Еҙем тәбиғи паркы
Еҙем тәбиғи паркы (рус. Природный парк «Зилим») — төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәтте һаҡлау биләмәһе. Уға 2005 йылда[1] тәбиғәтте төҙәтеү (рекреация) ресурстарын һаҡлау, туризмды үҫтереү һәм тереклек итеүсе биологик төрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында нигеҙ һалына[2][3]. Парк Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре төрөнә инә[4].
Тасуирлау
Парк биләмәһендә уникаль тәбиғәт комплексы урынлашҡан. Бында ошо көнгәсә һаҡланып ҡалған һирәк осраған үҫемлектәр һәм хайуандар төрҙәре таралған. Ул Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы биләмәһендә, Еҙем йылғаһы бассейны буйлап һуҙылған. Ландшафтлы тәбиғәт паркының майҙаны 38,1 мең гектар. Һөҙәк таулы рельеф биләмәһенә 68 мәмерйә индерелгән. Шулар араһында Октябрь һәм Киндереле мәмерйәләре лә бар.[1]. Уның территорияһында Мәмбәт һәм Күҙгәнәк ҡаялары урынлашҡан[5].
Флора
Парк биләмәһенең 90%-ын урман ҡаплаған. Төп өлөшөн ҡатнаш һәм киң япраҡлы ағастар урманы тәшкил итә. Шулай уҡ күләгәгә ҡулайлашҡан ылыҫлы урманлыҡтар ҙа бар[1], реликтлы шыршылыҡтар һәм далалашҡан ҡарағайлыҡтар осрай[6]. Парктың Еҙем буйҙарына һуҙылған биләмәләрендә һыу һәм яр буйын үҙ итеүсе, ҡырсынташта үҫеүсе үҫемлектәр, өйәңке ҡатыш муйыл, ерек ҡатыш муйыл үҫкән урмандар таралған. 500-гә яҡын ҡатмарлы тәҙәләшлә көпшәле үҫемлектәр күрһәтелгән. Шулар араһында 13 эндемик һәм 20 реликт үҫемлектәр бар. Эндемиктар рәтенә Урал еҙтөймәһе, башҡорт ҡояшсәскәһе, имән айыутабаны, реликттарға — казак артышы, урман һоло үләне (бирәй), кесерткән япраҡлы ҡыңғырау сәскә индерелгән.
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡыя һуған, энә япраҡлы ҡәнәфер, Клер дөйә һеңере, йәшел таш ҡаҙаяғы һәм 18 башҡа төр үҫемлектәр үҫә. Шулай уҡ РСФСР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Литвинов сырмалсығы, кәкүк ситеге, дөйә ҡылғаны, шырт еҙүлән, әҙрәсгөл, шиверекия үләне үҫемлектәре таралған[1].
Фауна
«Еҙем» паркы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән 15 төр һирәк осрай торған хайуандар һаҡланған. Шулай уҡ һирәк осраусы 81 төр ҡоштар күрһәтелгән. Шулар иҫәбенән: ҡом һайыҫҡаны, сапсан, бөркөт, ҡара ҡауҙы[1], баҡраҡ бөркөт:[6], көйөлдө, кәлмәргән, һунағара[6].Төрлө балыҡтар үрсетелә. Шулар араһынан һирәк осрағандарын: европа бәрҙеһен, урыҫ етеҙ балығын, зөгәйҙе, ҡыҙыл балыҡтарҙы әйтеп китергә була.[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Еҙем тәбиғи паркы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (22 июнь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
- ↑ В Башкортостане создан первый ландшафтный природный парк. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
- ↑ О создании Природного парка "Зилим". Электронный фонд правовых и .... Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
- ↑ Особо охраняемые природные территории Республики Башкортостан. Экологический портал Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
- ↑ В башкирском природном парке «Зилим» построят копию башкирской деревни 18-19 веков. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2020. Архивировано 6 декабрь 2019 года.
- ↑ 1 2 3 4 В Башкирии создан первый ландшафтный природный парк 2017 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Позднякова Э. П. Еҙем тәбиғи паркы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Регистрационные данные МУЧ Ландшафтный природный парк «Зилим» 2020 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.