Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы
Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы (рус. Популяции редких полезных растений на горе Большой Ямантау) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районы биләмәһендәге Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһе сиктәрендә урынлашҡан[1].
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1970 йылдың 22 майындағы 234-се «Башҡорт АССР-ында ҡиммәтле дарыу үҫемлектәренең ҡыуаҡлыҡтарын һаҡлау тураһында»ғы ҡарары менән ойошторола[2].
Тасуирламаһы
Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы — дәүләт төбәк тәбиғәт ботаник заказнигының дөйөм майҙаны — 1 170,0 га. Урынлашыу урыны: Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Машаҡ урмансылығының 50-се һәм 75-се кварталдарындағы Оло Ямантау яланғас-тундра бүлкәте.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡлауҙы һәм эшләүҙе тәьмин итеү өсөн яуаплы дәүләт органдары һәм юридик шәхестәр: Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең үҙенсәлектәре: ландшафы яланғас тауҙар һәм болондар, сфагнум һәм үлән-мүк һаҙлыҡсыҡтары, ҡайын һәм шыршы һирәк урманлы лишайник-мүк-үлән тундраһынан ғибәрәт[3].
Флораһы
Заказник флораһына 200-ҙән ашыу төр юғары төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәр инә, улар араһында бореаль урман һәм тау-тундра үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Флора составында реликттар, эндемиктар һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре күп.
Реликттары: себер артышы, аҙ сәскәле зыягөл, ирәмәл ҡымыҙлығы, ҡоба тал, Гмелин чинаһы, альп ағуна үләне, альп толсторебернигы, татар ҡутырбашы, тупаҡ трипутник, эре сәскәле мамыҡбаш, пермь елбәгәйе, урал цицербитаһы һ. б.
Эндемиктар: ҡолонғойроҡ, Игошина һолүләне һәм башҡалар.
Башҡортостан Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк осраусы төрҙәрҙең популяциялары һаҡлана (2001): Леман таутишәре, көҙгө ллодия, урал ҡамғағы, Крылов зыягөлө, ирәмәл тырнағуты һәм башҡалар. Көкөрт үләне, ҡара көртмәле, күк көртмәле, һыу үләне, күгелйем төлкөғойроҡ, Леман таутишәре, тығыҙ бетүлән һ. б. ҡиммәтле файҙалы популяциялары һаҡлана[4][5].
Фаунаһы
Оло Ямантау тауындағы һирәк осрай торған файҙалы үләндәр заказнигында урман фаунаһына хас хайуандар йәшәй: мышы, айыу, һеләүһен, һыуһар, ваҡ йыртҡыстар, аҡ ҡуян, тейен, һуйыр, бозор, ҡом һайыҫҡаны, тумыртҡалар һәм башҡалар. Яланғас тау битләүҙәрендә көйөлдө, ҡыжғылдаҡ кәкүк, ҙырҡыуыт, таштурғай кеүек ҡоштар осрай[4].
Әһәмиәте
Үҫемлектәрҙең ҡиммәтле төрҙәре — көкөрт үләне, ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле, күк көртмәле һәм һаҙ емеше популяцияларын һаҡлау маҡсатында ойошторолған.
Заказник фәнни һәм эталон әһәмиәтенә эйә[4].
Тәбиғәтте файҙаланыу буйынса тыйыуҙар
Заказник территорияһына Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тураһындағы ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы билдәләнгән һаҡлау режимы тарала[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ редких полезных растений на г. Б. Ямантау Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 22.05.1970 №234 «Об охране зарослей ценных лекарственных растений в Башкирской АССР».
- ↑ Карта «Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау»
- ↑ 1 2 3 4 Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау
- ↑ Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
- Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 1: Растения и грибы. — 2-е изд., доп. и переработ. — Уфа: МедиаПринт, 2011. — 384 с. — ISBN 978-5-9903354-1-7
- Красная книга Башкирской АССР. Редкие растения и животные. Проблемы их охраны. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. — 200 с.
- Красная книга Башкирской АССР. Редкие растения и животные. Проблемы их охраны. — Уфа: Башгоскнигоиздат, 1987. — 212 с.
- Национальный парк «Башкирия» (научно-популярное издание) Уфа: Информреклама, 2016 ISBN 978-5-906878-11-3
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан
отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
Һылтанмалар
- Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Национальный парк «Башкирия»
- Карта «Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау»
- Южно-Уральский государственный природный заповедник, официальный сайт
- Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 22.05.1970 №234 «Об охране зарослей ценных лекарственных растений в Башкирской АССР».
- Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау