Асҡын заказнигы
«Асҡын» заказнигы (рус. "Аскинский" заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоологик тыйыулығы. Хайуандарҙың һирәк төрҙәре популяцияларын, һунар йәнлектәрен тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1963).
Географик урыны
Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 саҡрым алыҫлыҡта Ҡариҙел йылғаһы уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 16,6 мең га, 80%-ын урман ҡаплаған. Рельефы Сарыс йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Көнгәк йылғаһы үҙәндәре менән йырғыланған яҫылыҡтан тора. Карст үҫешкән[1].
Үҫемлектәре
Миләш, әлморон, муйыл, айыу баланынан торған ваҡ ағаслыҡтары булған икенсел ҡайын-уҫаҡ, йүкә һәм төп ҡарағас-ҡарағай урмандары таралған. Ҡурсаулыҡта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай, себер зигаденусы, таплы кәкүк ситеге, урал зыягөлө һәм башҡа үҫемлектәр үҫә[2].
Хайуандар һәм ҡоштар донъяһы
Төп һаҡланыусы төрҙәр: америка шәшкеһе, бүре, мышы, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ябай төлкө, ябай һуҡыр сысҡан.
50-нән ашыу ҡош төрө: ала күгәрсен, бүҙәнә, ҡор, сел, һуйыр һ.б. йәшәй.
Ҡама, ҡушы өйрәк, һоро ағуна, боған, үлән тәлмәрйене, европа шәшкеһе, бәрҙе (хариус) Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ихтиофаунаһы балыҡтарҙың түбәндәге төрҙәренән ғибәрәт: европа бәрҙеһе, суртан, алабуға, шыртбалыҡ, бөгәрсә йәки йоморо сабаҡ, борош, бәшкәләй йәки бәшкәләй.
Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Аскинский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Асҡын заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2022)