Мәмбәт (ҡая)
Мәмбәт — Көньяҡ Уралда Башҡортостандың Ғафури районында Еҙем йылғаһы буйындаға ҡая. «Еҙем» туристик тәбиғәт паркының иң иҫтәлекле урындарының береһе, «Торатау» геопаркы маршрутына инә[1].
Географик урыны һәм тасуирламаһы
Өфө ҡалаһынан — 200, Ғафури районының Толпар ауылынан 10 км алыҫлыҡта, Еҙем буйлап 15 км өҫтәрәк, Күҙгәнәк ҡаяһынан 3 километр аҫта урынлашҡан. Башҡортостандағы иң бейек ҡая. Уның иң текә урынынының бейеклеге 130 метрға етә, ә иң юғары нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 421 метр бейеклектә. Еҙем йылғаһы буйлап ҡеүәтле таш диуар бер километрға һуҙыла. Ҡая йәше 836 миллион йыл булған юғары рифей эзбизташынан барлыҡҡа килгән, шунлыҡтан тауға менгәндә аяҡ аҫтындағы таштар ҡубып тора.
Ҡаяға бәйле риүәйәттәр
Маршрут
Мәмбәт ҡаяһына барыу өсөн Өфөнән М7 трассаһы буйлап Стәрлетамаҡ йүнәлешенә сығырға, һуңынан Толбазы ауылында Красноусол ҡасабаһына табан йүнәлергә кәрәк. Красноусолдан үтеп, берләм юлдан Толпар ауылына етергә һәм Еҙем йылғаһы үренә ҡаяға тиклем барырға[3]. Маршрутты һайлағанда транспорт сараһына айырым иғтибар бирергә кәрәк, сөнки Еҙем йылғаһын төрлө тәрәнлектәге һәм төрлө ағым урындарындағы 10 кисеүҙән аша сығырға кәрәк. Ямғырлы ваҡытта йылға һыуы күтәрелеп, машинаның капотына етеүе мөмкин.
Туризм
Мәмбәт ҡаяһы туристарҙы үҙенә ылыҡтырып тора. Ҡаяның иң башында, ҡая ситендә күҙәтеү майсансығы эшләнгән. Ҡая Башҡортостан Республикаһының «Туризмды үҫтереү үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың ҡышҡы ат-сана туры исемлегенә ингән[4].
Галерея
Һылтанмалар
- Куда поехать с семьей на выходные в Башкирии
- Скала Мамбет
- Сәйәхәт фотоотчеты
- карта
- Карта бите N-40-079.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.