Уралтау заказнигы
Тасуирламаһы
Уралтау заказнигы 1981 йылда Башҡортостан Республикаһының Учалы районы биләмәһендә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә ойошторолған. Майҙаны 52,4 мең га, яҡынса 80%‑ын урман ҡаплаған, 3%‑ы һаҙланған[2].
Билдәле булыуынса, заказниктар тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлау йәки тергеҙеү, экологик балансты тигеҙлектә тотоу маҡсатында булдырыла, уларҙа хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыу даими йәки ваҡытлыса тыйыла. Заказник территорияһында йәнлектәр донъяһына зыян килтерерлек ғәмәлдәр — һунар итеү, балыҡ тотоу; тупраҡтың тәбиғи составын боҙмаҫ өсөн минераль ашламалар ҡулланыу, ер һөрөү; файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һ.б. тыйыла йәки сикләнә[3].[4]
Һыу сығанаҡтары
Уралтау заказнигы биләмәләрендә һаҙлыҡтар күп, улар иҫәбендә Кирәбе, Оло Әүнәр ҡушылдығы Тығын йылғалары буйындағы һаҙҙар. Һыу һаҡлар объекттар булараҡ уларҙың әһәмиәтен аңлау арта бара, шуның өсөн дә ҡурсыу саралары күрелә.
Был төбәктә Оло Әүнәр ҡушылдығы менән Ағиҙел , Йүрүҙән, Әй, Яйыҡ йылғалары башлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Башкирии с помощью беспилотников обследовали заказник Урал-тау
- ↑ 1 2 Уралтау заказнигы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ Уралтау заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ На территории заказника «Урал-Тау» задержаны браконьеры 2020 йылдың 26 сентябрь көнөндә архивланған.