Ҡарағайкүл (күл, Учалы районы)
Ҡарағай күле, Ҡарағайлы, Ҡарағайкүл, Ворожеич — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы күл.[1]) Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан[2]). Һаҡлана торған биләмә — 80,0 га.
Географияһы
Күлдән 2 км алыҫлыҡта Аҙнаш, Ҡужай һәм Вознесенка ауылдары урынлашҡан. Эргәһендә генә Тубылдың ҡушылдығы булған Уй йылғаһы аға.
Күл өҫтө майҙаны — 0,8 кв.км; оҙонлоғо — 1 км; киңлеге — 0,7 км; уртаса тәрәнлеге — 4,5 м.
Тектоник күл. Соҡоро ассиметриялы, урта девон (базальт, риолит, дацит, андезибазальт, уларҙың туфтары) һәм аҫҡы карбон (эзбизташ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән.
Төбө ләмле, ҡомло, ташлы. Тымыҡ күл. Туйыныуы — ҡатнаш, һыуы сөсө. Күл эвтрофлы; яртылаш ҡороған. Көнбайыш һәм көньяҡ өлөштәре һаҙға әйләнгән.
Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙары һөҙәк, көнсығыш төньяҡ өлөшөндә һәм көньяҡ-көнсығышында — текә. Урыны менән йәшмә, мәрмәр сығанаҡтары осрай.
Көньяҡ-көнбайыш ярында оҙонлоғо 0,2 км булған утрау бар. Ул утрауҙың уртаһында палеолит осорона тура килгән тораҡ ҡалдыҡтары табылған.
Үҫемлектәр донъяһы
Тирә-яғындағы ландшафты ҡарағас ҡатыш ҡайын урманлы тәпәш кенә убаларҙан һәм ташлы далаларҙан тора.
Яр буйын көньяҡ ҡамышы, тамырсалы суҡҡыяҡ һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтарға әйләнеп барған төрлө үләнле-ҡыяҡлы болондар биләй.
Ебәк ҡаҙ үләне, Крашенинников минуарцияһы, ҡаурый ҡылған, ҡылсыҡлы аҡтамыр, ҡырҡйепсә туманаҡ, төклө ҡылған, энәле ҡәнәфер үҫә.
Күп урындарҙа күл эргәһенә яҡын килеүе ҡыйын. Эргәһен һаҙлыҡ һәм һыу үҫемлектәре (күл ҡамышы, күрән, мамыҡбаш күрән, тар япраҡлы екән, һары һәм аҡ томбойоҡ, мөгөҙъяпраҡ) баҫҡан. Шуғамылыр, ситтән килеп ултырған урыҫтар күлгә Ворожеич тигән тағын бер исем биргән.
Фауна
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Газета «Выбор» № 118-119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».
- Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э. З., Уфа"Тау" 2004, 297 с.
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. — Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с.
Һылтанма
- Мулдашев А. А. Карагайкуль // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Озеро Ворожеич
- http://cumulu.ru/places/c/uchalinskii/raion/info/ozero-karagayli 2017 йылдың 4 ғинуар көнөндә архивланған.
- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/8167-ara-ajly-k-l 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/8159-ara-ajk-l-k-l 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%B0%D1%80%D0%B0%D0%B3%D0%B0%D0%B9%D0%BA%D1%83%D0%(недоступная ссылка) BB%D1%8C_(%D0%BE%D0%B7%D0%B5%D1%80%D0%BE,_%D0%A3%D1%87%D0%B0%D0%BB%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD)
- http://www.geomem.ru/mem_obj.php?id=12945&objcoord=&objoblast=%D0%90%D1%80%D1%85%D0%B0%D0%B