Ҡылыҡһырлама
Ҡаҙҙан бәләкәйерәк тән ҡошо. Шым ғына оса. Башында ҙур ҡолаҡтары бар. Дөйөм төҫө һорғолт ерән, буй ҡара таптар, арҡыры нәҙек һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Күҙҙәре ҡыҙғылт һары. Ҡуян ябалағынан төҫө, өкө ябалағынан ҙурлығы, башҡа ябалаҡтарҙан ҡо¬лаҡлы булыуы- менән айырыла.
Тауышы
Тауышы көслө: «ух-хуу» йәки үҙенсәлекле сырылдау.
Йәшәү рәүеше
Йәшәү урыны — урман, ҡайя таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк оорай. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
Һылтанмалар
- Мәмәтов Ә. Ф. Өкө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.