Бөрө минераль сығанаҡтары
Бөрө минераль сығанаҡтары | |
---|---|
Тасүирлама | |
Сығанаҡ төрө | шишмә |
Дебит | 56-175 л/с |
Минерализация | 5,85 г/л |
Урынлашҡан | |
55°20′17″ с. ш. 55°26′24″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Бөрө минераль һыу сығанаҡтары — Башҡортостандың Бөрө районындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан), Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы Костарев ауылы янында, Бөрө ҡалаһынан 5 км өҫкәрәк. 5 сығанаҡ төркөмө, бер-береһенән 10 — 70 м аралыҡта яталар. Дөйөм дебиты яҡынса 56-175 л/тәүлегенә. Дөйөм минераллышыуы — 5,85 г/л, газ составы буйынса — көкөртлө водород.
Һаҡлау объекты: минераль сығанаҡтар һәм уларҙың тирә-яғы[1][2].
Бөрө минераль һыу сығанаҡтары дауалы, шифалы ултырмалар барлыҡҡа килтерәләр. Бөрө минераль һыу сығанаҡтарының даими химик режимы хлорид — сульфат — натрий — калий составы менән айырылып тора. Тоҙло шишмәләр тимер, бор, фтор һәм бромға бай. Сығанаҡтың эргә-тирәләре бик йәмле: ҡарағай урмандары дала менән аралаша.
Һылтанмалар
- Бирские минеральные источники
- Бирские минеральные источники: краткое описание // geomem.ru
- Бирские минеральные источники . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бирский район 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- ↑ Путешествия по России 2011 йылдың 15 ноябрь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|