Өҫән-Ивановка заказнигы
«Өҫән-Ивановка» заказнигы (рус. «Усень-Ивановский» заказник) — Бәләбәй һәм Дәүләкән райондары территорияһындағы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан дәүләт ботаника заказнигы (1991).
Тасуирламаһы
Өҫән-Ивановка заказнигы Өҫән, Илен йылғалары менән Асылыкүл араһында һыу айырғыс булып тора. Асылыкүл тәбиғи паркының бер өлөшөн, Өҫән-Ивановка менән Ҡыҙрас, Гусаркин һәм Веровка ауылдары араларындағы майҙанды биләй. Шулай уҡ уның территорияһына Мәтәүбаш һәм Өҫән-Ивановка урман хужалыҡтары инә[1].
Өҫән-Ивановка заказнигы 1991 йылда Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урмандарының төп төрҙәрен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Рельефы убалы-һыртлы. Майҙаны далалары һәм туғайҙары менән 12 мең га, 55%-н урман биләй. Иң ҡиммәтле тәбиғәт объекты булып реликт ҡарағай урмандары тора. Хәҙерге көндә заказникта төрлө йәштәге яһалма урман ултыртмалары, башлыса, ҡарағас,ҡарағай ағастары үҫтерелә.
Йылға ярҙары буйлап киң япраҡлы урмандар, япраҡлы-ҡарағай урмандары таралған. Өҫән менән Илен йылғаларының текә яр битләүҙәрендә күп йәшлек ҡарағай ағастарын осратырға мөмкин. Оҙаҡ ваҡыт ҡырҡылған урман урынында япраҡлы-ҡарағай ағастарын йүкә,ҡайын, ҡарағас ағастары алмаштыра.
Йылға үҙәне буйлап һуҙылған әрәмәләрҙә аҡ ерек, өйәңке,ҡарама ағастары үҫә. Тәбиғәт комплексы һирәк осрай торған һәм юғалыуға дусар булған үҫемлектәргә бай.Ҡаурый ҡылған,өсҡалаҡ күк көпшә,һылыу ҡылған,Заллеский ҡылғаны, кәкүк ситеге (әҙрәс гөл), күксин үлән үҫә.Хайуандар донъяһы айырым өйрәнелмәгән, дөйөм алғанда, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының киң япраҡлы урманына хас булған төрҙәре йәшәй[1].
Әһәмиәте
Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы заказнигы Асылыкүл бассейнында һыу һаҡлағыс һәм һыу ағымын көйләү әһәмиәтенә эйә булып тора. Шулай уҡ фәнни, урман тергеҙеү,эталон һәм тарихи әһәмиәте лә ҙур. Заказникты һаҡлау режимы булдырылған.
Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се ҡарарына ярашлы тәбиғәт комплексында бөтә төр урман ҡырҡыу (һайланма санитар ҡырҡыуҙарҙан башҡа), айырым һаҡланған урман участкаларында ер һөрөү, мал көтөү һәм ҡыуыу, мал көтөү лагерҙары төҙөү, төҙөлөш эштәре башҡарыу, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү, нефть сығарыу, мелиоратив эштәр башҡарыу тыйыла. Халыҡҡа территорияға инергә, еләк-емеш, бәшмәк йыйыу, бесән әҙерләү,ғилми эштәр алып барыу рөхсәт ителә[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Өҫән-Ивановка заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Усень-Ивановский природный заказник (рус.)
- ООПТ России/ Усень-Ивановский