Атыш (шарлауыҡ)

Атыш (рус. Атыш) — Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көньяҡ Уралдың туристарҙы йәлеп иткән билдәле урыны. Бейеклеге — 6 м.

Географик урыны

Белорет районында аҡҡан Ләмәҙ йылғаһының уң ярында, Елмерҙәк һырты армыттарында урынлашҡан[1].

Атыш йылғаһы, туғай буйлап Атыш яланын үткәс, ҡаяға барып терәлә лә, ер аҫтына китә (сума). Атама «Атыш йылғаһы сумған» тигәндән килеп сыҡҡан.

Атышсумған һәм Ағуй уҙған ер аҫты йылғалары (Атыштан төньяҡҡа табан 3 км һәм 1,5 км алыҫлыҡта йырынға инеп китәләр) ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән һыу ташҡыны, Ләмәҙ йылғаһы кимәленән 4 метр бейеклектә урынлашҡан мәмерйәнән (бейеклеге 4,5 м, киңлеге 6 м) урғылып сыға[2].

Атыштың ер аҫтына сумған ере — 276 метр, сыҡҡан ере 174 м бейеклектә. Шулай итеп, дөйөм алғанда, йөҙ метр тирәһенә түбәнәйә.

undefined

Һикәлтәһе аҫҡы карбон тоҡомдарынан (эзбизташтар) ғибәрәт. Ҡая аҫтында барлыҡҡа килгән ҡаҙандан (диаметры яҡынса 20 м, тәрәнлеге 7 м) Атыш йылғаһы ағып сыға, унда ҡыҙыл балыҡ йәшәй. Ландшафты (рус.)баш. ҡайын, йүкә, аҡ шыршы урмандарынан тора, 100 йәшлек имәндәр осрай.

Атыш-Сумғандың элекке йырҙалары барлыҡҡа килтергән Атыш мәмерйәләре төркөмө бар: Дальняя, Нежная, Заповедная (Медвежья), Верхняя, Атышская, Сифонная һәм Атыш мәмерйәһе. Былар барыһы ла — Атыш йылғаһының Ләмәҙ йылғаһына барып ҡушылған боронғо үҙәне.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Игорь Меньщиков. Водопад Атыш — одна из самых интересных достопримечательностей Башкирии. Сайт «Наш Урал и весь мир» (8 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)
  2. Водопад Атыш -природная жемчужина Башкортостана. Сайт «Путевка.ком / Путевка.ру». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә