Яҡтыкүл (күл)
Яҡтыкүл, Мауыҙҙы (рус. Банное или Яктыку́ль; Маузды) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының төньяғындағы Ташбулат ауыл советы биләмәһендәге тектоник сығышлы күл. Яйыҡ (Урал) йылғаһы бассейнына ҡарай. 1965 йылдан — төбәк әһәмиәтендәге гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостандың иң тәрән күле[1].
Тасуирлау
Күлдең майҙаны — 7,7 квадрат километр; оҙонлоғо — 4170 метр, уртаса киңлеге — 1880 метр; максималь тәрәнлеге 28 метр, уртаса тәрәнлеге — 10,6 метр, һыу күләме — 81,7 млн куб метр, һыу йыйыу майҙаны — 36,3 квадрат километр[1].
Яҡтыкүл Башҡорт Урал артының урта өлөшөндә Ҡотоҡай (664 м), Ҡаранъялыҡ (620 м) түбәләре һәм Яманҡай һырттары итәгендә ята, Әбйәлил районы|Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙан төньяҡ-көнсығышҡа 28[2], Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан — төньяҡҡа 30 саҡрым[3] алыҫлыҡта урынлашҡан.
Күл тектоник сығышлы. Яҡтыкүл Урал артында ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостанда иң тәрән һыу сығанағы. Күлдең һыуы сөсө, үтә күренмәле. Ярҙары текә, урыны менән ишелеүсән, көнбайыш яғында — һөҙәк. Күлдән Яйыҡтың (Урал) уң ҡушылдығы Йәнгел йылғаһы ағып сыға[1].
Күлдең тирә-яғындағы ландшафт ҡайынлыҡтарҙан, һирәгәйгән ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан тора. Яр буйҙарында болондар һәм урмандар бар, ташлыраҡ урындарҙа дала үҫемлектәре: альп астраһы, ҡанүлән, сәнскәк ҡуян кәбеҫтәһе, төньяҡ таш абағаһы һ.б. осрай. Көнсығышҡа табан ҡайынлыҡ һирәкләнә бара һәм артабан Урал аръяғы далаһы башлана.
Күлдә алабуға, алтын табанбалыҡ, ҡыҙылғанат, пелядь, ротан, сабаҡ, сөгә, суртан, шамбы көн итә, яр буйҙарында ҡырағай йәнлек һәм ҡоштарҙан аҡ ҡуян, сел һәм башҡалар йәшәй.
Атамаһы
Легенда буйынса, Мунсалы (Банное) атамаһы 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Иванович Пугачёв исеме менән бәйле, тиҙәр. Яҡтыкүлдең һелтеле, йомшаҡ һыуында ул ғәскәренә «мунса инергә» («баниться») бойорған[3].
«Банное» тип йөрөтөү тик көнкүрештә генә ҡулланыла, тип иҫәпләргә кәрәк, ә күлдең тарихи исеме — «Яҡтыкүл».
Мауыҙҙы атамаһы төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында «төпһөҙ, бирән» мәғәнәһен аңлатҡан мифик йән эйәһе Мауыҙ менән бәйләнгән[4].
Әбйәлил районы сәсәне — Мирхәйҙәр-сәсәндән ишеткәнен уның улы Марсель Мирхәйҙәров «Ашҡаҙар» радиоһына биргән интервьюһында (рус.)баш. ошолайтып еткерә: Мирхәйҙәр сәсәнгә Рәхмәтуллин Ғибәҙәт ҡарт Мауыҙҙы күле атамаһы Мул ауыҙлы һүҙбәйләнешенән барлыҡҡа килгән, тип әйткән, сөнки күл күп йылғаларҙан тулылана.
Рекреация
Күл һәм уның тирә-яғы — халыҡтың яратҡан ял урыны. Күл тирәләй «Яҡтыкүл» шифаханаһы һәм Силәбе өлкәһенең ял итеү базалары (рус.)баш. урынлашҡан, «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге бар[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ә. М. Гәрәев. Яҡтыкүл, Мауыҙҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025.
- ↑ 1 2 Р. С. Сынгизов (главный редактор). Абзелиловская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025) (рус.)
- ↑ 1 2 Озеро Якты-Куль или Банное. Сайт «ПриветТур!». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025.
- ↑ А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — С. 237. — 256 с. — ISBN 5-295-03192-6. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025) (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Яҡтыкүл, Мауыҙҙы, Урал йылғаһы бассейнындағы күл (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)}
- Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов. Словарь топонимов Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Туристический путеводитель Республики Башкортостан. Озеро Якты-Куль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Портал «Наш Урал и весь мир». Озера Башкирии: ТОП-10. Озеро Аслыкуль, Банное, Голубое, Кандрыкуль, Талкас (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Сайт «ПриветТур!». Озеро Якты-Куль или Банное (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Сайт проекта «Ураловед». Банное (Яктыкуль) – самое глубокое озеро Башкирии (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)