Бишҡайын һаҙлыҡтары
Бишҡайын һаҙлыҡтары (рус. Бишкаиновские болота) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы биләмәһендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һаҙлыҡ майҙаны — 12,07 га, һаҡ зонаһының майҙаны — 9,18 га[1].
Тасуирламаһы
Тәбиғәт ҡомартҡыһы Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Бишҡайын ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрендәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарары менән Бишҡайын һаҙлығы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы Бишҡайын ауылы янында бер-береһенән алыҫ түгел урынлашҡан өс карст соҡоронда урынлашҡан һаҙлыҡтар комплексынан ғибәрәт. Уйпатлыҡтарҙағы һаҙлыҡтарҙың тәрәнлеге 6 метрҙан 10,5 метрға тиклем. Торф ҡатламының ҡалынлығы 1,0 м-ҙан 2,5 метрға тиклем тирбәлә, унан аҫтараҡ һыу һәм һаҙ батҡағы. Карст соҡорҙарының ситтәре ярайһы уҡ текә.
Һаҙлыҡ флораһы сағыштырмаса бай: бында юғары көпшәле үҫемлектәрҙең 50-гә яҡын төрө, шул иҫәптән талдың 8 төрө үҫә. Башҡортостандың Урал алды урман-далаһы шарттарында гипоаркто-бореаль төргә ҡараған лапландия талының осрауы айырыуса ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ һаҙлыҡ биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелгән һирәк һәм һаҡлауға мохтаж үҫемлектәр — һыубаҫар көкөрт үләне, Англия ысыҡ үләне һәм һаҙ хаммарбияһы үҫә. Улар араһында иң һирәге — һыубаҫар көкөрт үләне: ул Башҡортостан Республикаһында ҙур булмаған популяциялар менән ни бары ике һаҙлыҡта, шул иҫәптән Бишҡайын һаҙлыҡтары участкаларының береһендә генә теркәлгән.
Бынан тыш, һаҙлыҡтарҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелмәгән, әммә тәбиғи мөхиттәге торошо даими күҙәтеүҙе талап иткән үҫемлектәр ҙә осрай. Улар иҫәбенә һаҙ мүк еләге һәм түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне инә[1].
Әһәмиәте
Бишҡайын ауылы янындағы карст соҡорҙарындағы һаҙлыҡтар тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән, Башҡортостан Республикаһы үҫемлектәренең һирәк төрҙәрен һәм үҫемлектәр берләшмәләренең һирәк төрҙәрен йөрөтөүсе булараҡ, ҡиммәтле. Бынан тыш, улар карст соҡорҙарында һаҙлыҡ барлыҡҡа килеү процестарын өйрәнеү өсөн мөһим фәнни әһәмиәткә эйә[1].
Һылтанмалар
- Бишкаиновские болота. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан».
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Бишкаиновские болота. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан».