Архангел заказнигы
Архангел заказнигы (рус. "Архангельский" заказник ) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоологик тыйыулығы. Һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1967).
Ландшафы
Архангел ауылының көнсығыш ситендә Аҫҡын йылғаһының[1] һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡта имән, йүкә, ҡайын, саған ҡатнаш урмандары таралған, болондарҙы һәм үлән һаҙлыҡтарын, һөрөнтө ерҙәрҙе берләштереүҙән ғибәрәт.
Майҙаны — 1912,0 га, шуның 45,1 % урман тәшкил итә, 21,4 % һаҙлыҡ, быуа бар. Рельефы тигеҙ, тау алды — убалы.
Фаунаһы
Хайуандарҙың һунар-промысла төрҙәренән: ҡ ҡуян, аҫ, бурһыҡ, бүре, йылға ҡондоҙо, ҡабан, мышы, себер ҡоралайы, үр ҡуяны, һыуһар, әлгәнйәк, ябай төлкө, ҡара өйрәк, ҡашҡабаш, ҡор, сел, һоро өйрәк, һуна өйрәк һәм башҡалар йәшәй.
Һыу яны һәм болон-һаҙлыҡ ҡоштарынан: ышылдаҡ аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, һоро ағуна, һоро торна һәм һуна өйрәк, ҡурпысыҡ (вальдшнеп), Һаралйындар төйәк итә.
Һирәк осрай торған ҡош һәм йәнлек төрҙәре: ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ышылдаҡ аҡҡош, һоро торна, ҡара ярғанат (северный кожан), этбаш ярғанат (ночница Наттерера), боған, үлән тәлмәрйене, европа бәрҙеhе, ҡашҡалаҡ — күсмә йөрәк (свиязь) Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә.
Һылтанмалар
- Архангел заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2022)
- Архангельский 0. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).