Кәлимосҡан ҡаяһы

Кәлимосҡан ҡаяһы — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡая. Һикәҙе йылғаһының иркен үҙәне буйлап һәм бейеклеге 90 метр тирәһе булған был текә ҡая янынан ғына Стәрлетамаҡ — Белорет автомобиль юлы үтә. Кәлимосҡан ҡаяһы таштары яҡынса 350 млн йылдар элек боронғо диңгеҙ төбө булған түбәнге карбон ултырмаларынан хасил булған[1].

undefined

Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителде. Был мәмерйәлә Салауат Юлаев бер ҡасан да булмаған, был урында «Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгән. Ысын Салауат Юлаев мәмерйәһе Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан.

Урыны: Маҡар ауылы, Маҡар урман хужалығы, Шихан лесничествоһы, 46-сы квартал.

Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет, һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәбәтенә үпкәләп, ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан килә.

Һаҡлау өлкәһе:

  1. Мәмерйәһе булған матур ҡая.
  2. Һирәк осрай торған үҫемлектәр популяцияһы (кәкре ҡылсыҡлы аҡтамыр, шиверекия үләне, клер астрагалы, кәзә һаҡалы)
  3. Далала үҫкән ҡарағайлыҡ.

Иҫкәрмәләр

  1. Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан». — Уфа: Информреклама, 2012. — С. 56—57. — 74 с. — 500 экз.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә