Балаҡатай заказнигы
Балаҡатай заказнигы | |
---|---|
урыҫ Белокатайский заказник | |
Төп мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 20 июнь 1963 |
Урынлашыуы | |
55°42′24″ с. ш. 58°57′29″ в. д.HGЯO | |
Балаҡатай заказнигы — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].
Физик—географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1963 йылда һунар-промысла йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторола. Тәбиғәт ҡомартҡыһы Яңы Балаҡатай ауылының төньяҡ-көнсығышында Әй йылғаһының ҡушылдығы булған Оло Ыйыҡ йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Рельефы бик үҙенсәлекле: убалар теҙмәһенән торған тигеҙһеҙлектән ғибәрәт. 8,2 мең гектарҙан торған майҙандың 61,1 проценты урман менән ҡапланған, унда саған, йыла, имән ҡатыш уҫаҡ һәм ҡайын урмандары таралып үҫә, ҡарт ҡарағайлыҡтар ҙа бар[1].
Заказниктың ташлы битләүҙәрен бүтәгәле, ҡылғанлы һәм ҡыуаҡлы дала биләй. Был ерҙәрҙе аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, бүре, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар кеүек ҡырағай йәнлектәр һәм ҡыр ҡоштарынан ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр төйәк иткән. Заказникта Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, ҡарағош, һөмәй, европа шәшкеһе, европа бәрҙеһе, зөгәй һәм башҡа төрлө йәнлектәр осрай[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Балаҡатай заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Балаҡатай заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан» (Уфа, Информреклама, 2012 г., стр. 80, 500 экз.).
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7
- Белокатайский . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).