Кәңгеш урмансылығында дарыу үләндәре популяцияһы
Кәңгеш урмансылығында дарыу үләндәре популяцияһы (рус. Популяции лекарственных растений в Кангышевском лесничестве) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы биләмәһендәге дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы. Заказник майҙаны — 174,0 гектар. Дарыу үҫемлектәренең ҡиммәтле төрҙәрен үҙ эсенә алған флористик комплексты һаҡлау маҡсатында ойошторолған[1].
Тасуирламаһы
Тәбиғәт заказнигы Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Яңы Кәңгеш һәм Сергеевка ауылдары араһында, Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәрҙә урынлашҡан. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1977 йылдың 2 ноябрендәге 555-се «Дәүләт урман фонды ерҙәрендә дарыу үҫемлектәрен һаҡлау буйынса заказниктар ойоштороу тураһында»ғы ҡарары менән ойошторола[2].
Заказник урынлашҡан район Ағиҙел йылғаһының йыуылып бөткән һыубаҫар туғай өҫтө киртләсенән һәм уның Ағиҙел йылғаһына һуҙылған һөҙәк битләүенән ғибәрәт. Тәбиғәт комплексы һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы-ҡарағай урмандарынан тора. Ваҡ ағаслыҡ һәйбәт үҫешкән.
Үҫемлектәр япмаһында ҡаҙаяҡ өҫтөнлөк итә. Ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле ҡыуаҡлыҡтары, ҡаҙаяҡһыҙ һәм ҡаҙаяҡ һирәк үҫкән аҡландарҙа бер йыллыҡ көкөрт үләне осрай. Заказниктың хайуандары өйрәнелмәгән. Заказник биләмәһендә үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011, 2014) индерелгән һирәк төрҙәре асыҡланмаған[1].
Әһәмиәте
Заказник ресурстарҙы һаҡлау, фәнни һәм эталон әһәмиәткә эйә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Популяции лекарственных растений в Кангышевском лесничестве Популяции лекарственных растений в Кангышевском лесничестве. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 02.11.1977 №555 «Об организации заказников по охране лекарственных растений на землях гослесфонда».
Һылтанмалар
- Популяции лекарственных растений в Кангышевском лесничестве Популяции лекарственных растений в Кангышевском лесничестве. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 02.11.1977 №555 «Об организации заказников по охране лекарственных растений на землях гослесфонда».