Первомайск заказнигы
«Первомайск» заказнигы (рус. Первомайский, заказник; Елово-пихтовые леса Уфимского плато Первомайский) — Өфө яйлаһындағы шыршы‑аҡ шыршы урманы. Республика әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғәт заказнигы. Реликт урмандарҙы һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында 1968 йылда ойошторола.
Тасуирламаһы
Өфө яйлаһының көньяҡ-көнсығышында Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы менән Силәбе өлкәһе сиктәрендә һәм өлөшләтә Көньяҡ Уралдың Ҡаратау һыртында урынлашҡан. Эталон киң япраҡлы ҡара ылыҫлы урмандарҙы һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторола. Дөйөм майҙаны 1,7 мең га, яҡынса 70%-ын урман, 3%-ын һаҙланған урындар тәшкил итә. Ҡурсаулыҡ сигенән Яманйылға аға. Рельефы үҙәндәр менән йырғыланған, карст үҫешкән[1].
Ландшафы шыршы, аҡ шыршы, ҡайын һәм йүкә ағастары аралашып үҫкән тайганың киң япраҡлы ҡара ылыҫлы урмандарынан ғибәрәт. Улар боҙланыуға тиклем үк формалашҡан һәм плейстоцен[2] рефугиумы (популяциялары боҙланыу осорон кисергән урын) булараҡ ҡарала. Шуға күрә был үҫемлектәр айырыуса ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Тирә-яҡтағы икенсел урмандар фонында яйланың яҡшы һаҡланыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Хәҙер ул тотош ҡырҡылған ландшафтарҙың эталоны, йәғни уларҙың уникаль торошон сағылдырыусы территория участкаһы булып тора. Хайуандар донъяһы аҙ өйрәнелгән. Ул киң япраҡлы урман фаунаһы элементтары булған ҡара ылыҫлы тайганың типик фауна комплексынан тора.
Заказник тәбиғәтте һаҡлау, фәнни, эталон, урмандарҙы тергеҙеү һәм һыу һаҡлау әһәмиәтенә эйә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Первомайск заказнигы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ /ООПТ Елово-пихтовые-леса-Уфимского-плато-Первомайский
Һылтанмалар
- Первомайск заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2023)
- Елово пихтовые леса Уфимского плато Первомайский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).