Ҡорғаҙаҡ шишмәһе
Ҡорғаҙаҡ — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы минераль һыу сығанағы. Шишмә Йүрүҙән йылғаһының һул ярындағы Ҡаратау һыртынан ағып сыға. «Янғантау» шифаханаһынан көньяҡҡа табан бер нисә километр алыҫлыҡта, Комсомол ауылы эргәһендә, ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә ингән «Янғантау» геопаркы сиктәрендә урынлашҡан. Шишмәнең ҡарағай, уҫаҡ, ҡайын урмандары ҡаплап алған тирә яғы курорттың беренсе санитар зонаһына инә[2].
Атамаһы
Үҙенсәлеге
Дебит миҡдары 100—125 л/с. Һыу температураһы даими (16—16,5 °C), ҡышын туңмай, радиоактивлы һәм минераллашҡан.
Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Ҡаратауҙың ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана[2].
Химик составы
Һелтеле реакцияһы — рН 7,3[2].
Минераллашыуы — 0,6 г/л[2].
Гидрокарбонатлы, магний-кальцийлы (НСО3 84—87 экв%, Са 57—60 экв%, Мg 34 экв%), өс валентлы мышаяҡ кислоталы (3,9 мг/л).
Һыуҙың шифалы тәьҫирен биологик актив микроэлементтар һәм органик матдәләр көсәйтә: битуминоз матдәләр — 1,5—4,5 мг/л, нафтен кислоталары — 0,1 мг/л)[5]. Шишмәнән алынған һыуҙа радон миҡдары 1 литрға 13,8-17,6 берәмек Махе тәшкил итә[2].
Ҡулланыу
Боронғо замандарҙан урындағы халыҡ шишмә һыуын эсеү һәм һаулығын нығытыу өсөн файҙаланған. Составы фәнни өйрәнелгәндән һуң Ҡорғаҙаҡ минераль һыуы Янғантау шифаханаһының тәбиғи дауалау факторҙарының береһе булараҡ ҡулланыла башлай.
Шишмә һыуы яһалма ҡоролған шарлауыҡтан ағып сыға. Бында килеүселәр шифалы һыуҙы ағып төшкән шарлауыҡтан да, янындағы крандан да ала. Түбәндә шул уҡ һыу менән ҙур булмаған түңәрәк бассейн бар. Бассейнға баҫҡыстан төшөп һыу инергә мөмкин. Шифаханаға һыу махсус үткәргес торба аша бирелә һәм эсемлек дауалау, минераль ванналар һәм башҡа процедуралар өсөн ҡулланыла[6].
Өйрәнеү тарихы
Ҡорғаҙаҡ шишмәһен тасуирлаған тәүге тикшеренеүселәрҙең береһе натуралист һәм сәйәхәтсе П. Паллас була. «Рәсәй империяһының төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт» (1773) китабында, шишмә алтмышҡа яҡын сажин ағып Йүрүҙән йылғаһына ҡоя, тип телгә ала. Уның һүҙҙәренсә, ошо арауыҡта урындағы башҡорттарҙың дүрт һыу тирмәне булған. Көслө һыу ағымын хужалыҡ ихтыяждары өсөн файҙаланғандар[7].
Йылға янында ятҡан ҡалҡыулыҡтан Ҡорғаҙаҡ тигән бәләкәй генә шишмә ағып сыға. Алтмыш самаһы сажин арауыҡ ағып төшкәндән һуң шишмәнең көслө ағымы Йүрүҙән йылғаһына ҡоя. Әммә был ҡыҫҡа ғына аралыҡта ла дүрт тирмән урынлашҡан. Улар бында йәшәгән ике башҡорт — Янгилде менән Көскилденеке.Һөйләүҙәре буйынса, шишмә ҡайһы ваҡыт кинәт кенә ағыуын туҡтата, ә тирмәндәр янында бер аҙ «ял иткәс», ҡабаттан һыу йыйылып аға башлай. Был хәлде ер аҫты һыу юлдары менән аңлатырға мөмкин. Әммә башҡорттар был осраҡта төрлө өрәктәр һәм сихырсылар тураһында уйҙырмалар һөйләй.
Оригинал текст (рус.)Из лежащего над рекою взгорья выходит небольшой ручей Кургазак, и, протекши саженей 60, низвергается крутою стремниною в Юрюзень. Но однако ж и на сем кратком расстоянии находится четыре мельницы, принадлежащие двум здесь обитающим башкирцам Янгильде и Кюскильде. Рассказывают, что сей ручей иногда вдруг перестает течь, и по кратком отдыхе при мельницах вновь собирается; обстоятельство, кое из подземного бегу весьма легко изъяснить можно. Однако ж башкирцы при сем случае рассказывают как о мельницах, так и о всей сей стране различные привидения и колдунов вымыслы.
— Пётр Симон Паллас. Путешествие по разным провинциям Российской империи. 1773 год[8].
Риүәйәттәр
Шишмә тураһында риүәйәттәр бар. Легендаларҙың береһендә, Йүрүҙән йылғаһы ярында Яршағаз тауы янында ҡасандыр шишмәне һаҡлаған яуыз рухтар йәшәгән. Башҡорт эпосы геройы Урал батыр дейеү һәм бәрейҙәрҙе еңгәндән һуң, ҡара көстәр ер аҫтына ҡаса.
Рухтар тәрән тау төпкөлөндә йәшәгән һәм ҡайһы берҙә һыу сығыу юлын ҡаплап торған тип һөйләнә. Шишмә ағымы ҡайһы берҙә туҡтап тора, ә һуңынан тағы ла көслөрәк булып урғылып сыға башлай. Шуға күрә, халыҡ шишмәне ҡоро, ҡороғон тип атаған[9].
Башҡа риүәйәттәрҙә, шишмәне тауҙарҙа йәшәгән боронғо ҡәбиләләр тапҡан, тип һөйләнә. Кешеләр был шишмә һыуының көс биреүен һәм яраларҙы дауаларға ярҙам иткәнен белгән һәм шишмәне изге тип һанаған[10].
Ҡорғаҙаҡ шишмәһе — популяр туристик объект. Бында экскурсиялар ойошторола, улар барышында килеүселәргә шишмә тарихы, уның һыуының үҙенсәлектәре һәм урындағы халыҡ өсөн әһәмиәте тураһында һөйләйҙәр. Актив ял яратыусылар тау түбәһенә һәм матур үҙәндәргә алып барған төрлө ҡатмарлыҡтағы маршруттар буйынса үтә ала. Был урын шулай уҡ фотографтарҙы йәлеп итә, улар матур тәбиғәт пейзаждарын һәм сығанаҡты фотоға төшөрә[10].
Һаҡлау статусы
Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се ҡарарына ярашлы гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.
Сығанаҡтың тәбиғи торошон һаҡлау маҡсатында уның биләмәһендә сикләүҙәр индерелгән. Тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияһында түбәндәгеләр тыйыла:
- сығанаҡты файҙаланыу менән бәйле булмаған граждандарҙың даими йәшәүе;
- объектҡа ҡағылышы булмаған кешеләрҙең үтеүе һәм транспорттың йөрөүе;
- тау, гидротехник, ер ҡаҙыу һәм төҙөлөш эштәре алып барыу;
- сығанаҡ тирәһендәге биләмәлә мал көтөү;
- санитар киҫеүҙән башҡа урман киҫеү;
- сығанаҡты бысратҡан йәки уның тәбиғи һәм эстетик күренешен боҙған теләһә ниндәй хужалыҡ эшмәкәрлеге.
Һаҡлау режимы сығанаҡтың гидрологик режимын, һыуҙарының таҙалығын һәм тирә-яҡ тәбиғәт ландшафын һаҡлауға йүнәлтелгән[11].
Фоторәсемдәр
Иҫкәрмәләр
- ↑ Источник Кургазак. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2022.
- ↑ 1 2 3 4 5 Ҡорғаҙаҡ, сығанаҡ (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С. 129.
- ↑ Кургазак, миниральный источник. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ Источник Кургазак — Туристический путеводитель Республики Башкортостан. visit-bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ Гульназ Данилова (Уфа). Кургазак вошел в топ-30 удивительных мест Башкирии. Российская газета - Неделя - Башкортостан: №238(8292) (21 октябрь 2020).
- ↑ Путешествие по разным провинциям Российской империи / государства: В 6 т. СПб.: ИАН: Ч. 1. 1773; Ч. 2. Кн. 1.(1770 г.). 1786.; Ч. 2. Кн. 2 (1770 г.). 1786.; Ч. 3. Пол. 1 (1772—1773 г.) 1788; Ч. 3. Пол. 2 (1772—1773 г.).1788; Атлас, 1788 ; 2-е издание. СПб.: ИАН, 1809.
- ↑ Источник минеральной воды Кургазак. Путешествия по Уралу. Азимут. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Источник Кургазак. Открытая страна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ Постановлением Совет Министров Башкирской АССР от 17 августа 1965 года № 465 «Об охране памятников природы Республики Башкортостан». Электронный фонд правовых и нормативный актов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Экология Урала 2018 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
- «Кургазак» — Живая вода Уральских гор 2011 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған.