Шөңгәккүл заказнигы
Шөңгәккүл заказнигы (ҡороусы һәм күл һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, рус. Шингаккуль) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы республика әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғәт зоология йәки ҡырағай хайуандар донъяһын һаҡлау заказнигы[1].
1952 йылдың 23 ғинуарында Шөңгәккүл төбәк әһәмиәтендәге дәүләт заказнигы тип иғлан ителә, ә 1965 йылдан — комплекслы тәбиғәт ҡоматрҡыһы. Заказник Шишмә районының көньяҡ-көнбайышында 240 га майҙанды биләй.
Тарихы
Шөңгәккүл Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1952 йылдың 23 ғинуарындағы 58-се ҡарарына ярашлы ойошторола. Заказник Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1987 йылдың 20 мартындағы 99-сы ҡарарына ярашлы бөтөрөлә, һуңынан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1996 йылдың 6 авгусындағы 238-се ҡарарына ярашлы яңынан тергеҙелә.
2005 йылдың 25 авгусындағы № 189 ҡарары менән заказник Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы ҡарамағына беркетелә. Әлеге дәүләт бюджет учреждениеһы Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында эшләй һәм заказниктың эшмәкәрлегенә, шулай уҡ һаҡлау режимына етәкселек итеүҙе һәм контролде тормошҡа ашыра.[2].
Фаунаһы һәм флораһы
Рельефы убалы‑арҡалы, йырындар һәм һыҙалар менән йырғыланған. Территорияһында һаҙланған төбәктәре булған Шөңгәккүл ята. Ерек, имән, йүкә, ҡарағай, ҡарама урмандары таралған. Күлдең яр буйында кәкре ҡайын урмандары, екән, күрән, ҡамыш, тал ҡыуаҡлыҡтары үҫә.
Ҡоралай, төлкө, үр ҡуяны, ҡашҡабаш, сытырҙаҡ сөрәгәй, тартай, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәктәр йәшәй. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән аҡбаш сыпҡай, аҡсабан, мөншөгөр, ышылдаҡ аҡҡош, шулай уҡ Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән ваҡ һайыҫҡан осрай[3].
Заказниктың бурыстары һәм эш режимы
Заказник ҡырағай хайуандарҙың хужалыҡ, фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә ҡиммәтле төрҙәрен, уларҙың йәшәгән мөхитен һаҡлау, үрсетеү һәм уларҙың һанын арттырыу, тәбиғи берләшмәләрҙең бөтөнлөгөн һаҡлау маҡсатында булдырылған.
Заказник биләмәһендә хужалыҡ эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәре:
- мал көтөү;
- Шөңгәккүл һаҙлығы киҫелешенән 100 м яҡын арауыҡта ер һөрөү;
- 15 июлдән иртәрәк бесән сабыу;
- тупраҡ өҫтөнә минераль ашламалар индереү һәм ҡоротҡостарға, үҫемлек ауырыуҙарына һәм ҡый үләндәренә ҡаршы көрәштә ағыулы химикаттар ҡулланыу;
- механик транспорт сараларының бөтә төрҙәре, ат менән йөрөтөлгән транспорт хәрәкәте, шулай уҡ дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарынан ситтә граждандарҙа ау ҡоралдары, ҡорал һәм эттәр булыуы;
- билдәләнгән тәртиптә бирелгән махсус рөхсәт ҡағыҙҙары нигеҙендә йәнлектәр һанын һәм ғилми маҡсаттарҙы көйләү маҡсатында атыу йәки тотоуҙан тыш, йәнлектәргә һәм ҡоштарға һунар итеүҙең бөтә төрҙәре хәүеф факторы буйынса минималь йоғонтоло һунар итеү ысулдары һәм алымдары заказник режимына тап килергә тейеш;
- гидромелиоратив һәм кетон эштәр, геологик эҙләнеүҙәр үткәреү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, шул иҫәптән карьерҙарҙан ҡыҙыҡһынған ойошмалар менән килешмәйенсә ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһын сығарыу;
- төҙөлөшкә ер участкалары биреү, шулай уҡ коллектив баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек өсөн;
- ҡыҙыҡһынған ойошмалар менән килешмәйенсә биналар һәм ҡоролмалар, юлдар һәм үткәргес торбалар, элемтә, электр тапшырыу һәм башҡа коммуникациялар линиялары төҙөү;
- шартлатыу эштәре;
- ял итеү өсөн привалдар, бивуактар, туристар туҡталҡалары, лагерҙар ойоштороу;
- яҙғы һәм йәйге осорҙа ҡырағай хайуандарҙың оя ҡороу һәм үрсеү ваҡытында урманды һәр төрлө ҡырҡыу;
- үҫемлектәрҙе яндырыу, янғын хәүефе булған осорҙа урманда усаҡ яғыу;
- заказник территорияһын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, нефть продукттары, етештереү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары менән бысратыу;
- иҫкәртеү һәм мәғлүмәт билдәләренә, карта-схемаларға, аншлагтарға, иғлан таҡталарына һәм тәбиғи биләмәне биҙәүҙең башҡа элементтарына зыян килтереү;
- Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән үҫемлектәрҙе йыйыу;
- заказник хакимиәте менән килешмәйенсә, хужалыҡ эшмәкәрлеген атҡарыу, тәбиғәт комплекстарын һәм компоненттарын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә ҡамасаулаған рекреацион һәм башҡа тәбиғәтте файҙаланыуҙың төрлө формалары тыйыла.[4]
Һаҡлау объекттары
Заказник территорияһында мышы, ҡоралай, төлкө, америка шәшкеһе, үрғуян, ондатра һәм һыу ҡоштары һаҡланырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәрҙән, — һоро торна, ышылдаҡ аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, һоро ҡаҙ[4].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шөңгәккүл заказнигы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики от 17 августа 1965 г. N 465 "Об охране памятников природы Башкирской АССР". Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Шөңгәккүл заказнигы
- ↑ 1 2 Шингак Куль. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Һылтанмалар
- Шөңгәккүл заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- Шөңгәккүл заказнигы картала
- Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 № 465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР»
- Шингак Куль. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).