Әлйән (тау)
Әлйән, тау (рус. Гора Альян) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы тау һәм төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һаҡлау статусы 2003 йылда бирелгән. Тәбиғәт ҡомартҡыһының майҙаны — 100,0 га, тауҙың абсолют бейеклеге — 361 м.[1]
Географик урыны
Тау Һаҡмар йылғаһы бассейнына ҡараған Әселе йылғаһының һул ярында, Абҙан ауылынан 2 км көнбайышта урынлашҡан.[1]
Геологияһы һәм ландшафтары
Тауҙың формаһы һуҙынҡы, битләүҙәре текә; мәмерйәләр бар. Тауҙы хасил иткән тоҡомдар әселе ярусының терәк киҫелешен тәшкил итә. Ландшафтары көлһыуланған ҡара тупраҡтағы ҡылғанлы, ташлы, ҡыуаҡлы һәм болонло далаларҙан тора.[1]
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк үҫемлектәр осрай: Гельм астрагалы, Коржинский ҡылғаны, көмөш япраҡлы тәңкәғуҙаҡ, урыҫ сыбар сәскәһе, тарбаҡай татыр билсәне, Биберштейн ләләһе һәм эйелеүсән ләлә. Һаҡланған хайуандарҙан бәләкәй бесәнсе һәм ябай һыуыр тереклек итә.[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Мулдашев А. А. Альян, гора. БР ДАФУ «Башҡорт энциклопедияһы» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2026.
Һылтанмалар
- Әлйән (тау) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2022)
- Гора Альян. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).