Лағыр һаҙлығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Лағыр һаҙлығы
урыҫ Лагеревское болото
Төп мәғлүмәт
Майҙаны
  • 175 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты21 июль 2005 йыл 
Урынлашыуы
55°16′45″ с. ш. 58°24′55″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Лағыр һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Лағыр һаҙлығы

Лағыр һаҙлығы[1] — Лағыр ауылынан (Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 километр алыҫлыҡта ятҡан уйһыу һаҙлығы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы[2]. Һаҙлыҡ майҙаны — 1600 гектар. Торф ҡатламының уртаса ҡеүәте — 5,3 метр.

Ҡатнаш туҡланыу характерына эйә. Һаҙлыҡ көҙгөһө бейек булмаған ялбыр ҡайын, тал, ҡара ерек ботаҡтары, шулай уҡ мүк менән ҡапланған[2]. Бында төбәк ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк үҫемлектәр төрҙәре осрауы билдәле: тутыҡ схенус, хуш еҫле кокушник, һаҙанаҡ һәм башҡа үҫемлектәр[1]. Фауна төрҙәре тереклеге араһында йылға ҡондоҙо, мышы, һоро торна, көйөлдөләр көн күрә.

Һаҡлау майҙаны — 200 гектар тирәһе. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы статусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 21 июлендәге 673-р-сы (22-се пункт) Ҡарарына ярашлы бирелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]