Мишкә дәүләт тәбиғи заказнигы

Мишкә дәүләт тәбиғәт заказнигы (рус. Мишкинский государственный природный заказник) — Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы биләмәһендә урынлашҡан заказник.[1]

Этимологияһы

Мишкә дәүләт заказнигының атамаһы район исеменән алынған. Райондың атамаһы, үҙ сиртатында, тәүге төпләнеүсе Михаил Исенбаев (Мишка) исеменән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә.[2]

Тасуирламаһы

Башҡортостан Республикаһы Мишкә районының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Был биләмәгә Бөрө йылғаһының бер өлөшө лә ингән. Мишкә дәүләт заказнигы 2002 йылда булдырылған. Дөйөм биләмәһе 32,8 мең га. Заказникта карст һаҙлыҡтары күп кенә. Уның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән Наратһаҙ һаҙлығы урынлашҡан.[3]

Флораһы

Мишкә дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәһендә 576 төргә яҡын 79 көпшәле үҫемлектәр ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр теркәлгән. Һаҡлау объекттарына оҫҡон йыуаһы (Себер флораһы реликты), биологик күп төрлө гетеротрофлы һаҙлыҡтар, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәр мүк еләге, тутыҡ схенус, аҡ мүк һәм башҡалар инә. Шулай уҡ заказник биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән диңгеҙ бөркөтө (орлан-белохвост) оялары бар. Урмандары ҡатнаш. Биләмәнең 40%-ын йүкә ағастары биләй. Мишкә дәүләт заказнигы биләмәһендә мышы, болан, ҡабан, шәшке һәм башҡа йәнлектәр йәшәй. Һаҙлыҡтарында һыу ҡомағы, һаҙ ҡондоҙо йәшәй. Заказник биләмәһенән еләк-емеш, үҫемлектәр йыйыу ҡәтғи тыйылған, йәнлектәрҙең үрсеү осоронда һәм янғын хәүефһеҙлеге юғары булған ваҡыттарҙа инеү тыйыла[4].

Тема буйынса өҫтәмә