙә иң ҙур һәм берҙән бер дүрт океан менән йыуылған материк: көньяҡтан — Һинд, төньяҡтан — Төньяҡ боҙло, көнбайыштан — Атлантик, көнсығыштан — Тымыҡ океан. Континент төньяҡ ярымшарҙа 9° һәм 169° көнбайыш оҙонлоҡ араһында, шул уҡ ваҡытта контененттың ҙур өлөшө көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан. Евразияның ҙур континенталь өлөшө Көнсығыш ярымшарҙа, шул уҡ ваҡытта ҡырыйҙағы көнсығыш һәм көнбайыш сиктәре Көнбайыш ярымшарҙы урынлашҡан.

Евразия көнбайыштан көнсығышҡа 10,5 мең километрға, төньяҡтан көньяҡҡа 5,3 мең километрға һуҙылған, майҙаны 53,6 млн.км². Был планеталағы ҡоро ерҙәрҙең өстән бер өлөшө. Евразия утрауҙары майҙаны 2,75 млн км² яҡын.

Евразия ике донъя киҫәген берләштерә: Европа һәм Азияны. Йыш ҡына сик линияһын Урал тауҙарының көнсығыш битләүенән, Урал йылғаһы, Эмба йылғаһы, Каспий диңгеҙенең төньяҡ-көнбайыш яры, Кума йылғаһы, Маныч йылғаһы, Ҡара диңгеҙҙең көньяҡ яры, Босфор боғаҙы, Мәрмәр диңгеҙе, Дарданеллы боғаҙы, урта диңгеҙ аша үткәрәләр. Был бүлеү тарихи яҡтан килә. Тәбиғи яҡтан Европа менән Азия араһында ҡырҡа айырма юҡ. Контитент бер бөтөн ҡоро ерҙә урынлашҡан.

Африка менән ҡоро ер сиге Суэц муйыны аша үтә.

Төньяҡ Америка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ Америка глобуста

Төньяҡ Америка — Көнбайыш ярымшарҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан континент. Төньяҡ Америка көнбайыштан Аляска һәм Калифорния ҡултыҡтары Тымыҡ океандың Бренг диңгеҙе менән йыуыла. Көнсығыштан Атлантик океандың Лабрадор, Кариб диңгеҙҙәре менән, төньяҡтан Төньяҡ боҙло океанының Бофорт, Баффин диңгеҙҙәре, Гренланд һәм Гудзон ҡултыҡтары менән йыуыла. Көнбайыштан континентты Евразиянан Беринг ҡултығы айырып тора. Көньяҡта Төньяҡ һәм Көньяҡ Американы Панама муйыны бүлеп тора.

Төньяҡ Америка составына шулай уҡ күп һанлы утрауҙар керә: Гренландия, Канаданың Арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы һәм башҡалар. Майҙаны буйынса континенттар араһында Төньяҡ Америка 3-сө урында, уның майҙаны 24,25 млн км², утрауҙарҙы иҫәпкә алмағанда — 20,36 млн км².

Көньяҡ Америка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ америка глобуста

Көньяҡ Америка — был континенттың ҙур өлөшө планетаның көнбайыш һәм көньяҡ ярымшарҙарында урынлашҡан, бәләкәй генә өлөшө төньяҡ ярымшарҙа. Көнбайыштан Тымыҡ, көнсығыштан Атлантик океан менән йыуыла. Төньяҡтан Төньяҡ Америка менән сиктәш, Америкала араһында сик Панама муйыны һәм Кариб диңгеҙе аша үтә.

Көньяҡ Америка составына шулай уҡ төрлө утрауҙар керә, шуларҙың күпселеге ҡитға илдәренә ҡарай. Кариб территориялары Төньяҡ Американыҡы. Кариб диңгеҙе менән сиктәш , Колумбия, Венесуэла, Гайана, Суринам һәм Француз Гвианаһы кеүек Көньяҡ Америка илдәре Кариб Көньяҡ Америкаһы тип атала.

Дөйөм бассейны 7 млн км² (Көньяҡ Америка майҙаны 17.8 млн км²) булған Амазонка, Ориноко һәм Парана материктың иң мөһим йылға бассейны булып тора. Көньяҡ Американың күпселек күлдәре Анд таулығында, Боливия һәм Перу сигендә урынлашҡанТитикака күле донъяла суднолар йөрөй торған иң ҙур күл. Ул майҙаны буйынса иң ҙуры, шулай уҡ планеталағы иң боронғо күлдәрҙең береһе.

Көньяҡ Америкала донъялағы иң бейек шарлауыҡ Анхель шарлауығы урынлашҡан. Иң ҡеүәтле Игуасу шарлауығы ла был материкта урынлашҡан. Көньяҡ америка майҙаны — 17,8 млн км², был континенттар араһында дүртенсе урын.

Африка глобуста

Африка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Африка — майҙаны буйынса Евразиянан ҡалышып икенсе материк, төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көнбайыштан Атлантик океан, көнсығыштан һәм көньяҡтан Һинд океаны менән йыуыла. Материк һәм сиктәш утрауҙар Африка метеригы тип атала.

Африка континенты экваторҙы һәм бер нисә климат зонаһын киҫеп үтә, был төньяҡ субконтиненталь климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәткә һуҙылған континент. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәү, шулай уҡ боҙлоҡ һәм тау системаһының дымлы горизонты булмау сәбәпле, яр буйынан башҡа климатты тәбиғи көйләү күҙәтелмәй. Утрауҙар менән бергә Африканың майҙаны 30,3 млн км², утрауҙарҙы иҫәпләмәгәндә 29,2 млн км², был ҡоро ерҙәң 20,4 % .

Австралия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралия глобуста

Австралия — Ерҙең көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарында урынлашҡан континент. Материктың бөтә территорияһы Австрия Союзы дәүләтенең ере. Материк Австрия һәм Океания тигән донъя ҡитғаһына ҡарай. Австрияның төньяҡ һәм көнсығыш ярын Тымыҡ океан: Ғәрәбстан, Мәрйен, Тасманово, Тимор диңгеҙе; көнбайыш һәм көньяҡ ярын — Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания тигән эре утрауҙар урынлашҡан. Австрияның төньяҡ-көнсығыш яры буйлап донъялағы иң ҙур мәрйен рифы — Оло Барьерлы риф[12] 2000 км ашыуға һуҙылған. Австралия — ер йөҙөндә иң бәләкәй ҡитға, уның майҙаны 7,66 млн км², был ҡоро ерҙең 5 % самаһы.

Антарктида[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антарктида глобуста

Антарктида — Ерҙең иң көньяғындағы континент, Антарктиданың үҙәге яҡынса көньяҡ географик полюста ята. Антарктиданы Көньяҡ океан һыуҙары йыуа. Антарктида материгы һәм сиктәш утрауҙарҙы Антарктида тип атайҙар.

Антарктида — Ерҙә иң бейек материк, уның уртаса бейеклеге 2040 метр. Шулай уҡ материкта боҙлоҡтарҙың 85 % урынлашҡан. Антарктидала даими йәшәгән кешеләр юҡ, әммә унда төрлө илдән континентты ентекләп өйрәнеүсе 50 фәнни станция эшләй.

Антарктида тулыһынса тиерлек боҙлоҡ ҡатламы менә ҡапланған, боҙҙоң уртаса ҡалынлығы 2500 метрҙан артыҡ. Шулай уҡ боҙ аҫтында күлдәр булыуы билдәле (140-тан ашыу), улар араһында иң ҙур күл Рәсәй ғалимдары 1990 йылда асҡан Восток күле.

Антарктида яҡынса майҙаны14,1 млн км² тәшкил итә (ҡоро ер өҫтөнөң 10,5 %), был континенттар араһында 5-се урын.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Логотип Викисклада Викимилектә Континент темаһы буйынса медиафайлдар бар.
  • Древние платформы
  • Суперконтинент
  • Субконтинент
  • Микроконтинент
  • Части света

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.
  2. КОНТИНЕНТ 2018 йылдың 1 ғинуар көнөндә архивланған. // Большая российская энциклопедия. Электронная версия (2016); Дата обращения: 31.12.2017
  3. Континент // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. Словарь Ожегова. Дата обращения: 2 ноябрь 2012. Архивировано 7 декабрь 2011 года. 2011 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Статья на «Планета Земля»
  6. R. W. McColl: 'continents' - Encyclopedia of World Geography, Volume 1. — «And since Africa and Asia are connected at the Suez Peninsula, Europe, Africa, and Asia are sometimes combined as Afro-Eurasia or Eurafrasia.»
  7. Océano Uno, Diccionario Enciclopédico y Atlas Mundial, «Continente», page 392, 1730. ISBN 84-494-0188-7
  8. Los Cinco Continentes (The Five Continents), Planeta-De Agostini Editions, 1997. ISBN 84-395-6054-0
  9. «Continent». The Columbia Encyclopedia. 2001. New York: Columbia University Press — Bartleby.
  10. Real Academia Española. Lema.rae.es.
  11. [1] official Greek Paedagogical Institute 6th grade Geography textbook, 5+1 continents combined-America model, Pankosmios Enyklopaidikos Atlas, CIL Hellas Publications, ISBN 84-407-0470-4, page 30, 5+1 combined-America continents model, Neos Eikonographemenos Geographikos Atlas, Siola-Alexiou, 6 continents combined-America model, Lexico tes Hellenikes Glossas, Papyros Publications, ISBN 978-960-6715-47-1, lemma continent(epeiros), 5 continents model, Lexico Triantaphyllide online dictionary, Greek Language Center (Kentro Hellenikes Glossas), lemma continent(epeiros), 6 continents combined-America model, Lexico tes Neas Hellenikes Glossas, G.Babiniotes, Kentro Lexikologias(Legicology Center) LTD Publications, ISBN 960-86190-1-7, lemma continent(epeiros), 6 continents combined-America model.Note and clarification on the above: the sometimes used in Greece 5 and 5+1 continents models mentioned above are equivalent to the 6 (inhabited) continents combined-America model excluding/including (separately mentioning) the uninhabited and once lesser-known or unknown Antarctica (just like the Olympic Circles-Logo); they don’t refer to some other 5 or other number continent modeling scheme.
  12. UNEP World Conservation Monitoring Centre. Protected Areas and World Heritage - Great Barrier Reef World Heritage Area. Department of the Environment and Heritage (1980). Дата обращения: 31 март 2008. Архивировано 31 август 2006 года. 2006 йылдың 31 август көнөндә архивланған.