Өргөн (күл)

Өргөн (рус. Ургун) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Учалы районында урынлашҡан сөсө һыулы күл. Күл «Учалы күлдәре» тип аталған күлдәрҙең бер өлөшө. 1965 йылдан алып төбәк өсөн әһәмиәтле экологик, иҡтисади һәм фәнни яҡтан ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Этимологияһы

Тел белгестәре һәм географтар фекеренсә, 'Өргөн' исеме монгол телендәге «өргөн» йәки башҡорт телендәге «иркен» һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни өргөн «киң» тигәнде аңлата. Был мәғәнә күлдең контурына тап килә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа күлде яҡындағы ауыл исеменән сығып, Мулдаш күле тип тә атайҙар[1][2].

Географик урыны һәм морфометрияһы

Өргөн күле Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендә, яҡынса Башҡортостандың Учалы районының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Гидрографик яҡтан күл бәләкәй ҡушылдыҡтар һәм һаҙлы уйһыулыҡтар аша Яйыҡ йылғаһы бассейны менән тоташа[3].

«Башҡорт энциклопедияһы» мәғлүмәте буйынса күл өҫтө майҙаны 9,16 км2, оҙонлоғо буйынса яҡынса 4,4 км, киңлеге буйынса 1,9 км-ҙан 2,5 км-ға тиклем һуҙылған. Өргөн күле — Башҡортостан Республикаһындағы иң ҙур күлдәрҙең береһе[4].

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре
  • Һыу объекты коды: 111112200000317;
  • Бассейн районы: Урал бассейны районы (12);
  • Йылға бассейны: Урал (бассейндың Рәсәй өлөшө) (1);
  • Һыу хужалығы участкаһы: Урал сығанағынан алып Верхнеуральское гидрокоммуналь хужалығына тиклем (1);
  • Гидрологик тикшеренеүҙең коды: 212200031;
  • Гидрологик тикшерелеүҙәрҙең том һаны: 12;
  • Гидрологик тикшерелгән мәсьәлә: 2[5].
Тәрәнлеге һәм гидрологияһы

Күлдең тәрәнлеге тигеҙ түгел. Төньяҡ өлөшө һөҙәк, уртаса тәрәнлеге 2—4 метр тирәһе. Үҙәк һәм көньяҡ өлөштәрендә уртаса тәрәнлек 5—7 метрға тиклем етә, ә һыу һаҡлағыстың максималь тәрәнлеге 7,7 м тәшкил итә[4][lower-alpha 1].

Һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы

Күл һәм уның эргәһендәге Өргөн ҡарағай урманы 1965 йылда Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә[6]. Дөйөм һаҡланған майҙан яҡынса 3398 гектар тәшкил итә. Биотөрлөлөктө, һирәк осрай торған үҫемлек һәм хайуан төрҙәрен һаҡлау, ял итеү өсөн шарттар булдырыу — һаҡлау статусының төп маҡсаттары[7][8].

Urgun09.jpg

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

Яр буйы ландшафттары Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгенә хас: бында ылыҫлы урмандар, ташлы далалар, һаҙлыҡтар, яландар урынлашҡан. Был биотоптарҙа төбәктә һаҡланған төрҙәр исемлегенә ингән һирәк осрай торған ҡош һәм үҫемлек төрҙәре теркәлгән.

Күл буйында үҫкән ҡайһы бер һирәк осрай торған үҫемлектәр
  • аҡтамыр;
  • Гельма минуарцияһы;
  • кәкүк әшәлсәһе;
  • һары туманаҡ[9].
Ҡоштар

Йәйгеһен күлдә Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар оя ҡора: гагаралар, аҡбаш сыпҡайҙар, ҡарасабандар. Утрауҙағы ҡамыш ятҡылыҡтарында оялаған ҡыр өйрәктәрен йыш күрергә мөмкин. Ҡарағай урманында ҡорҙар һәм селдәр оя ҡора[9].

Балыҡтар

Күлдә төрлө балыҡтәр йәшәй: теркәлгән төрҙәр араһында алабуға, сабаҡ, суртан, ҡыҙылғанат, ҡарабалыҡ, шырт һәм башҡа балыҡтар бар. Өргөн күле һәүәҫкәр балыҡсыларҙың яратҡан урыны[8][10][4][11].

Экологик мәсьәләләр

2010-сы һәм 2020-се йылдар башында Өргөн күлендә һыу кимәленең тотороҡло кәмеүе теркәлгән. Был күренеш яр буйының һөҙәкләнеүенә, ләм ултырауына һәм цианобактериялар (рус.)баш. киң үҫеше менән бәйле һыуҙаң «йәшелләнеүенә» сәбәпсе. 10-15 йылда күлдең һыу кимәле бер нисә тиҫтә сантиметрға төшкән һәм, ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, урыны менән бер метрҙан ашып киткән[12].

Һиҙелерлек эҙемтәләрҙең береһе булып зәңгәр-йәшел һыу үләндәренең күпләп үҫеше арҡаһында, кислород концентрацияһының кәмей. Был үҙ сиратында һыу организмдарының йәшәү шарттарын насарайта һәм ихтиофаунаға кире йоғонто яһай. Урындағы халыҡ һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, балыҡтар һаны кәмеүе күҙәтелә. Был кислород режимының боҙолоуы һәм һөҙәк һыуҙарҙа ыуылдырыҡ сәсеү урындарының боҙолоуы менән бәйле. Шулай итеп, гидрологик үҙгәрештәр биотөрлөлөктөң кәмеүенә һәм һыу экосистемаһы структураһын ябайлаштырыуға килтергән фактор тип иҫәпләнә[13].

Проблема оҙаҡҡа һуҙылған бәхәс темаһы булып ҡала. Экологтар күлдең һөҙәкләнеүен һыуҙы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеге өсөн алыу, шулай уҡ Өргөндө туҡландырыусы шишмәләрҙең кибеүе менән аңлата. Шул уҡ ваҡытта предприятие һәм айырым власть органдары вәкилдәре, дымлылыҡ аҙ осорҙар, ҡоролоҡ йылдары һәм ташҡын кимәле түбән осорҙар булыуын һыҙыҡ өҫтәнә ала[14].

Тораҡ пункттар һәм ял Өргөн күле яры буйында Өргөн ауылы урынлашҡан. Һыу ятҡылығы буйында туристик һәм ял итеү объекттары эшләй, шул иҫәптән асыҡ һауала ял итеү, походтар, балыҡ тотоу һәм һаулыҡ һаҡлау программаларын тәҡдим иткән ял итеү үҙәктәре һәм туристик комплекстар бар[15].

Иҫкәрмәләр

  1. Озера Башкирии: ТОП-10. Наш Урал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  2. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  3. Озеро Ургун. 2Gis. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  4. 1 2 3 Өргөн, күл (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  5. 1 2 Озеро Ургун (Мулдашево). Государственный водный реестр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  6. Постановлениеот 17 августа 1965 года N 465 Об охране памятников природы Республики Башкортостан. Электронный фонд правовых документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  7. Реестр памятников природы Республики Башкортостан. РГО (25 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  8. 1 2 Dr. Riboedoff. озеро Ургун. Урочище. Место, где сходятся тропы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  9. 1 2 озеро Ургун. Урочище. Место, где сходятся тропы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-0126.
  10. Об утверждении Перечня рыбопромысловых участков в рыбохозяйственных водоемах Республики Башкортостан. Правительство Республики Башкортостан (12 февраль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  11. Озеро Ургун. Энциклопедия рыбалки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  12. В Башкирии пытаются спасти озеро Ургун в Учалинском районе. Сейчас оно превращается в болото. Его поверхность покрыли сине-зелёные водоросли — так называемые цианобактерии. Живая природа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
  13. Сегодня — озеро, завтра — болото? Газета Республика Башкортсотан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
  14. В Башкирии исчезает озеро Ургун: экоактивисты винят местное предприятие. Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан (20 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
  15. Турбаза «Ургун». РГО (25 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
Комментарийҙар
  1. Был мәҡәләгә сығанаҡтар төбәктең һыу объекттары тураһында системалы фәнни мәғлүмәттәр йыйылған «Башҡортостан энциклопедияһы»нан алынды. Әммә, Дәүләт һыу реестрында тәрәнлеге 9 метр, һыу өҫтө майҙаны 6,8 км² тип күрһәтелгән[5].

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә