Янут
Янут[1] (лат. Nyctereutes procyonoides) — эттәр ғаиләһенән бөтә нәмәне ашаусы һөтимәр йыртҡыс кейек. Тыуған иле Японияла, Төньяҡ Ҡытайҙа, Амур буйында, Уссури крайында.
XX быуаттың 20-се йылдарында Башҡортостанға килтереп климатлаштырыла. Күпселек урман, йылға, күл буйҙарында йәшәй. Ҡараңғы төшкәндә һунарға сыға. Ҡыш көнө йоҡоға сума. Ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр, бөжәктәр, ҡоштар, ҡош йомортҡалары, еләктәр менән туҡлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Млекопитающие. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., 1984. — С. 95. — 10 000 экз.
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Собака енотовидная 2013 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған. (рус.)
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.