Ҡасҡарҙы һаҙлығы

Ҡасҡарҙы һаҙлығы (рус. Болото Каскарды) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы биләмәһендә урынлашҡан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (2018). Һаҙлыҡ майҙаны — 668,1 га, ә һаҡлау зонаһының майҙаны — 1053,7 га[1].

Географик урыны һәм тасуирламаһы

Ҡасҡарҙы һаҙлығы Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Һөйөндөк ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һөләймән ауылының төньяҡ осона яҡын урынлашҡан. Ул Мейәс йылғаһының киң һыубаҫар туғайындағы тау-ара соҡорҙа формалашҡан, күл-һаҙлыҡ сығышлы ҡатмарлы киртләс-һыубаҫар һаҙ массивы булып тора.

Башҡортостан Республикаһының Торф фонды мәғлүмәттәре буйынса, торф ятҡылығының уртаса тәрәнлеге 368 см тәшкил итә. Торф ҡатламы үтә ныҡ һыулы булыуы менән айырылып тора.

Хөкүмәт ҡарары

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрендәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын иғлан итеү тураһында»ғы 474-се ҡарарына ярашлы, әлеге объектҡа махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусы бирелә[2].

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы

Һаҙлыҡ флораһы юғары дәрәжәләге биотөрлөлөгө айырылып тора һәм үҙ эсенә 80-гә яҡын көпшәле үҫемлек төрөн ала. Был биләмәлә үҫкән Көньяҡ Себер сығышлы плейстоцен реликттары — ҡоба тал һәм ваҡ сәскәле соссюрея айырым фәнни ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ урман-дала зонаһы шарттарында арктобореаль төр булған тәпәш ҡайындың айырым популяцияһы урынлашыуы ла реликт күренеш булып һанала.

Һаҙлыҡ биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелгән һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж үҫемлек төрҙәре үҫә: ҡоба тал, ваҡ сәскәле соссюрея һәм башҡалар.

Бынан тыш, республиканың Ҡыҙыл китабына индерелмәгән, ләкин тәбиғи мөхиттәге торошо айырым контролгә һәм иғтибарға мохтаж булған төрҙәр ҙә теркәлгән: телле лютик һәм ҡыуыҡлы үлән[1].

Тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәте

Ҡасҡарҙы һаҙлыҡ комплексы Башҡортостан Урал аръяғының бөтә төньяҡ-көнсығыш өлөшө, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең сиктәш райондары өсөн ҙур һыу һаҡлау һәм гидрологик режимды көйләү әһәмиәтенә эйә.

Биләмә һирәк үҫемлек төрҙәренең генофондын һаҡлаусы резерват булараҡ ҡына түгел, Урал аръяғы урман-дала шарттарында һаҙлыҡтарҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫешеү процестарын өйрәнеү өсөн дә мөһим фәнни эшмәкәрлек объекты булып тора[1].

Һылтанмалар

  • Болото Каскарды. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).

Тема буйынса өҫтәмә