Ҡолмәт ауылы эргәһендә Әй йылғаһы туғайы
Ҡолмәт ауылы эргәһендә Әй йылғаһы һыубаҫар туғайы (рус. Пойма реки Ай у села Кульметово) — төбәк әһәмиәтендәге дәүләт ботаника заказнигы. Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы территорияһында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].
Тасуирламаһы
Ҡолмәт ауылы эргәһендә Әй йылғаһы туғайы — Республика әһәмиәтендәге «Ҡолмәт ауылы эргәһендә Әй йылғаһы һыубаҫар туғайы» дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы 1970 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы ҡарары менән булдырылған. Майҙаны — 101,9 га.
Заказник Ҡолмәт ауылынан көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта, Әй йылғаһының уң яҡ һыубаҫар туғайында һәм таулы яры буйлап урынлашҡан. Уның ерҙәре «Салауат урмансылығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ҡыйғы участка урмансылығына ҡарай һәм 1-се, 14-се, 15-се, 16-сы, 24-се, 25-се кварталдарҙы үҙ эсенә ала.
Заказник түбәндәге бурыстарҙы үтәү өсөн булдырылған:
- тәбиғи йәшәү мөхитен тәьмин итеүсе тәбиғәт комплексын һаҡлау, яңыртыу һәм тергеҙеү, һирәк осрай торған дарыу үҫемлектәренең ген- һәм ценофондын рациональ файҙаланыу һәм уларға булышлыҡ итеү;
- үҫемлектәр донъяһы объекттарын, шул иҫәптән һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған объекттарҙы һаҡлап ҡалыу, яңыртыу һәм тергеҙеү;
- экологик мониторинг үткәреү;
- экологик ағартыу эше алып барыу[2].
Флораһы
Республика әһәмиәтендәге «Ҡолмәт ауылы эргәһендә Әй йылғаһы һыубаҫар туғайы» дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы тотороҡло продуктлы дарыу үҫемлектәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында булдырылған.
Тәбиғәт комплексы һыубаҫар ҡарағай-ҡайын урмандарынан ғибәрәт, уларҙың флораһында үҫемлектәрҙең 40%-ы самаһы ҡиммәтле дарыу һәм аҙыҡ төрҙәренә тура килә. Яҙғы умырзая, себер умырзаяһы, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, әлморон — улар араһында иң күп продуктлылары. Ҡолмәт ауылы эргәһендәге ҡарағай урманында ябай һыуйыйыр үләне үҫеүе асыҡланған. Был Башҡортостан Республикаһында ошо төрҙөң берҙән-бер үҫеү урыны.
Заказник ресурстарҙы һаҡлаусы, фәнни һәм эталон әһәмиәткә эйә.
Фаунаһы
Заказниктың хайуандар донъяһы әлегә төплө өйрәнелмәгән. Һирәк осрай торған йәнлектәрҙән башҡа, әлбиттә, ҡуян, бүре, тейен, төлкө, терпе, шәшке, һеләүһен, һыуһар, ҡыр тауыҡтары — ҡор, һуйыр кеүек йәнлек-ҡоштар, ваҡ йәнлектәр, төрлө бөжәктәр йәшәй.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление правительства Республики Башкортостан от 29122021 №733. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Государственный природный заказник республиканского значения «Пойма р. Ай у с. Кульметово»
Һылтанмалар
- Пойма р Ай у с Кульметово. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 29.12.2021 № 733 «О внесении изменений в некоторые решения Правительства Республики Башкортостан».
заказник Бирский заказник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).