Ҡарауылтау
Ҡарауылтау (урыҫса Караул-тау) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Һикәҙе (Егән йылғаһы бассейны) йылғаһының уң ярында, Маҡар ауылынан көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта, «Ишембай» заказнигы биләмәһендә урынлашҡан. Абсолют бейеклеге 250 м.
Рельефы, геологияһы
Формаһы оҙонсай, битләүҙәре текә, киртләсле. Арти ҡатламы тоҡомдарынан тора.
Флораһы һәм фаунаһы
Болонло һәм ҡыуаҡлы далаларҙан, һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора, ултыртылған ҡарағайҙар бар. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай: таутамыр (мәңге йәшел ҡыуаҡлыҡ), ҡыйғас ҡылған.
Исеме
Маҡар ауылына ингән ерҙә урынлашҡан. «Шыршы урмандары менән ҡапланған ҙур „һаҡсы-тау“ элек-электән ауылды ҡурғаулап торған. Унда һаҡсылар йәшәгәндәр һәм хәүеф булғанда ҙур усаҡ тоҡандырғандар, шул рәүешле кешеләргә йәшеренергә мөмкинлек биргәндәр». (М. И. Ҡарабаев, Р. Р. Мусин, 2015, 20 Б.). Ошонан исеме — караульная, ҡарауыл тауы (гора- тау).
Ҡурсаулыҡ характеры
Ҡарауылтау тауы — 1985 йылдан алып дөйөм майҙаны 150 га булған тәбиғәт ҡомартҡыһы[2] ОПТ тәғәйенләнеше: бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау.
Һаҡлау объекттары:
1. Тарихи әһәмиәткә эйә тау.
2. Һирәк осрай торған үҫемлектәр популяцияһы (таутамыр (ике башаҡлы эфедра), ҡыйғас ҡылған һ. б.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2015. Архивировано 11 май 2013 года.
- ↑ Постановление СМ БАССР от 26.12.1985 No 212
Әҙәбиәт
Карабаев М. И., Мусина Р. Р. Микротопонимия села Макарово Республики Башкортостан// Приволжский научный вестник, No 4-2 (44) — 2015, С. 19-21
Топографик карталар
- карт|N-40-90. Архивировано 11 май 2013 года.
- Система охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.