Асы (шифахана)

Асы́ шифаханаһы (башҡ. Санаторий Ассы) — Башҡортостандың Белорет районында урманлы зонала урынлашҡан бальнеотерапевтик тау яны шифаханаһы. Асы ауылында, Өфөнән 180 км алыҫлыҡта, Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан[1]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 220 м.

Шифахана эргәһендә «Асытау» саңғы трассаһы бар[2].

Тарихы

Шифахана 2001 йылда асыла. Дауалау-һауыҡтырыу корпусы архитектор К. Р. Иванович проекты буйынса төҙөлгән.

Ауыл атамаһы башҡортса «әсе» йәки «асы» тигәнде белдерә, был иһә ерле халыҡтың һыуҙы дауалау өсөн файҙаланғанғаны тураһында һөйләй. Ауыл кешеләре һыуҙы электән ашҡаҙан ауыртҡанда ҡулланған, шулай уҡ аяҡ-ҡул, быуындар һыҙлағанда ванналар ҙа яһағандар.

Асы минераль сығанаҡтары тураһында беренсе булып академик Ф. Н. Чернышев (1889 йыл) яҙып сыға. Ике йылдан һуң, Белорет дауаханаһы табибы Эрман һыуҙы анализлау өсөн Берлин университетына (1901 й.) ебәрә. Химик составы буйынса Асы һыуы Германиялағы билдәле Киссенгон сығанаҡтары һыуына яҡын булыуы асыҡлана.

Һыу «Асы» сауҙа маркаһы аҫтында шешәләргә ҡойола[3].. Әлеге ваҡытта Асы минераль сығанаҡтары федераль кимәлдәге гидрогеологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ танылыу алған[4].

1999 йылда Асы минераль сығанаҡтары базаһында «Асы» шифахана комплексын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә[5].

Дәүләт программаларында ҡатнашыуы

2026 йылда «Ассы» шифаханаһы «Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты составындағы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ҡушылды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән шифахана етәкселеге араһында килешеү төҙөлдө.

«Ассы» шифаханаһы республикала әлеге программаға йәлеп ителгән алтынсы шифахана-курорт учреждениеһы булды. Проект ойошмалар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм һаҡсыл технологияларҙы индереүгә йүнәлтелгән[6].

Климаты

Ғинуар айындағы уртаса температура — 15,7 °C. Йәй йылы — июлдә уртаса температура +17,4 °C. Йыллыҡ яуым-төшөм кимәле яҡынса 582 мм. Йыллыҡ уртаса һауаның шартлы дымлылығы — 75%[7].

Дауалау

undefined

Төп медицина йүнәлеше — һөйәк-мускул, тире, нервы системаһы ауырыуҙарын дауалау. Башҡа йүнәлештәре: аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы, ҡан әйләнеше системаһы боҙолоуы[1].

Дауалау факторы: минераль һыу, шулай уҡ: тауҙың саф һауаһы, тайга, пейзаж.

Тоҙйылға ҡоҙоғоноң минераль сығанаҡтары һул яҡ ярҙа урынлашҡан. Уларҙан ни бары 2 км алыҫлыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14-е — минераль сығанаҡ[8]. Минераль һыу ике төрлө: аҙ минераллы (2.3-2.4 г/куб. дм) сульфатлы-хлоридлы натрий составлы һыу, уны эсеп дауаланалар; юғары минераллы (18.8 г/куб.дм) хлоридлы натрий составлы һыу бальне-дауалау өсөн ҡулланыла[1]. Аҙ минераллы һыуҙың температураһы — Цельсий буйынса 15 °C, юғары минераллы һыуҙыҡы — 8 °C[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Сайт санатория. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2011. Архивировано 25 сентябрь 2016 года.
  2. Открылась горнолыжная трасса «Ассы-Тау» вблизи санатория «Ассы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 17 сентябрь 2016 года.
  3. Торговая марка №172690 — Ассинская Accinskaya вода минеральная: владелец торгового знака и другие данные | РБК Компании (билдәһеҙ). РБК Компании. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2026.
  4. 1 2 Геологические памятники природы России. М., «Лориен», 1998. — 200 с. // сс. 85-91. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2011. Архивировано 15 сентябрь 2016 года.
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Санаторий «Ассы» стал шестым участником проекта «Производительность труда». 2 май 2026 тикшерелгән.
  7. Ассы, санаторий. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2026.
  8. Ассинская вода близка лучшим курортным водам Европы. 2 май 2026 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә