Ҡорманай мәмерйәләре

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡорманай мәмерйәһе
урыҫ Кураманаевская пещера
Kурманаевская пещера.jpg
Ҡылыҡһырлама
Тәрәнлеге10 м
Оҙонлоғо850 м
Асылған йылы1770 
Типкарст 
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбезташ 
Число входов
Мәмерйәгә инеү
Яҡтыртыуюҡ 
Урынлашыуы
54°08′02″ с. ш. 55°38′46″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Красная точка
Ҡорманай мәмерйәһе
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ҡорманай мәмерйәһе

Ҡорманай мәмерйәһе (Оло Ҡорманай мәмерйәһе) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылының көнсығыш ситендә Ауырғазы йылғаһы үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).

Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге ауыш үткел һәм каналдарҙан торған лабиринттан тора. Оҙонлоғо 850 метр, киңлеге 1,5 метр, бейеклеге 1,5 метр, майҙаны 275 м², амплитудаһы 6 метр, күләме 1530³ метр.
Ауырғазы йылғаһынан 8 метр бейеклектәге соҡорҙа бер‑береһенән 4-5 метр аралыҡта ятҡан 4 инеү урыны бар.Уларҙың өсәүһе ауырғазы йылғаһының уң ярында, террасаның ҡаялы һыртында урынлашҡан. Инеү урыны ҡаянан ҡойолған таштар менән ҡапланған, шуға күрә үтеүе ауыр.[1]

Киңлектәре 5 метр һәм 0,7 метр бейеклектәре 2 метр һәм 0,8 метр. Диуарҙарында гипс кристалдары ҡатламдары һәм уға ҡушылған сит өлөшсәләр осрай. Мәмерйә ҡатламдарында Марьин быялаһы сағыла. Үтә күренмәле матур кристалдар барлыҡҡа килтергән гипсты шулай атайҙар. Киҫелгән гипста йәйғор төҫтәре хасил була.[2] Иҙәне балсыҡ менән ҡапланған, таш киҫәк өйөмдәре бар. Мәмерйәлә температура + 5°С. Был тәбиғи ҡомартҡылар Ҡорманай мәмерйәләре тип күплектә йәрәтәләр, сөнки улар күп.
Мәмерйәлә 1 м тәрәнлектәге бәләкәй күлдәр бар. Күлдең һыуы таҙа,үтә күренмәле.Мәмерйәләге күлдәрҙең һыуын урындағы халыҡ эсер өсөн ҡуллана[3]

Был мәмерйәләргә академик экспедициялар бынан 250 йылдар самаһы элек үк үткәрелгән. Мәмерйәнең тәүге тасуирламаһын XVIII быуатта рус табип-тикшеренсеһе И. И. Лепехин бирә. Ул мәмерйәне 1770 йылда күреп сыға һәм уның бер урындан пар сығыуын теркәй. Ошо уҡ күренеште 1898 йылда М. Лодзиевский ҙа күҙәтә.

1972 йылда беренсе тапҡыр Пермь дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре В. П. Дорофеев һәм В. С. Лукин тарафынан мәмерйә ентекле һәм комплекслы тикшерелә.[4]

Ҡорманай мәмерйәһе — Көньяҡ Урал алды лабиринт рәүешендәге мәмерйәләр араһында иң ҙурыһы.

Ҡорманай мәмерйәһе хаҡында мәғлүмәт 1847 йылғы «Эске эштәр министрлығы журналы»нда баҫылып сыға. Ул саҡта Ҡорманай ауылы Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Мәҡәләлә йылға буйында гипстан торған текә ярҙарҙа күп һанлы воронкалар һәм емерелеп төшкән соҡорҙар һүрәтләнә

Мәмерйә ауылдан йыраҡ түгел һәм күрергә килеүселәр өсөн йыл әйләнәһенә асыҡ. Күрергә килеүселәр төрлө миҙгелдә гипстың һыуланып эреү формаларын күҙәтә ала. Ҡорманай мәмерйәләренең төрлө ваҡытта башҡарылған һүрәтләмәләре буйынса уларҙың үҫеш динамикаһын күҙәтергә мөмкин. Бында, шулай уҡ, үтә күренмәле гипс кристалдары осрай.[5][6]

  1. Курманаевская пещера. Официальный сайт Администрации сельского поселения Уршакский сельсовет муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан.
  2. Удивительный Башкортостан: Курманаевская пещера. DayliMoscow.
  3. И. Д. Бураҡаев,М. С. Бураҡаеа,М. Б. Юлмөхәмәтов. Тормош һабаҡтары. Тәбиғәт ҡомартҡылары 7-се синыф өсөн дәреслек.Өфө-2001 й.
  4. Пещера Курманаевская. Баштурист.
  5. Курманаевская пещера. Туристический путеводитель Республики Башкортлстан.
  6. Пещеры Башкирии: Курманаевская пещера. НашУрал.