Ҡаракүл (һаҙлыҡ)
Ҡаракүл һаҙлығы (рус. Каракүлевское болото) — Башҡортостандың Дыуан районы Үрге Әбсәләм ауылынан төньяҡ көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Арыҡ һәм Әнйәк йылғалары (Әй йылғаһы бассейны) үҙәнендә урынлашҡан һаҙлыҡ[1].
Гидрография
Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 106 га, торфтың уртаса ҡалынлығы яҡынса 5 м. Ер аҫты һыуҙары менән туйына[1].
Һаҙлыҡ буйлап ҙур булмаған шишмәләр аға, һаҙлыҡтың көнбайыш ситендә үләндәр менән ҡапланған күл бар. Һаҙлыҡтың киптерелгән өлөшөндә бесәнлектәр. Үҙәк өлөшөндә ҡарағайлыҡтар һәм ҡайынлыҡтар һаҡланған. Грунт һыуҙары түбән төшөү сәбәпле сфаг мүктәре бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыҡҡан. Күл һайыҡҡан, ҡамыш менән ҡапланған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан һаҙлыҡта үҙенсәлекле төрҙәр һаҡланған.
Һаҙлыҡты киптереү өсөн коллекторҙар төҙөгәндәр. Ваҡыт үтеү менән киптереү коллекторҙары үҫемлектәр менән ҡапланған[2] .
Үҫемлектәр донъяһы
Һаҙлыҡта үҫемлектәр донъяһын беренсе мәртәбә 1964 йылда Е. М. Брадис тикшергән. Һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең күпселеге бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған.
Бөгөнгө көндә һаҙанаҡ (Ledum palustre L.), һаҙ емеше (Empetrum hermaphroditum Hagerup), көкөрт үләне (Lycopodjum annotinum L.), схенус (Schoenus ferrugineus L.), кәкүк ситеге (Cypripedium calceolus L.), һаҙ баҙыҡайы (Epipactis palustris (Mill) Crantz), төн миләүшәһе (Platanthera bifolia (L.)j Rich.), фукс бармаҡтамыры (Dactylorhiza fuchsii (Druce) Sob) һәм башҡа үҫемлектәр үҫә.[2]
Бында ашарға яраҡлы һәм дарыу үҫемлектәре күп үҫешә: ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле, көртмәле, балан, гөлйемеш һәм башҡалар. Һаҙлыҡта бөтәһе 120-нән ашыу үҫемлек төрө билдәләнгән.[1]
Хужалыҡ эшмәкәрлеге һәм тәбиғәтте файҙаланыу
- Тыйыла
- һаҙлыҡты киптереү;
- торф, һаҙлыҡлы эзбизташ сығарыу;
- ағас һәм ҡыуаҡтар ҡырҡыу;
- ерҙәрҙе һөрөү;
- үҫемлектәрҙе әҙерләү һәм йыйыу;
- мал көтөү;
- яҙғы-йәйге һунар;
- барлыҡ төҙөлөш төрө;
- биләмәнең бысраныуы, сүплектәр барлыҡҡа килеү;
- үҫемлектәрҙең үрсеү шарттарының насарайыуына килтерә алған һәр хужалыҡ эшмәкәрлеге.
- Рөхсәт ителә
- һаҙлыҡ ситендә болондарҙа мал көтөү;
- көҙгө һәм ҡышҡы һунар итеү.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ҡаракүл (һаҙлыҡ) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Дуванский район
- ↑ Каракулевское болото