Шәмсетдин (күл)

Шәмсетдин[1][4] (Шәмсетдин анропонимынан[5]; Шамшагин[3]) — күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яры туғайындағы иҫке үҙәне (старица)[3], Башҡортостандағы Бөрө районының төньяғында[4], район үҙәге Бөрө ҡалаһынан[2] көнбайышыраҡ 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күсәкәй ауыл советы һәм Бөрө ҡалаһы биләмәһенә инә[6].

Дөйөм характеристикаһы

Күлдең оҙонлоғо 8,3 км тәшкил итә, киңлеге төрлө урындарында 150 метрҙан 400 метрға тиклем төрләнә, уртаса тәрәнлеге 6—7 м, максималь — 11,8 м. Күл оҙонса тулҡын формалы, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған. Ташҡын ваҡытында Ағиҙелгә төньяҡ ярҙағы протока аша һыу ағып төшә, шулай уҡ көньяҡ ярҙағы протока аша Баҡакүлдән даими һыу килеп тора[1][2]. Шәмсетдин күле янында бик күп башҡа ваҡ күлдәр бар (Баҡакүл, Подворное, Оло Баҡакүл һ. б.)[1]. Күл тирәһендә ҡарама — имән урмандары, ереклек һәм туғайҙар таралған[1]. Күлдә балыҡтарҙың 20 төрө һәм төрлө йөҙгөс ҡоштар йәшәй[2].

Һаҡлау

1965 йылдың 17 авгусынан Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Һаҡлаулы тәбиғәт биләмәһе 320 га тәшкил итә[2].

Һаҡлау объекттары:

• Үҫемлектәрҙең һирәк осрай торған төрҙәре (кесе томбойоҡ, һары ирис[2], ябай гетеропедия (ылымыҡ) һ. б.) һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән хайуандар (мөншөгөр, балыҡсы ҡарсыға, аҡ ҡойроҡло орлан һ. б.).

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре (ООПТ) тәғәйенләнеше:

• Бөтә тәбиғәт клмплексын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу.

• Рекреацион тәғәйенлеше.

2007 йылда көнбайыш ярының һәйбәт күренгән морононда (УГАЭС «Ивушка» ял базаһы тулыһынса биләгән ерҙәр) боронғо ултыраҡ эҙҙәре асыла. Ултыраҡҡа «Шәмсетдин — 1» исеме һәм археологик ҡомартҡыһы статусы[6].

Әһәмиәте

Фәнни, рекреацион, эстетик һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтендәге матур күл. Күл буйында ошо уҡ исемле ял йорто һәм бер нисә дауалау-һауыҡтырыу учреждениелары урынлашҡан (2007 йылдың 10 сентябренә тиклем ВЦСПС-тың Ял йорто ауылы тип исемләнә) . Бөрө ҡалаһында йәшәүселәрҙең популяр ял итеү һәм һәүәҫкәр балыҡ тотоу урыны[1][2].

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Карта бите N-40-015-Г. Масштаб: 1 : 50 000. Издание 2001 г.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Ҡалып:Oopt.aari.ru
  3. 1 2 3 «Шамшадин» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. 1 2 Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Башкортостан по состоянию на 04.03.2016. rosreestr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2016-4-26. 2014 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  6. 1 2 Архитектура: «Генеральный план» и «Генеральные планы сельских поселений муниципального района Бирский район Республики Башкортостан». admbirsk.ru. — Официальный сайт Бирского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2016-4-26. 2016 йылдың 8 май көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Газета «Выбор» № 118—119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».