Ҡотоҡ (төбәк)
Ҡотоҡ (рус. Урочище Кутук) — карстлы ҡая-тау массивы, элекке геологик тәбиғәт ҡоматрҡыһы (1965–2014), Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районында, «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан. Тәбиғи мәмерйәләр, карст күлдәре, һыу ятҡылыҡтары һәм тәбиғи күперҙәр тупланған үҙенсәлекле комплекс. Көньяҡ Уралдағы иң ҙур карст райондарының береһе булып тора.
Географик урыны
Ҡотоҡ урманы төньяҡ-көньяҡ йүнәлешендә 20 км-ға һуҙылған, киңлеге төньяҡта 4 км, көньяҡта 6 км, дөйөм майҙаны яҡынса 100 гектар. Сиктәре: төньяҡта — Нөгөш йылғаһы, көнсығышта — Кибеҙ һырты, көньяҡта — Йомағужа һыуһаҡлағысы, көнбайышта — Ямантау һырты. Урман аша Ҡотоҡ йылғаһы (Ағиҙелгә ҡоя) һәм уның ҡушылдыҡтары аға.[1]
Геологияһы һәм тәбиғәте
Территория өҫкө девон һәм аҫҡы карбон дәүерҙәре эзбизташтарынан тора, карст күренештәре яҡшы үҫешкән.
Төбәктә:
- 123 мәмерйә, дөйөм оҙонлоғо яҡынса 30 км. Иң билдәлеләре: Ҡотоҡ-1, Ҡотоҡ-4, Зигзаг, Сумған-Ҡотоҡ, Винтовая һ.б.;
- оҙонлоғо 29 м, киңлеге 6 м һәм бейеклеге 6 м булған карст тоннеле;
- бейеклеге 10 м тиклем булған карст бағаналары таштары;
- Ташлыөй йылға үҙәне (оҙонлоғо 400 м, киңлеге 80 м, тәрәнлеге 150 м);
- Күккүл (тәрәнлеге 8 м, диаметры 40 м) һәм Ҡотоҡ (тәрәнлеге 21,5 м, диаметры 90 м) карст күлдәре;
- Күк (0,7–1,0 л/с) һәм Сукурай (2,8 л/с) исемле воклюз шишмәләре.
Төньяҡ өлөшөндә һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандар өҫтөнлөк итә; үҙәктә тау һоро һәм кәҫле — тупраҡлы тупраҡтағы ҡоро йүкә-имән-саған урмандары; көньяҡ өлөшөн ҡара тупраҡлы һәм аллювиаль тупраҡтағы һыубаҫар туғай һәм һаҙлыҡ урмандары биләй.[2][3]
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
Ҡотоҡта күп һанлы һирәк үҫемлектәр осрай:
- оҫҡон (Allium obliquum) — Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән;
- мамыҡлы селән (Stipa pennata) — Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабында.
Мәмерйәләрҙә ярғанаттарҙың 12 төрө йәшәй, уларҙың күпселеге һаҡланыусы төрҙәр иҫәбенә инә.[1]
Билдәле объекттар
Туристар өсөн иң уңайлы һәм яҡшы йыһазландырылған мәмерйә. Дөйөм оҙонлоғо — 2051 м, экскурсиялар өсөн асыҡ өлөшө — яҡынса 700 м. Инеү урыны — 10 метр тәрәнлектәге вертикаль шурф (тимер баҫҡыс менән йыһазландырылған). Иҫ киткес ҙур галереялар һәм Уралда иң оҙон һаналған гүр каскадтары бар. Тәрәнлеге — 144 м.
Уралда берҙән-бер упҡын мәмерйә. Оҙонлоғо — 9860 м, тәрәнлеге — 134 м, инеү шахтаһы — 100 м-ҙан ашыу. Спелеологтар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы урын, ҡатмарлы үтеү юлдары менән дан тота.
Нөгөш йылғаһының ҡушылдығы Куперлt йылғаһы аша һалынған тәбиғи карст күпер. Ике тороҡло, уртаһында колонна бар. Бейеклеге — яҡынса 20 м, киңлеге — 4 м, дөйөм оҙонлоғо — 35 м, һалынып торған өлөшө — 10 м. Янында һыу шарлауығы бар.[1]
Туризм
Ҡотоҡҡа барыу «Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре менән бергә ойошторолған төркөм составында ғына мөмкин. Экскурсиялар йыл әйләнәһенә ойошторола, ҡыш — ҡар ҡаръярғыстар (снегоход) ярҙамында. Яҡын урынлашҡан тораҡ пункттар — Нөгөш ауылы һәм Һәргәй ауылдары.[1][3]
Һаҡлау статусы
1965 йылдан 2014 йылға тиклем геологик тәбиғәт ҡорартҡыһы булараҡ һаҡланған. Бөгөнгө көндә — федераль кимәлдәге «Башҡортостан» милли паркының махсус һаҡланған биләмәһе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Урочище Кутук-Сумган. Башкирия национальный парк.
- ↑ Урочище Кутук (Кутук-Сумган). Туристический путеводитель Республики Башкортостан.
- ↑ 1 2 Кутукское урочище. Актив-отель Горки.
Һылтанмалар
- Ҡотоҡ (төбәк) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.