Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты (Өфө)

Көньяҡ Урал баҡса-институты (рәсми исеме: Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының айырым структур бүлексәһе рус. Южно-Уральский ботанический сад-институт УФИЦ РАН) — ботаника баҡсаһы, дәүләт академия ғилми учреждениеһы, федераль кимәлдә махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Өфөнөң Совет районы Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан. Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы менән сиктәш. 18,6 га майҙанды биләй. 1932 йылда нигеҙләнгән[1].

undefined
undefined

Тикшеренеү йүнәлештәре

Үҫемлектәрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында интродукция, климатлаштырыу өлкәләрендә фундаменталь һәм ғәмәли ғилми-тикшеренеү эштәре, шулай уҡ ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә[2][3].

  • ботаника һәм иҡтисади яҡтан ҡиммәтле һәм перспективалы үҫемлектәрҙең яңы төрҙәрен, формаларын һәм сорттарын интродукциялау һәм акклиматизациялау;
  • үҫемлек донъяһын һәм уның төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында үҫемлектәрҙең коллекция генофондын һаҡлау, яҡлау һәм формалаштырыу;
  • үҫемлектәрҙең махсуслаштырылған биоресурс коллекцияларын булдырыу;
  • Көньяҡ Урал һәм башҡа төбәктәрҙең флораһы һәм үҫемлектәренең биологик төрлөлөгөн өйрәнеү һәм һаҡлау;
  • үҫемлек ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу;
  • үҫемлек берләшмәләренең торошон, синантропизация процестарын һәм инвазив төрҙәрҙе тәбиғәт һәм агросистемаларға индереүҙе күҙәтеү;
  • декоратив үҫемлектәрҙең яңы сорттарын булдырыу, селекция һәм культураға индереү өсөн үҫемлектәрҙең перспективалы формаларын асыҡлау;
  • биологик һәм хужалыҡ йәһәтенән ҡиммәтле үҫемлектәрҙе культурала in vitro үрсетеү биотехнологияһын эшләү;
  • хужалыҡ ҡиммәтле үҫемлектәрҙең зона ассортиментын, йәшелләндереү һәм ландшафт дизайны технологияларын эшләү.

Тарихы

Өфө ботаника баҡсаһы 1932 йылда Миловка ботаника питомнигы базаһында ойошторола. Питомник үҙе 1928 йылдың яҙында Миловка ауыл хужалығы техникумы ҡарамағындағы уҡыу-ярҙамсы учреждение булараҡ асыла. Ботаника баҡсаһы Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик реконструкциялау ғилми тикшеренеү институты составында нигеҙләнә. Дим станцияһынан өс километр алыҫлыҡта урынлаша.

Тимер юлы киңәйтелеү сәбәпле 1934 йылда Ботаника баҡсаһы Черниковка ҡасабаһы һәм Сипайлов ауылы араһына Непейцевтың тәжрибә урман дачаһына күсерелә, 30 га ер биләмәһе беркетелә[4].

1935 йылда Ботаника баҡсаһы Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһы ҡарамағына күсерелә.

1937 йылда Тупраҡ-ботаника бюроһы Башҡортостан баҫыусылыҡ станцияһы итеп үҙгәртелә, ботаника баҡсаһы Башҡорт АССР-ы Ер эшкәртеү халыҡ комиссариатына тапшырыла.

1938—1939 йылдарҙа целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөлөү сәбәпле Ботаника баҡсаһы Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарамағына тапшырыла һәм хәҙерге Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе булған элекке Новиковка ауылы эргәһенә күсерелә[5]. Баҡсаға 117 га биләмә ер бирелә, һуңыраҡ тағы 4 га өҫтәлә. Биләмәнең 89 га урман һәм урман үҫентеләре, ҡалған өлөшөн болон һәм дала битләүҙәре тәшкил иткән.

1944 йыл һуңында ғилми тикшеренеү үҙәге булған Ботаника баҡсаһын ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы тип үҙгәртергә тәҡдим була. Ғалимдар быға ҡаршы сыға һәм һөҙөмтәлә Өфө ботаника баҡсаһы республика әһәмиәтендәге Башҡортостан ботаника баҡсаһы итеп үҙгәртелә[6].

1952 йылда СССР Фәндәр академедияһының Башҡортостан филиалы Биология институты составында Фәндәр академияһы системаһына инә, биләмәһе 23 га-ға тиклем арта.

1957 йылда СССР Фәндәр академедияһының Башҡортостан филиалы Биология институтына беркетелә. Һуңыраҡ Башҡортостан филиалы СССР Фәндәр академедияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙәге итеп үҙгәртелә.

1991 йылда Рәсәй фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Өфө ғилми үҙәгенең үҙ аллы институты — Ботаника баҡсаһы итеп үҙгәртелә. Артабан уның статусы Өфө ғилми үҙәгенең статусы менән бергә үҙгәрә.

2017 йылда Ботаника баҡса-институты Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының айырым структур бүлексәһе тип үҙгәртелә.

Составы

Ботаника баҡсаһы составында 4 лаборатория һәм 1 төркөм: флора һәм үҫемлектәр лабораторияһы, дендрология лабораторияһы, сәскәселек һәм селекция лабораторияһы, үҫемлектәр биотехнологияһы лабораторияһы, тропик һәм субтропик үҫемлектәр төркөмө бар.

Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институты коллекцияһында үҫемлектәрҙең 6400 төрө, сорты һәм формаһы бар, шул иҫәптән: ағас үҫемлектәр — 2036, сәскә-декоратив — 2200 ; һирәк һәм юғалып барған төрҙәр — 128, Көмөш баҡса — 304 ; дарыу һәм тәмләткес—ароматик үҫемлектәр — 224, һуған коллекцияһы — 111 ; тропик һәм субтропик үҫемлектәр — 1390 дана иҫәпләнә.

Сәскәселек һәм селекция лабораторияһы.
  • Күп йыллыҡ декоратив үлән үҫемлектәренең коллекция участкалары (2200 төр һәм сорт, шул иҫәптән 700-ҙән ашыу пион сорты, 286 ирис сорты , 172 хризантема сорты, 154 лилейник сорты, 106 хоста сорты).
Ҡырағай шарттарҙа үҫеүсе флора һәм үҫемлектәр лабораторияһы
  • Дарыу үҫемлектәренең коллекция участкаһы «Аптека баҡсаһы» (142 төр).
  • Тәмләткес—ароматик үҫемлектәрнең коллекция участкаһы (82 таксон).
  • «Күп йыллыҡ декоратив үлән үҫемлектәр» экспозиция участкаһы (100 таксон).
  • Һуғандарҙың коллекция участкаһы (111 таксон).
  • «Һирәк һәм юғалып барған үҫемлектәр төрҙәре» коллекция участкаһы (128 төр).
  • «Күләгәле баҡса» коллекция участкаһы (304 таксон).
Дендрология лабораторияһы
  • Фрутицетум (декоратив-сәскәле һәм декоратив-япраҡлы ағас-ҡыуаҡ үҫемлектәре участкаһы — 358 таксон);
  • Кониферетум (ылыҫлы үҫемлектәр участкаһы) — 210 таксон;
  • Ағас лианалар участкаһы (шул иҫәптән кенәзектәр һәм клематистарҙың төрҙәре һәм сорттары 86 таксон) — 181 таксон;
  • Ылыҫлы кәрлә формалар участкаһы — 84 таксон;
  • Дендрология участкаһы (дендрарий) — 70 таксон;
  • Энәлектәр ғаилә комплексы участкаһы — 49 таксон;
  • Сирингарий (күксин төрҙәре һәм сорттары участкаһы) — 276 таксон;
  • Миләштәр ғаилә комплексы участкаһы — 41 таксон;
  • Арса баҡсаһы (рододендрон, эрикаи, арса төрҙәре һәм сорттары участкаһы) — 35 таксон;
  • Сағандар ғаилә комплексы участкаһы — 35 таксон;
  • Баҡса йәсмине төрҙәре һәм сорттары участкаһы — 31 таксон;
  • Популетум (тирәктәрҙең коллекция участкаһы) — 25 таксон;
  • Баҡса айыу баланы ғаилә комплексы участкаһы — 24 таксон;
  • Салицетум (талдар коллекция участкаһы) — 36 таксон.
  • Тәбиғи урман участкаһы — 9 таксон.
Үҫемлектәр биотехнологияһы лабораторияһы.
  • In vitro үҫемлектәр коллекцияһына 48, шул иҫәптән һирәк осраған 11, хужалыҡ өсөн әһәмиәтле булған 37 таксон инә.
Оранжерея
  • Тропик һәм субтропик үҫемлектәр оранжереяһы (1390 төр, форма һәм сорт үҫемлектәр)
Башҡа бүлектәре
  • Томан барлыҡҡа килтереүсе ҡоролмалы парниктар
  • Етештереү теплицаһы
  • Рокарий
  • Етештереү участкаһы
  • Эксперименталь участкалар

Етәкселеге

Институтҡа төрлө ваҡытта етәкселек итәләр:

  • Овсянников Александр Яковлевич (1932 йылдан),
  • Егоров Николай Павлович (1935 йылдан),
  • Коркешко Алексей Леонтьевич (1941 йылдың февраленән сентябренә тиклем ваҡытлыса),
  • Кравченко Ольга Антоновна (1941 йылдың сентябренән),
  • Кучеров Евгений Васильевич (1957—1968, 1986—1987),
  • Сахарова Александра Сергеевна (1968 йылдан),
  • Кулагин Юрий Захарович (1971 йылдан),
  • Вәлиәхмәтов Нил Зәкий улы (1976 йылдан),
  • Хәйбуллин Руфат Исхак улы (1982 йылдан),
  • Мартьянов Николай Александрович (1987 йылдан),
  • Старова Наталья Владимировна (1988 йылдан),
  • Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (1998 йылдан).

Иҫкәрмәләр

  1. О.А.Каримова, Е.В.Кучеров, С.С.Хәйретдинов, З.Х.Шиһапов. Ә.Ә.Барлыбаева тәржемәһе. Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты (Өфө) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Коллекционный фонд растений ботанического сада-института УНЦ РАН: общая характеристика. Официальный сайт.
  3. БОТАНИЧЕСКИЙ САД-ИНСТИТУТ УНЦ РАН — Башкирская энциклопедия. rus.bashenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2020.
  4. Башҡорт АССР-ы халыҡ комиссарҙары Советының 1933 йыл 11 ноябрендәге 1178-се һанлы ҡарары
  5. Өфө ҡала советының 1936 йылдың 19 сентябрендәге ҡарары
  6. Башҡорт АССР-ы халыҡ комиссарҙары Советының 1945 йыл 3 мартындағы 198-се һанлы ҡарары

Сығанаҡтар

  • Ботанический сад Башкирского филиала АН СССР / Под ред. Е. В. Кучерова. Уфа, 1959. 115 с.
  • Башкирский ботанический сад: история, коллекции, научные достижения (к 70-летию образования) / З. Х. Шигапов (отв. ред), В. П. Путенихин, Л. М. Абрамова, Л. Н. Миронова, Р. К. Байбурина, Н. А. Калашник, Г. Г. Фарукшина, Н. В. Старова, И. Е. Анищенко, З. Н. Сулейманова. Уфа: Гилем, 2002. 128 с.
  • Каталог растений Ботанического сада Уфимского научного центра РАН / В. П. Путенихин, Л. М. Абрамова, Р. В. Вафин, О. Ю. Жигунов, Л. Н. Миронова, Н. В. Полякова, З. Н. Сулейманова, З. Х. Шигапов. Уфа: Гилем, 2012. 224 с.
  • Растения Южно-Уральского ботанического сада-института УФИЦ РАН. Уфа: Мир печати, 2019.304 с.
  • Южно-Уральский ботанический сад-институт // Уфимский федеральный исследовательский центр РАН / Гл. ред. М. А. Ильгамов. Уфа: Информреклама, 2021. С. 181—197. ил.
  • Уфимский федеральный исследовательский центр РАН. Ученые БФАН СССР- УФИЦ РАН / Гл. ред. М. А. Ильгамов. Уфа: Информреклама, 2021. 196 с.: ил.

Ғилми баҫмалар

Тема буйынса өҫтәмә