Шарлауыҡ

Шарлауыҡ — текә ҡаянан, бейек һикәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу[1]; йылға юлындағы һикәлтәнән йылға һыуының өҫтән аҫҡа төшөүе, йылға шаршыһынан (речной порог) айырмалы рәүештә бейеклек айырмаһы ҙур була[2].

Ағым һыу һикәлтәне емерә, шуға күрә көслө шарлауыҡтар йылға ағымына ҡаршы күсенә баралар. Мәҫәлән, Ниагара шарлауығы йылына 70-90 см-ға күсә бара[2].

Шарлауыҡтар суднолар йөрөшөнә ҡамасаулай. Әммә, гидроэлектростанция төҙөп, электроэнергия сығанағы булараҡ файҙаланырға була.

Шарлауыҡтар төрө

Парана йылғаһында Игуасу шарлауығы (Аргентина/Бразилия)
  • Һыуы ҙур булмаған бейеклектән киң фронт менән төшкән шарлауыҡ катаракт тип атала[3].
  • Каскад — эҙмә-эҙлекле килгән шарлауыҡтар.
  • Гөрләүек (водоскат) — һөҙәк шарлауыҡ.

Башҡортостан шарлауыҡтары

Башҡортостанда Атыш, Күперле, Шартлама, Ғәҙелша, Күкҡарауыҡ шарлауыҡтары туристарҙың яратҡан урыны.

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. 1 2 [http://slovari.yandex.ru/водопад/БСЭ/Водопад/(недоступная ссылка) Водопад — БСЭ — Яндекс. Словари
  3. Краткая Российская энциклопедия. Том 2. М., 2003. ISBN 5329006511. Стр. 23.


Icon river delta.svg Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ

Категориялар