Көнгәк заказнигы
Көнгәк заказнигы (рус. ЗаказникКунгак) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоология заказнигы. Һаҙ гөбөргәйеле йәшәгән мөхитте һаҡлау, хайуандарҙың ҡиммәтле һәм һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (2002).
Географик урыны
Тәбиғи үҙенсәлектәре
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең тәбиғи үҙенсәлектәре: Һырттың көнсығыш макробитләүендә ҡатнаш йүкә-саған-ҡайын урмандары, көнбайыш битләүендә — ҡоро имәнлектәр, ҡылғанлы, ҡылбашаҡлы, типсәкле далалы һәм ситендә дала ҡыуаҡлыҡтары булған ҡатнаш киң япраҡлы урмандар таралған. Заказникта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: Гельм астрагалы, көмөш тәңкәғуҙаҡ, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән Залесский ҡылғаны, кәрлә күбәләк сәскә, ҡаурый ҡылған үҫә.
Хайуандар донъяһы
Америка шәшкеһе, аҫ, бурһыҡ, дала көҙәне, йылға ҡондоҙо, йәтсә, ҡабан, ҡор, ҡоралай, мышы, ондатра, төлкө, урман көҙәне, һары шәшке, һыуһар, ҡурпысыҡ, һуна өйрәк һәм башҡалар йәшәй. Заказникта Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡса ҡомағы, Баҡыр йылан, дала ҡара йыланы, ҡама, оло ялман, орсоҡ йылан, һаҙ гөбөргәйеле, һоро ағуна һәм башҡалар йәшәй.
Ҡоштары
Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерайияһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, көсөгән, өкө, европа бәрҙеһе, зөгәй ?әм башҡалар осрай.
Көнгәк заказнигы территорияһында 1990 йылда биология фәндәре докторы Миһранов Марат Ғәлихан улы[3] тарафынан фән өсөн әһәмиәтле тәңкәле ҡанатлыларҙың яңы төрө — Бутлеров әберсен күбәләге билдәләнә (малинница Бутлерова).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Көнгәк заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кунгак. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).