Бөрө районы

Бөрө районы (рус. Бирский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бөрө ҡалаһы. Районда 61496 кеше йәшәй.

Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында, республиканың электән үк үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. Үҙәге — Бөрө ҡалаһы. 1930 йылдың авгусында ойошторолған.

Ауыл халҡы араһында күпселек урыҫтар, мариҙар, татарҙар.

Географияһы

Район Ағиҙел буйының убалы тигеҙлегендә, Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһында, иң йылы, артыҡ ҡоро булмаған, ауыл хужалығы өсөн уңай климатлы төбәгендә урынлашҡан. Ағиҙелдең уң яры (райондың сите) — Бөрө урман-далаһының төп өлөшө; уның байтаҡ урыны (25—27 %) урманлы, һоро тупраҡлы; һыу айырғыс тау һырттарында, йырындар буйында, карст соҡорҙарында имән, йүкә, саған, сәтләүек ағасы, ҡарама үҫә. Һул яҡ яр яғы күбеһенсә дала, ә ере һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы. 10—20 км киңлегендә Ағиҙел буйлап һуҙылған үҙән йәнәшәһендәге урман-дала ерҙәренән күп төрлө үҙенсәлекле шарттары менән айырыла.

Үҙәндең уң яҡ яры текә һәм бейек, тәрән йырынлы һул яры — һөҙәк. Туғайын киң болондар, ҡыуаҡлыҡтар, ҡалҡыуыраҡ өлөшөн урман биләй. Күлдәр, һаҙматлыҡтар күп. Туғайҙың өҫкө яғы баҫыуҙарҙан тора: улар күбеһенсә баҡса, йәшелсә үҫтереү өсөн файҙаланыла. Урман һәм һыу ҡош-ҡортон, мышы, Америка, Европа шәшкеләрен һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын: Бөрө минераль һыу сығанаҡтарын, Шәмшәҙе күлен, Калинники лесничествоһындағы имән, ҡарағай, ҡарағастарҙы һаҡлау өсөн 1967 йылда Бөрө дәүләт заказнигы ойошторолған.

Ағиҙел буйы ҡомташ ҡатнашмаһы ҡырсын (Бөрө, Ҡарағайлы ҡулауыҡ, Ыласынтау, Березовка һ.б. ятҡ-ҡтар), балсыҡ (Пономаревка), эзбизташ, ҡыҙыл балсыҡ (Бөрө), агрономик руда ятҡылыҡтарына бай. Ҙур булмаған Шелкан нефть ятҡ-ғы асылған. Ағиҙелдең уң ярында, Бөрөнән 5 км өҫтәрәк, Бөрө һыу сығанағы бар. Ул хлорид- натрий-кальцийлы минераль һыу төркөмөнә ҡарай.

Символикаһы

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 68 639 [1][2]
1959 йылдың 57 749 [3][2]
1970 йылдың 28 014 [4][2]
1979 йылдың 23 175 [5][2]
1989 йылдың 18 949 [6][2]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 19 883 [7][2]
2008 йылдың 61 758 [8]
2009 йылдың 62 006 [9]
2010 йылдың 61 496 [10][11]
2012 йылдың 62 495 [12]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 63 066 [13]
2014 йылдың 63 699 [14]
2015 йылдың 64 324 [15]
2016 йылдың 64 688 [16]
2017 йылдың 64 690 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 64 546 [18]
2019 йылдың 64 216 [19]
2021 йылдың 61 652 [20]

Иҡтисады

Бөрө районы сәнәғәте ауыл хужалығы райондары иҫәбенә инә.

Бөрө — республиканың әһәмиәтле индустриаль үҙәге. Березовка ауылында спирт заводы, Баженов ауылында һөйәк оно заводы бар. Бөрө һәм Өфө предприятиеларының ярҙамсы хужалығы, 24 фермер(крәҫтиән) хужалығынан ғибәрәт. Ауыл хужалығы ере 107,6 мең га (бөтөн район еренең 63,2%), шул иҫәптән һөрөнтө ер — 69,7 мең га, сабынлыҡ — 17,3 мең, көтөүлек 20,2 мең га. Район игенселек, һөт-ит малсылығы, сусҡасылыҡ, йәшелсә, картуф үҫтереү буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ, балыҡсылыҡ үҫтерелә.

Махсуслаштырылған хужалыҡтар: Бөрө емеш-еләк питомнигы; “Родник" (“Сады Башкирии" ПБ); Калинники йәшелсә-һөт, Бөрө мал һимертеү совхоздары; Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтының Бөрө тәжрибә хужалығы бар.

Транспорт

Районды Өфө—Нефтекама автомобиль юлы киҫеп үтә. Был юлдан Баженово— Мишкә—Ҡариҙел яҡтарына автомобиль юлы айырылып китә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 45 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 19 урта мәктәп; 26 дөйөм китапхана, 38 клуб учреждениеһы, пульмонология профилендәге “Пономаревка" шифаханаһы, “Шәмшәҙе күле", “Сосновый бор" ял йорттары бар.

Билдәле шәхестәр

Беляев Сергей Егорович (19.03.1938—9.10.2003), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Иҫке Ежов ауылынан[21].
Рябов Фёдор Андреевич (20.01.1914—5.02.1962), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1951—1955). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Тартыш ауылынан.
Шерстобитов Евгений Павлович (24.09.1938), хеҙмәт ветераны, 1961—1999 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» берләшмәһенең компрессор ҡулайламаһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Костарев ауылынан[22].

Иҫкәрмәләр

  1. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  2. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  3. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  5. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  6. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  7. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  8. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  9. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
  10. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  11. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf
  12. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  13. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  14. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  15. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  16. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  17. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  18. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  19. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  20. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  21. Башҡорт энциклопедияһы — Беляев Сергей Егорович 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
  22. Башкирская энциклопедия — Шерстобитов Евгений Павлович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2018)

Тема буйынса өҫтәмә