Благовар районында һары умырзая популяцияһы

Благовар районында һары умырзая популяцияһы (рус. Популяция горицвета весеннего в Благоварском районе) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Благовар районы биләмәһендәге дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы. Майҙаны 607,0 га[1].

Тасуирламаһы

Тәбиғәт заказнигы Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Уҙыбаш ауылынан көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. БАССР Министрҙар Советының 1977 йылдың 2 ноябрендәге 555-се «Дәүләт урман фонды ерҙәрендә дарыу үҫемлектәрен һаҡлау буйынса заказниктарҙы ойоштороу тураһында»ғы ҡарары менән айырым һаҡланыусы ботаник тәбиғәт заказнигы статусы бирелә[2]. Заказник Өфө урмансылығы дәүләт учреждениеһы Благовар участка урман хужалығының 8-10-сы, 13-сө, 17-се кварталдарындағы урмандарҙы һәм урман ситтәрен үҙ эсенә ала. Һаҡ зонаһы сиктәре:

  • төньяҡтан — 54°41’56,15” (төньяҡ киңлек), 55°8’27,32” (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көньяҡтан — 54°40’44,16” (төньяҡ киңлек), 55°10’4,84” (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көнбайыштан — 54°40’9,04” (төньяҡ киңлек), 55°9’16,06” (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көнсығыштан — 54°40’20,38” (төньяҡ киңлек), 55°6’35,18” (көнсығыш оҙонлоҡ).

Заказник яҙғы умырзаяның ҡиммәтле популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторолған. Бында шулай уҡ дарыу үҫемлеге булған бейек андыҙ үҫә.

Заказниктың ландшафы урманлы дала зонаһына хас. Территорияла ҙур булмаған урман массивтары ауыл хужалығы ерҙәре менән сиратлашып килә; элек был майҙандарҙы төрлө үләнле-ҡылғанлы далалар биләгән булған. Урмандарҙың күпселеген икенсел ҡайынлыҡтар һәм уҫаҡлыҡтар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта киң япраҡлы урмандар ҙа һаҡланған: башлыса йүкәлектәр һәм имәнлектәр, һирәгерәк сағанлыҡтар осрай. Заказниктың бер участкаһында ҡара ерек ағастары үҫә.

Урман массивтары араһында сағыл болондар һәм үҫемлектәр донъяһы буйынса урман-туғайҙарға яҡын булған ҡырҡындылар урын алған. Дымлы уйһыулыҡтарҙы ҡылған һәм ҡуҙаҡлы үҫемлектәр менән ҡапланған текә битләүҙәр уратып ала[1].

Әһәмиәте

Заказник ҡиммәтле дарыу үҫемлегенең яҡшы һаҡланған популяцияһын - урман ситтәрендә, дымлыраҡ уйһыулыҡтарҙа үҫкән яҙғы умырзаяны һаҡлай. Заказникта яҙғы умырзаяның продуктлылығы республика буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға юғарыраҡ, гектарынан 3 тоннанан ашыу. Заказник ресурстарҙы һаҡлау, фәнни һәм эталон әһәмиәткә эйә[1].

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә