Башҡорт ҡурсаулығы

Башҡорт ҡурсаулығы (рус. Башкирский заповедник) — Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, күп төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың ҡатнаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ.

Тарихы

Башҡортостан ҡурсаулығы тураһында тәүге мәғлүмәтте XIX быуаттың 70-се йылдарында сәйәхәтсе-натуралистар И. И. Лепехин менән П. И. Рычков яҙып ҡалдыра[1].

Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә ҡурсаулыҡ ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм ул 1930 йылдың 11 июнендә эшләй башлай. Майҙаны — 49,6 мең га. 1951 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары менән ҡурсаулыҡ бөтөрөлә һәм уның биләмәләрендә урман хужалығы ойошторола. Урманды әүҙем һәм контролһеҙ киҫеү башлана. Ғалимдарҙың, тәү сиратта С. В. Кириковтың, шулай уҡ республиканың тәбиғәтте һаҡлаусы йәмәғәтселәре тырышлығы менән[2] 1958 йылдың ноябрендә ҡабаттан тергеҙелә[3]. 1986 йылға тиклем Уралтау, Көньяҡ Ҡыраҡа һәм Ағиҙел яр буйы участкаларынан тора. Һуңғыһы 1986 йылда үҙ аллы «Шүлгәнташ ҡурсаулығы»на әйләндерелә. Ул РСФСР хөкүмәте ҡарары менән әһәмиәтле һәм мөһим тәбиғәт ҡомартҡылары комплекстары иҫәбенә индерелә. 1959 йылда бында юғары палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табыла.

2006 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре, студенттары һәм «СканЭкс» инженер-техник үҙәге тырышлығы менән ҡурсаулыҡ территорияһының тәбиғи территориаль комплекстары картаһы эшләнә[4].

2025 йылдың 11 июнендә Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы үҙенең 95 йыллығын билдәләй[5].

2025 йылдың 22 сентябрендә Рус география йәмғиәтенең «Заповедное дело РГО» йәштәр сменаһы эшен тамамлай. Лагерҙа ҡатнашыусылар ҡурсаулыҡ территорияһында эшләп, фенологик күҙәтеүҙәр алып бара, территорияны таҙарта, аншлагтар урынлаштыра һәм экологик һуҡмаҡтарҙы төҙөкләндерә[6].

Географияһы

Ҡурсаулыҡ Башҡорт (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә, Башҡортостандың Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет райондары сиктәрендә урынлашҡан. Һаҡланған объектты тәбиғи рәүештә төньяҡтан Ҡағы йылғаһы, көнсығышта Уралтау һырттарының көнбайыш битләүҙәре, көньяҡта — Үҙән йылғаһы, көнбайышта Ҡыраҡа тауының көнсығыш битләүҙәре сикләй.

Рельефы — уртаса таулы. Күпселек һырттарҙың түбәләре тигеҙләнгән һәм урман менән ҡапланған. Битләүҙәрҙәге ултыртылған ағастар төрлө үләнгә бай ҙур һәм бәләкәй яланлы көньяҡ таулы дала менән алмашына. Ике участкала ла рельеф үҙенең үҙенсәлегенә эйә.

Ҡурсаулыҡ уртаса һыҙаттың атлантик-континенталь климат өлкәһенә тура килә. Ундағы климат төрлө участкаларҙа төрлөсә, әммә дөйөм алғанда ҡырыҫ: һыуыҡтар −45 °C-ҡа етә. Тауҙарҙа йәйгеһен дә ҡырау төшә. Йылына ҡарап һауа торошо ла айырыла. Йылғаларҙа боҙ апрелдең беренсе яртыһында китә, ай аҙағында ҡар ҙа бөтә, ул бары тик тауҙарҙың төньяҡ битләүҙәрендә генә ҡала. Яуым-төшөм күләме 500 мм-ҙан артыҡ, уларҙың иң күп өлөшө йәйге-көҙгө осорға тура килә.

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы

Территорияла үлән, ҡыуаҡ һәм ағастарҙың 700 төрө; 51 төр һөтимәр һәм 155 төр ҡош, 27 төр балыҡ, 4 төр — ер-һыу йәнлеге, 6 төр һөйрәлеүсе бар. Ҡурсаулыҡ урмандарында шулай уҡ ҡырағай башҡорт бал ҡорто һаҡлана.

Хеҙмәткәрҙәрҙең күҙәтеүе аҫтында бөтә кейектәр һәм ҡоштар иректә йәшәй. Бында мышы, марал, ҡоралай, ҡуян, шәшке, һары шәшке, тау шәшкеһе, айыу, һеләүһен, бүре, төлкө, тейен, бөркөт, һуйыр, ҡор, сел, ябалаҡ һәм башҡа йәнлектәр, ҡоштар бар. Хайуандар тураһында тейешле хәстәрлек күрелә: маралдар, мышылар, ҡоралайҙар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләнә, күп урындарға таш тоҙ ҡуйыла. Ҡоштар өсөн оялар эленә.

Бурыстары һәм фәнни тикшеренеүҙәр

Ҡурсаулыҡ таулы Урал алдының боҙолмаған экосистемаһын, тәү сиратта урмандарҙы һаҡлау өсөн ойошторола. Фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлеше — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәренең тәбиғи экосистемаһын комплекслы тикшереү.

Бындағы үҫемлектәрҙең күптәре СССР-ҙың «Ҡыҙыл китабына» индерелгән, урмандары солоҡсолоҡ өсөн уңайлы.

Ҡурсаулыҡтың төп бурыстарының береһе — тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу.

Хәүефтәр

1998 йылдың 6 июленән Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы хакимиәте башлығы 549-сы ҡарар сығара. Унда Башҡортостан ҡурсаулығының ике колхозға бесән сабырға ер биреүе ҡарала (был ҡарар Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының ошо мәсьәлә буйынса бынан алда шулай уҡ законға тап килмәгән ҡарарына нигеҙләнеп ҡабул ителә).

Башҡортостан Республикаһында хромит ятҡылыҡтарын асыу маҡсатында Башҡортостан ҡурсаулығы территорияһы составынан ер участкаһын алыу мәсьәләһе әүҙем ҡарала. 1994 йылда ҡурсаулыҡ хакимиәтенә 124-се кварталда хромит ятҡылығын асыуға рөхсәт һорап «Старатель» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт мөрәжәғәт итә. 1997 йылда хромит мәғдәнен табыу һәм райондың социаль мәсьәләләрен хәл итеү өсөн Бөрйән районы хакимиәтенән 4 кварталды биреү тураһында мөрәжәғәт килә. Шундай уҡ тәҡдимдәрҙе хакимиәт башлығы 2000 йылда ла индерә. 2003 йылда район хакимиәте башлығы ул ваҡыттағы РФ Дәүләт Думаһы спикеры Г. Селезнёв исеменә «4 кварталды биреү һәм Һарғая ҡасабаһының социаль мәсьәләләрен хәл итеү» (Һарғаяла ҡурсаулыҡтың төп усадьбаһы урынлашҡан) тураһында хат менән мөрәжәғәт итә. Шул уҡ мәсьәләне күтәреп, 2003 йылдың апрелендә Ҡолғана ауыл советы муниципаль биләмә башлығы район хакимиәте башлығы менән берлектә Һарғая ауылы халҡының йыйынын үткәрә. 2003 йылдың майында шул уҡ мәсьәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитетының ултырышында ла ҡарала. 2004 йылдың мартында «Хром» тау байлыҡтарын табыу яуаплылығы сикләнгән ширҡәте Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау берләштерелгән баш идаралығына Башҡортостан ҡурсаулығы территорияһында хромит мәғдәнен табыуға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә.

2020 йылда Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының Һарғая һыртында (Бөрйән, Әбйәлил, Белорет райондары) 500 га урман һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урман участкалары яна[7].

Маршруттар

Үҙенсәлекле тәбиғәт менән яҡындан танышыу өсөн бер нисә маршрут эшләнгән. «Башһырт» тарихи-экологик һуҡмаҡта күҙәтеү урынынан тау түбәләрен ҡарарға һәм «Башһард шарьяжы» геологик-мәҙәни ҡомартҡыны күрергә мөмкин. Ә экологик «Арадый» һуҡмағы крайҙың барлыҡ экосистемаһы аша үтә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. История. bashzapoved.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025.
  2. О заповеднике/История. bashzapoved.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025.
  3. Башкирский заповедник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2007. Архивировано 25 июль 2008 года.
  4. МГУ и Центр «СканЭкс» разработали карту Башкирского заповедника (10 август 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2012.
  5. 1 2 Реликтовые горные степи и вековые редколесья: Башкирский заповедник отмечает 95-летие. mnr.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025.
  6. .РГО. Подошла к концу башкирская смена «Заповедного дела РГО». mk.rgo.ru (22 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025.
  7. В Башкирии горит заповедник: «Вас ждет свой маленький, персональный адок». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2020. Архивировано 20 июль 2020 года.

Әҙәбиәт

  • Позднякова Э. П., Лоскутов А. В., Скокова Н. Н. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 234—263.
  • Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Охрана редких видов растений на Южном Урале. М., 1987.
  • Е. Кучеров. Заповедники Башкирии // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 2, 1994. стр. 20-21
  • Мартыненко В. Б., Соломещ А. И., Жирнова Т. В. Леса Башкирского государственного заповедника. Уфа, 2003.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә