Торатау (геопарк)
Торатау геопаркы (рус. Геопарк Торатау) — Башҡортостан Республикаһының көньяҡ өлөшөндә, Урал тауҙары менән Көнсығыш Европа тигеҙлеге ҡушылған урында урынлашҡан ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара геопаркы. Геопарк донъя әһәмиәтендәге үҙенсәлекле геологик, тәбиғи, мәҙәни һәм тарихи урындарҙы үҙ эсенә ала. Геопарк 400 мең га ашыу майҙанды биләй һәм Ишембай, Ғафури, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары биләмәләрендә урынлашҡан.
Тарихы һәм статусы
2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Торатау шиханын һәм уға яҡын биләмәләрҙе ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә индереү тураһында ғариза бирҙе. 2025 йылда Чилиҙа үткән ЮНЕСКО Советы ултырышында Торатау геопаркы рәсми рәүештә билдәләнде. Был Башҡортостанда Янғантау геопаркынан һуң (2020) икенсе ЮНЕСКО геопаркы[1][2][3].
2026 йылдың апрелендә Парижда ЮНЕСКО башҡарма комитетының 224-се сессияһы ултырышында «Торатау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү тураһында рәсми ҡарар ҡабул ителә. 2025 йылдың сентябрендә Чилиҙә ЮНЕСКО Советы ултырышында эксперттар бр тауыштан «Торатау»ҙы Бөтә донъя селтәренә индереү өсөн тауыш биргәйне. Парижда иһә башҡарма комитет был ҡарарҙы раҫланы. Статусын тураһындағы сертификат 2026 йылдың 27 апрелендә Франция баш ҡалаһында тапшырыла[4].
Географик урыны һәм тәбиғәт үҙенсәлектәре
Геопарк Көньяҡ Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан һәм төрлө ландшафттарҙы үҙ эсенә ала: урман-дала, тау тарлауыҡтары, ялан далалары, карст формациялары. Биләмәләге ҡаяларҙың йәше 1 миллиардтан 250 миллион йылға тиклем. Бында донъя кимәлендәге геологик эталондар урынлашҡан — Халыҡ-ара стратиграфик комиссия тарафынан «алтын ҡаҙаҡ» тип билдәләнгән Усолка һәм Алығ Төлкәҫ участкалары.
- Төп геологик үҙенсәлектәре .
Геопарктың төп тәбиғи иҫтәлекле урындары — боронғо Пермь рифының үҙенсәлекле ҡалдыҡтары булған Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары. Был тауҙар карбонат тоҡомдарынан тора һәм боронғо диңгеҙҙең ҡаҙылма коралл рифтарын күрһәтә.
- Торатау — Геопарктың символы һәм башҡорт халҡының изге үҙәктәренең береһе. Ул 486 метр бейеклектә, яҡынса 300 миллион йыллыҡ.
- Ҡуштау («парлы тау») — 4 километр оҙонлоҡтағы һырт, бейеклеге 374 метр тәшкил итә. Юғары флористик һәм фаунистик әһәмиәткә эйә.
- Йөрәктау («йөрәк тауы») — райондағы иң боронғо шихандарҙың береһе, бейеклеге 333 метрға етә.
Башҡа геологик ҡомартҡылар араһында Киндерле мәмерйәһе (Уралда иң оҙоно), Асҡын боҙ мәмерйәһе, Ғүмәр тарлауығы, Мәмбәт, Күҙгәнәк һәм Уҡлыҡая ҡаялары, шулай уҡ Ҡуҡрауыҡ шарлауығы һәм Туғарсалған күле бар[3].
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
Торатау геопаркының флораһы ғәҙәттән тыш бай һәм күп төрлө: Торатау шиханында 404, ә Йөрәктау шиханында 354 үҫемлек төрө теркәлгән. Бында Башҡортостан флораһының яҡынса дүрттән бер өлөшө осрай, шул иҫәптән һирәк осрай торған 53 төр һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән 15 төр. Утыҙ ике эндемик һәм 29 реликт төрө, шулай уҡ йөҙҙән ашыу төр мүк һәм бауыр үләндәре табылған, был шихандарҙы һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең ысын тәбиғәт ҡурсаулығына әйләндерә.
Хайуандар донъяһы ентекле өйрәнелмәгән, әммә 500 бөжәк төрө, 13 балыҡ төрө (шул иҫәптән европа бәрҙеһе), 6 төр һөйрәлеүсе, 93 төр ҡош, 45 төр һөтимәрҙәр билдәле. Улар араһында айыуҙар, һеләүһендәр, бүреләр, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бер нисә төр ярғанаттар бар. Был биотөрлөлөк «Торатау» геопаркының үҙенсәлеген һәм юғары тәбиғи ҡиммәтен раҫлай[3].
Тарихи-мәҙәни мираҫ
Геопарк территорияһында палеолит тораҡтарынан алып яңы заман ҡомартҡыларына тиклем 100-гә яҡын археологик объект табылған. Бында дини хаж ҡылыу объекттары, шул иҫәптән Богородица-Табын монастыры һәм Табын Божья Матерь иконаһы (рус.)баш. күренгән урындар урынлашҡан. Шулай уҡ XVIII быуаттың Воскресенка баҡыр иретеү заводы емереклектәре һаҡланған. Туристар Башҡортостан Республикаһының Географик үҙәгенә һәм «Великолепный страус» крәҫтиән-фермер хужалығына бара, зоопаркта ҡара африка страустары, австралия эмулары, дөйә, як, лама, косуля, декоратив ҡоштар һәм башҡа Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмағанхайуандар йәшәй[1].
Мәғариф һәм туризм
«Торатау» геопаркы — «Уралдың таш йылъяҙмаһы» һәм Рәсәйҙә геологик, экологик һәм мәҙәни туризмдың мөһим үҙәктәренең береһе. Уның эшмәкәрлеге төбәктең тотороҡло үҫешенә, урындағы халыҡты экотуризмға йәлеп итеүгә, Башҡортостандың тәбиғи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән[5].
Геопарк етәкселеге геология белемдәрен популярлаштырыуға һәм тәбиғи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға йүнәлтелгән белем биреү һәм фәнни программалар әҙерләй. Туристарға экологик һуҡмаҡтар, күҙәтеү майҙансыҡтары, Климат йорт-музейы, мәмерйә һәм шихан экскурсиялары, этнографик экскурсиялар, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Станислав Шахов. 12 интересных мест, которые нужно посетить в геопарке «Торатау». Башинформ (5 август 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Максим Теплышов. Сообщение о геопарке Торатау: жемчужина Башкортостана с удивительной природой, культурой и историей. BigLion. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Рустам Сиразетдинов. Заглянуть в Палеозойскую эру: чем может удивить башкирский геопарк "Торатау". Русское географическое общество (7 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Лейсан Закирова. «Торатау» в Башкирии получил подтверждение статуса глобального парка ЮНЕСКО. ИА «Башинформ» (15 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Мария Сныткина. Каменная летопись Земли. Республика Башкортостан (16 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.