Фёдоровка заказнигы

Фёдоровка заказнигы (рус. Фёдоровский, заказник) — төбәк әһәмиәтендәге зоологик тәбиғәт заказнигы. Һунар кәсебе һәм һирәк осраған хайуандар популяцияһын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1989).

Тәбиғәт үҙенсәлектәре

Фёдоровка районы Фёдоровка ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар йылғаһы бассейнында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Дөйөм майҙаны — 1,7 мең га, 99,8%-ын урман ҡаплаған. Рельефы тигеҙлектәрҙән, һөҙәк убаларҙан тора.

Флора һәм фауна

Миләш, муйыл, балан, сөйәлле зелпе, ҡурай еләге, гөлйемеш һәм башҡа ваҡ ағаслыҡтарҙан торған ҡатнаш киң япраҡлы имән һәм йүкә урмандары, ҡырҡындыларҙа уҫаҡлыҡтар таралған[1].

Ҡурсаулыҡта 50-гә яҡын имеҙеүсе һәм 120 төр ҡоштар осрай, шуларҙың 23-ө — һунар фаунаһы вәкилдәре.

Йәнлектәрҙән: аҡ ҡуян, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, үрғуяны, һеләүһен, янут эте, аҫ йәшәй.

Ҡоштарҙан: ҡор ҡарсығаһы, ағуна, һаҙ турғайы, сәүкә, ҡоҙғон, ҡыр тауығы һ.б.;

Ҡолаҡлы терпе, ялман, һоро ағуна, аполлон, махаон Башҡортостан Республикаһының  Ҡыҙыл китабына индерелгән[2].

Заказник хужалыҡ, фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Иҫкәрмәләр

  1. Фёдоровка заказнигы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
  2. ООПТ Федоровский-0

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә